Яу ҡырҙары күптән тынған инде. Бөйөк Еңеү өсөн башын мәңгелеккә һалған батырҙарҙың исеме Тыуған иленә дан булып әйләнеп ҡайтты. Уларҙың ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаҫ. Єммә бына, үкенескә ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып тыуған яҡтарына имен ҡайта алғандарының сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Бөгөн һеҙгә Иглин районында йәшәгән ике яугир – Әхмәтзәки Сакаев һәм Мөхәммәҙиә Ѓәлләметдинов тураһында һөйләмәксебеҙ.Әхмәтзәки Сакаевты 1942 йылда фронтҡа оҙаталар. “Хабаровск-12” ҡалаһында көнөнә алты сәғәт хәрби күнекмәләргә өйрәтһәләр, ҡалған ваҡыттарын карап төҙөү заводында уҙғаралар. Алты айҙан һуң артиллерия электригы һөнәрен алғас, хәрби карапҡа хеҙмәт итергә ебәрәләр егетте. 1945 йылдың авгусын онота алмай Єхмәтзәки Нурғаян улы. Япон милитаристарын тар-мар итеүҙә ҡатнаша ул.
– Єсиргә алынған япондарҙы ла күрергә тура килде ваҡытында, – тип һөйләй ветеран. – Ћуғыш тамамланғас та ошо карапта хеҙмәт иттем. Беҙ, тәжрибә туплаған диңгеҙселәр, йәштәр менән тәжрибәбеҙҙе уртаҡлаштыҡ. Төрлө милләт вәкилдәре татыу булдыҡ. Командирыбыҙ Ян Сурнин ине. 1950 йылда ғына демобилизацияға эләктем.
Х
әҙер Әхмәтзәки Нурлығаян улы Иглин ауылында үҙенә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ бирелгән иркен фатирҙа йәшәй. Ҡатыны менән биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Оҙаҡ йылдар балаларға белем биргән ветеран.
Икенсе геройыбыҙ – Мөхәммәҙиә Ѓәлләметдинов – Ишембай районының Яңы Сәйет ауылында тыуып үҫкән. Ул 1944 йылда армияға саҡырылған. Ћуғышта һәләк булған ағайҙары өсөн дошмандан үс алырға теләгән егет Алыҫ Көнсығышҡа эләккән. 1945 йылда Кореяны япон милитаристарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан. Биш йыл буйы Төньяҡ Кореяла совет ғәскәрҙәре сафында корей теленән тәржемәсе, дивизия штабы ҡарамағындағы комендант ротаһында старшина, артабан автотранспорт взводы командиры булған.
Бынан ун биш йыл элек Мәскәүҙәге хәрби парадта ла ҡатнашырға тура килгән Мөхәммәҙиә Мөхөтдин улына. Бынан тыш, тыныс тормошта ла корей телен белеүе арҡаһында төрлө хәлдәргә тарый. Хатта Кореяның Мәскәүҙәге вәкиллегенән дә шылтыратҡандар. Баҡтиһәң, Башҡортостанда төҙөүсе булып эшләгән бер төркөм кореецҡа тәржемәсе кәрәк икән. Юғалып ҡалмаған ветеран. Үтенестәрен бойомға ашырған: күптән аралашырға насип итмәһә лә, һүҙҙәр онотолмай шул.
Шулай итеп, ун бер йыл буйы әрме һурпаһын эсеү бушҡа булмай. Мөхәммәҙиә Ѓәлләметдинов тыуған яғы Ишембай районында Маҡар ағас эшкәртеү комбинатында, аҙаҡ Иглин районының халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү идаралығы директоры бурыстарын атҡара. Дөйөм хеҙмәт стажы – алтмыш йыл. Љатыны менән биш бала тәрбиәләп, башлы-күҙле иткәндәр.
Ике ветеранға ҡарайһың да һәр көндөң ҡәҙерен белеп, һәр нәмәнән йәм табып йәшәүҙәренә һоҡланаһың. Утлы ғәрәсәт аша үткән, юғалтыуҙар күргән кешеләр бөтөнләй икенсе шул.