Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һыйындырған да, туйындырған да – ауыл
Һыйындырған да, туйындырған да – ауыл Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ауылдарҙағы көнүҙәк проблемаларҙы күҙ уңында тотоп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ер мәсьәләһенә бәйле киңәйтелгән ултырыш уҙғарыу маҡсатын ҡуйғайны. Мөһим ҡор күптән түгел ойошторолдо. Ниәт ителгәнсә, һөйләшеүҙә ауыл биләмәләре башлыҡтары, урындағы хакимиәт вәкилдәре, шәхси хужалыҡ етәкселәре, фермерҙар, ауыл хужалығы, хоҡуҡ белгестәре һәм башҡалар ҡатнашты. Докладтар менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Румил Аҙнабаев, республиканың ауыл хужалығы министры Николай Коваленко, Ауыл хужалығы тауары етештереүселәр союзы рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлиев сығыш яһаны.
Бөгөнгө иҡтисад талап иткәнсә

Мәғлүм булыуынса, киңәйтелгән улты­рышҡа әҙерлек барышында маҡсатҡа ярашлы бихисап бурыс атҡарыл­ды. Баш­ҡарма комитетта эш төркөмө төҙөлөп, уға ағзалыҡҡа республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, Ауыл хужалығы министр­лыҡ­тары, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, “Росреестр”ҙың Башҡорт­остан буйынса идаралығы, Фермер һәм крәҫтиән хужа­лыҡтары ассоциа­ция­һы вәкилдәре алынды. Мөһим сараға әҙерлек барышында Башҡарма комитет ағзалары тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүгә арналған парламент тыңлау­ҙа­рында, Ауыл хужалығы тауары етеште­реү­селәр союзының йыллыҡ отчет йы­йы­лышында, яңы эш башлаған фер­мерҙарға субсидия бүлеү буйынса эш төркөмөнөң ултырыштарында ҡатнашты. Республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре иһә, ер мәсьәләһен даими яҡ­тыртып, йәмәғәтселеккә халыҡтың фе­керҙәрен, теләктәрен еткерҙе. Башҡарма комитетта ойошторолған төркөм ағзалары райондарға сығып, урындағы ҡырҡыу мәсьәләләр менән яҡындан танышты, төрлө йүнәлеш буйынса үҫешкән ауыл хужалығы предприятиеларының тәжрибә­һен өйрәнде, ер пайҙарының нисек фай­ҙала­нылыуы хаҡында мәғлүмәт тупланы. Ошо һәм башҡа эштәр төбәктәрҙең, унда­ғы халыҡтың хәлен, проблемаларын һәр яҡлап тәрән үҙләштереү мөмкинлеген бирҙе.
Киңәйтелгән ултырыштың төп маҡсаты шул: берҙәм хеҙмәттең дөйөм йүнәлеш­тә­рен билдәләү, министрлыҡ һәм ведом­ство­ларға хужалыҡ эшмәкәрлеген ойош­тороу­ҙың алдынғы формаларын, алым­дарын таратыуға бу­лыш­лыҡ итеү, ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыуға өлгәшеү. Был бурыстарҙың барыһы ла Рәсәйгә ҡа­рата белде­релгән санкцияларға бәйле тор­мош талаптарын иҫәпкә алып ҡуйыл­ды.
Билдәле булыуынса, быйыл мартта үҙ көсөнә ингән Рәсәйҙең Ер кодексында был мәсьәлә буйынса төрлө үҙгәрештәр ҡаралған. Ә ғөмүмән тарихҡа күҙ һал­ған­да, был киҫкен боролоштарға ил Пре­зидентының 1991 йыл­дағы “РСФСР-ҙа ер реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса кисектергеһеҙ саралар тураһында”ғы Ука­зы нигеҙ һалды. Уны үтәү өсөн Рәсәй Хө­күмәтенең “Колхоз-сов­хоздарҙы үҙгәртеп ҡороу һәм дәүләт ауыл хужалығы предприятиеларын хосусилаштырыу тура­һында”­ғы Ҡарары ҡабул ителде.
Санкциялар индерелгәнгә тиклем Рә­сәй, үҙендә йөҙәр миллион гектар уңды­рышлы ер булыуына ҡарамаҫтан, сит илдәрҙән йыл да 10 миллиард долларлыҡ аҙыҡ-түлек һатып ала ине. Һөҙөмтәлә һуңғы егерме йылда эшкәр­телмәй буш ятҡан биләмәләрҙе ҡыуаҡлыҡ, ағас баҫты.
– Ә икенсе яҡтан ҡарағанда, ул ерҙәр – иң таҙаһы, – тип фекерен белдерҙе был йәһәттән киңәйтелгән ултырышта Румил Аҙнабаев. – Башҡа илдәр бит тупрағын пестицид, ГМО менән бысратып бөттө. Шунлыҡтан донъяла экологик таҙа про­дуктҡа ихтыяж ҙур. Беҙ әлегә тейел­мәгән ерҙәребеҙ ярҙамында 1,5 миллиард кешене туҡландыра, аҙыҡ-түлек экспорты аша йыл да 500 миллиард доллар аҡса эшләй алабыҙ. Бындай ҡеүәтте файҙа­лан­ғанда, 2020 йылға тиклем үк иҡти­садтың ике-өс тапҡырға үҫеүе ихтимал.
Илдәге әлеге хәлде күҙ уңында тотоп, Дәүләт Думаһының аграр мәсьәләләр буйынса эксперт төркөмө дәүләт пай ере фонды системаһын булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Аңлатыуҙарынса, дәүләт ерҙәре менән тәьмин ителгән күп йыллыҡ ҡиммәтле ҡағыҙҙар етештерелә­сәк. Донъялағы эре инвестиция фондтары уларҙы һатып алырға әҙер, ти белгестәр. Гектарын биш-ун мең долларға баһалай­ҙар. Ә беҙҙә ерҙең кадастр хаҡы – 500 доллар. Ике-өс тиҫтә йылдан һуң әлеге ҡиммәтле ҡағыҙ аҙыҡ-түлек етештереүгә яраҡлы уңдырышлы ерҙәр менән тәьмин ителәсәк.

Пай ерен ни эшләтергә?

Борон-борондан башҡорт башҡалар кеүек яҡшы тормош эҙләп күсенеп йөрө­мә­гән, сөнки ул ерен төп мөлкәте тип иҫәпләгән. Уралда йәшәгән бер халыҡтың да беҙҙеке кеүек аҫабалыҡ хоҡуғы булмаған. Башҡортто ере ашатҡан, эсер­гән, телен, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡларға ярҙам иткән. Үҙ теләге менән Рәсәйгә ҡушылғас та, ата-ба­бабыҙ, аҫабалыҡ хоҡу­ғын даулап, бихисап мәртәбә яу күтәргән. Әммә, билдәле булыуынса, уҙған быуаттың 30-сы йылдарынан башлап ер, төрлө ауыл хужалығы предприятиеларына биреле­үенә ҡарамаҫтан, дәүләт мөлкәте булып ҡалған. 2006 йылдың 1 ғинуарынан иһә, “Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”­ғы Законға ярашлы, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер­ҙәрҙе бушлай хосусилаштырыу башлан­ды. Ләкин ҡайһы бер граждандар төрлө сәбәп менән үҙ өлөшөн шәхси мөлкәт итеп теркәү хоҡуғынан файҙаланманы. Закон буйынса хужа еренең һөҙөмтәле файҙа­ланыуы өсөн яуаплылыҡ тота. Ә буш ятҡан участкалар хаҡында кем хәстәрлек күрһен? Ошо хәл республикала 1990 йылдан алып сәсеүлектәрҙең 1 миллион 200 мең гектарға кәмеүенә килтерҙе. Бында, әлбиттә, халыҡты ғәйепләп тә булмайҙыр. Ни өсөн тигәндә, пайҙарҙы бүлеү һуң башланды. Башта ерҙәрҙе колхоздарға бир­ҙеләр, ә улары тарҡатылды, техника, мал һатылды. Шунан ғына пай ерҙәрен кешегә бирергә булдылар. Булғаны таратып бө­төл­гәс, бер көрәк менән ни эшләмәк кәрәк һуң? Быға өҫтәүенә һалымы, ерҙе теркәү­ҙәге ҡатмарлылыҡтар килеп ҡушылды. Һөҙөмтәлә ҡайһы берәүҙәр пайҙарынан баш тартты. Әле республикала 60 мең кеше бүленгән өлөшөнә документ алмаған. Рәсәй законы буйынса был ерҙәр өс йылдан һуң суд ҡарары менән муниципалитет ҡарамағына күсә. Мөлкәтте ошолай юғалт­ҡан­сы, уны хосусилаштырып, баш­ҡа­ға ҡуртымға биреп тә йәшәп була бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ерҙе ситтәргә һатыу осраҡтары ла бар. Бындай хәл айырыуса Ырымбур, Силәбе өлкәләре менән сиктәш райондарҙа күҙәтелә. Еребеҙгә ҡарата бындай битарафлыҡ киләсәктә ниндәй һөҙөмтәгә килтерер?
Пайҙы файҙаланыуҙың ике юлы бар. Беренсеһе – уны үҙ ҡарамағың буйынса эшкәртеп, килем алыу. Икенсеһе – фер­мерға йәки башҡа ауыл хужалығы пред­прия­тиеһына ҡуртымға биреү. Һуңғы ва­риант буйынса респуб­ликала ыңғай өлгө етерлек. Төбәктә ундай ху­жа­лыҡтар байтаҡ. Ләкин райондар араһында тигеҙ­һеҙлек күҙгә салына. Киңәйтелгән ул­тырыш­та белдереүҙәренсә, ҡайһы бер төбәк­тәрҙә крәҫтиән (фермер) хужалыҡ­тары, шәхси кооперативтар 15-кә етһә, икенселәрендә өсәүҙән артмай. Һөҙөмтә­лә һуңғыларының иҡтисади күрһәткес­тәре лә түбән.
Румил Аҙнабаевтың сығышында әйте­ле­үен­сә, яңы эш башлаған фермерҙар араһында алдынғы ҡарашлы, инициативалы, үҙенә ҡарата ышаныс тыуҙырған кешеләр байтаҡ. Ләкин хафаланыр урын да бар: был фермер­ҙарҙың бер өлөшө бизнес-проектты дәүләт ярҙамын алыу өсөн генә төҙөй. Үҙҙәре хәҡиҡәттә хужалыҡ иҡтисадының асылын аңлап етмәй. Шуның өсөн дә яңы эш башлаған фермерҙар өсөн семинарҙарҙы, аңлатыу сараларын даими уҙғарыу мөһим тигән фекер яңғыраны кәңәшмәлә.

Оҫта ойоштороусылар булһа...

Ҡайһы бер райондарҙа шәхси торлаҡ төҙөү өсөн ер бирелмәүе ҡатмарлы мәсьәлә булып ҡала. Айырым биләмәләр­ҙең генераль планы юҡ, ә уны әҙерләү – бик оҙайлы һәм ҡиммәт “кинәнес”. Ер би­рел­мәүе йәштәрҙе ауылдан ситләштерә. Һөҙөмтәлә урындарҙа эшсе көстәр етеш­мәй, балалар аҙ булғанлыҡтан, мәктәптәр ябыла.
Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең иң отошло юлы – территориаль йәмәғәт үҙида­раһы (ТОС) булдырыу. Был 131-се Фе­дераль закондың 27-се статьяһында ла ҡаралған. Ауыл биләмәләре үҙҙәренең урындағы үҙидараһын булдырырға тейеш. ТОС төрлө мәсьәлә буйынса муниципаль власть менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тейеш. Бындай үҙидараны булдырыуҙың, уның уңышлы эшләүе­нең төп шарты – оҫта ойоштороусы кадрҙарҙың булыуы һәм халыҡтың әүҙемлеге. Ауыл халҡына һәр нәмәне муниципаль властан көтөп ултырырға ярамай, улар хужа­лыҡ итеүҙең һөҙөмтәле алымдарын үҙҙәре лә күрһәтә ала! Республикала бындай тәүәккәлдәр бар. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһы, Ишембайҙың Смаҡай ауылы.
Ғөмүмән, яңы тормош шарттарында ауыл хужалығын уңышлы үҫтерергә мөм­кин. Быны раҫлаған райондар, шәхси эш­ҡыуарҙар байтаҡ. Ләкин ауыл халҡының, шул иҫәптән урындарҙағы етәкселәрҙең юридик грамоталы­лығын күтәреү буйынса аныҡ эш алып барыу мөһим. Муниципаль мөлкәттәге ерҙәрҙең бүленеүенә контролде нығытыу талап ителә.
– Урындарҙа бюрократия көслө, – тине ултырыштағы сығышында Румил Аҙнаба­ев. – Ҡайһы берәүҙәр үҙгәреш­тәр мәлендә кеҫәһен ҡалынайтыу яғын ҡарай. Аңларға ваҡыт: ауыл хужалығы “төпһөҙ упҡын” түгел, а үҫешергә, илебеҙҙең иреклеген тәьмин итергә тейешле урын. Ябай халыҡ­ҡа, етештереүсе көскә йәшәү, эшләү өсөн шарттар тыуҙырмай тороп, сифатлы һәм арзан аҙыҡ-түлеккә өмөтләнеү мөмкин түгел. Төрлө ведомстволар, министр­лыҡ­тар берҙәм маҡсатта эшләгәндә, көнүҙәк мәсьәлә­ләрҙе уртаға һалып һөйләшеп, аныҡ йүнәлеш бил­дәлә­гәндә генә һәр кемгә отошло юл табылыр.

***
Киңәйтелгән кәңәшмәнең һөҙөмтәһе булараҡ, ошо аҙнала Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының Баш­ҡарма комитеты Советы ерҙе файҙаланыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Унда ауыл биләмә­лә­ренең тигеҙ үҫешмәүе, халыҡ­тың тормош кимәле ҡаланыҡыларҙан артта ҡа­лыуы, социаль хеҙмәттәр менән файҙаланыу мөмкинлегенең тарайыуы, һөҙөмтәлә күсеп киткәндәрҙең күбәйеүе хаҡында һүҙ бара.
Рәсәй һәм Башҡортостан закондары нигеҙендә Башҡарма комитет ауыл хужа­лығы һәм биләмәләре ерен файҙаланыу­ҙа килеп тыуған проблемаларҙы уңышлы хәл итеү юлдарын эҙләй.
Совет ултырышы ҡабул иткән ҡарарҙа ошондай тәҡдимдәр бар: Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға был өлкәләге ҡану­ниәт­те камиллаштырыу маҡсатында за­кондарға мониторинг үткәрергә; Хөкү­мәт­кә крәҫтиән (фермер) һәм ярҙамсы хужалыҡ алып барған кешеләргә өҫтәмә ярҙам күрһәтергә; боҙолған тупраҡты аяҡҡа баҫтырыу, Торатау менән Йөрәктау кеүек тәбиғәт ҡомартҡыларын файҙалан­ғанда урындағы халыҡтың һәм тотош йәмәғәтселектең фекерен иҫәпкә алырға; урын­дағы үҙидара органдарының ерҙе нисек ҡулланыуын йылына бер тапҡыр булһа ла депутаттар советтары һәм комиссияларында ҡарарға.
Район һәм ҡалаларҙағы башҡорт ҡоролтайҙарына ла ерҙе, урманды һәм һыуҙы законға ярашлы файҙаланыуҙы күҙәтеүгә алырға тәҡдим ителде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873