Төҙәлмәҫ яра25.04.2015
Чернобылдәге һәләкәт 4-се реакторҙы һынаған ваҡытта башлана. Янғындың радиактив ултырмаһы СССР-ҙың көнсығышына, көнбайыш, көнсығыш һәм төньяҡ Европаға һибелә. Украинаның, Белоруссияның, Рәсәйҙең күп кенә халҡы күсергә мәжбүр була. 4-се блоктан сыҡҡан радиактив матдәләрҙең таралыуын туҡтатыу өсөн күп көс талап ителә, шуға ла запастағылар хәрби хеҙмәткә алына.
1986 йылдың 10 сентябрендә ирем Сәләхетдин Шәрәфетдинов Мәләүез военкоматынан повестка алды. Өсөнсө ҡыҙыбыҙ Линараға бер йәш кенә ине. Ир-егеттәрҙе Тоцкиҙа бер ай уҡыттылар, һуңынан Чернобылдән 60 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан урында тупланылар. Ирем ул тарафтарҙа айға яҡын хеҙмәт итте.
Бер көн иртән ҡыҙымды балалар баҡсаһына әҙерләп йөрөгәндә, ишек шаҡынылар. Ҡараһам, оҙон кәүҙәле, ҡап-ҡара кеше тора. Таныманым, шуға ла асырға ҡурҡтым. “Ас инде, был бит мин”, – тигәс, тауышын танығандай булдым. Балалар: “Әсәй, атайыбыҙ ҡайтҡан даһа”, – тигәс кенә ишекте астым. Элекке олпат матросыбыҙ бик ябыҡҡайны, көсһөҙләнгәйне... Иртәнсәк йыуынған һайын танауынан, ауыҙынан ҡан килде. Уның танытмаһына “лучевая болезнь” тигән яҙма беркетелгәйне.
Чернобылдә һәр яҡлап та уңған Сәләхетдин һынатмаған: Почет грамотаһы, өс миҙал менән бүләкләнгәйне. Ҡәҙерлебеҙ ике йылдан ашыу ҡаты сирләп, 57 йәшендә генә вафат булды. Балалар баҡсаһынан алып ҡайтҡанда, ҡыҙым атаһын таптырып иланы…
Ҡәҙерлебеҙ хаҡында яҡты иҫтәлек уның балаларының, туғандарының, Диңгеҙбай ауылындағы яҡташтарының йөрәгендә мәңге һаҡланыр.