Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Чернобылдәге һәләкәт 4-се реакторҙы һынаған ваҡытта башлана. Янғындың радиактив ултырмаһы СССР-ҙың көнсығышына, көнбайыш, көнсығыш һәм төньяҡ Европаға һибелә. Украинаның, Белоруссияның, Рәсәйҙең күп кенә халҡы күсергә мәжбүр була. 4-се блоктан сыҡҡан радиактив матдәләрҙең таралыуын туҡтатыу өсөн күп көс талап ителә, шуға ла запастағылар хәрби хеҙмәткә алына.
1986 йылдың 10 сентябрендә ирем Сәләхетдин Шәрәфетдинов Мәләүез военкоматынан повест­ка алды. Өсөнсө ҡыҙыбыҙ Ли­на­ра­ға бер йәш кенә ине. Ир-егет­тәрҙе Тоцкиҙа бер ай уҡыт­тылар, һуңынан Чернобыл­дән 60 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан урында тупланылар. Ирем ул тарафтарҙа айға яҡын хеҙмәт итте.
Бер көн иртән ҡыҙымды балалар баҡсаһына әҙерләп йөрө­гән­дә, ишек шаҡынылар. Ҡараһам, оҙон кәүҙәле, ҡап-ҡара кеше то­ра. Таныманым, шуға ла асырға ҡурҡтым. “Ас инде, был бит мин”, – ти­гәс, тауышын таныған­дай булдым. Балалар: “Әсәй, атайыбыҙ ҡайтҡан даһа”, – тигәс кенә ишек­те астым. Элекке олпат матро­сы­быҙ бик ябыҡҡайны, көсһөҙлән­гәйне... Иртәнсәк йы­уын­ған һа­йын танауынан, ауы­ҙы­нан ҡан килде. Уның та­ныт­маһына “лучевая болезнь” тигән яҙма берке­телгәйне.
Чернобылдә һәр яҡлап та уңған Сәләхетдин һынатма­ған: Почет грамотаһы, өс миҙал менән бүләкләнгәйне. Ҡәҙер­ле­беҙ ике йылдан ашыу ҡаты сир­ләп, 57 йәшендә генә вафат булды. Балалар баҡсаһынан алып ҡайтҡанда, ҡыҙым атаһын таптырып иланы…
Ҡәҙерлебеҙ хаҡында яҡты иҫ­тә­лек уның балаларының, туған­да­рының, Диңгеҙбай ауы­лын­дағы яҡташтарының йөрәгендә мәңге һаҡланыр.




Автор: Рәйлә ШӘРӘФЕТДИНОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә