Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Утлы ғәрәсәтте күргәндәр
Утлы ғәрәсәтте күргәндәр Яу ҡырҙары күптән тынған инде. Бөйөк Еңеү өсөн башын мәңгелеккә һалған батырҙарҙың исеме Тыуған иленә дан булып әйләнеп ҡайтты. Уларҙың ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаҫ. Єммә бына, үкенескә ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып тыуған яҡтарына имен ҡайта алғандарының сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Бөгөн һеҙгә Иглин ра­йонында йәшәгән ике яугир – Әхмәтзәки Сакаев һәм Мөхәммәҙиә Ѓәлләметдинов тураһында һөйләмәксебеҙ.


Әхмәтзәки Сакаевты 1942 йылда фронт­ҡа оҙаталар. “Хабаровск-12” ҡала­һында көнөнә алты сәғәт хәрби күнекмә­ләргә өйрәтһәләр, ҡалған ваҡыттарын карап төҙөү заводында уҙғаралар. Алты айҙан һуң артиллерия электригы һөнәрен алғас, хәрби карапҡа хеҙмәт итергә ебәрәләр егетте. 1945 йылдың авгусын онота алмай Єхмәтзәки Нурғаян улы. Япон милитаристарын тар-мар итеүҙә ҡатнаша ул.
– Єсиргә алынған япондарҙы ла күрер­гә тура килде ваҡытында, – тип һөйләй ветеран. – Ћуғыш тамамланғас та ошо карапта хеҙмәт иттем. Беҙ, тәжрибә туп­ла­ған диңгеҙселәр, йәштәр менән тәж­ри­бәбеҙҙе уртаҡлаштыҡ. Төрлө мил­ләт вәкилдәре татыу булдыҡ. Коман­дирыбыҙ Ян Сурнин ине. 1950 йылда ғына демобилизацияға эләктем.
ХУтлы ғәрәсәтте күргәндәрәҙер Әхмәтзәки Нурлығаян улы Иглин ауылында үҙенә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ бирелгән иркен фатирҙа йәшәй. Ҡатыны менән биш бала тәрбиә­ләп үҫтергәндәр. Оҙаҡ йылдар балаларға белем биргән ветеран.
Икенсе геройыбыҙ – Мөхәммәҙиә Ѓәл­лә­метдинов – Ишембай районының Яңы Сә­йет ауылында тыуып үҫкән. Ул 1944 йыл­да армияға саҡырылған. Ћуғышта һәләк бул­ған ағайҙары өсөн дошмандан үс алырға теләгән егет Алыҫ Көнсығышҡа эләккән. 1945 йылда Кореяны япон милитаристарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан. Биш йыл буйы Төньяҡ Кореяла совет ғәскәрҙәре сафында корей теленән тәр­же­мәсе, дивизия штабы ҡарамағындағы комендант ротаһында старшина, артабан автотранспорт взводы командиры булған.
Бынан ун биш йыл элек Мәскәүҙәге хәрби парадта ла ҡатнашырға тура кил­гән Мөхәммәҙиә Мөхөтдин улына. Бынан тыш, тыныс тормошта ла корей телен белеүе арҡаһында төрлө хәлдәргә тарый. Хатта Кореяның Мәскәүҙәге вә­киллегенән дә шылтыратҡандар. Баҡти­һәң, Башҡорт­останда төҙөүсе булып эшләгән бер төркөм кореецҡа тәржемәсе кәрәк икән. Юғалып ҡалмаған ветеран. Үтенестәрен бойомға ашырған: күптән аралашырға насип итмәһә лә, һүҙҙәр онотолмай шул.
Шулай итеп, ун бер йыл буйы әрме һур­паһын эсеү бушҡа булмай. Мөхәм­мәҙиә Ѓәлләметдинов тыуған яғы Ишембай районында Маҡар ағас эшкәртеү комбинатында, аҙаҡ Иглин районының халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү ида­ралығы директоры бурыс­тарын атҡара. Дөйөм хеҙмәт стажы – алтмыш йыл. Љатыны менән биш бала тәрбиәләп, башлы-күҙле иткәндәр.
Ике ветеранға ҡарайһың да һәр көндөң ҡәҙерен белеп, һәр нәмәнән йәм табып йәшәүҙәренә һоҡланаһың. Утлы ғәрәсәт аша үткән, юғалтыуҙар күргән кешеләр бөтөнләй икенсе шул.


Автор: Айһылыу ӘХМӘТОВА. Район: Иглин районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә