Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҙмышын боҙорға хаҡыбыҙ бармы?
“Башҡортостан” гәзитендә “Ҡала һәм башҡорт балаһы” тигән рубрика асылып, унда йәш быуынға туған телен өйрәтеп үҫтереү, был йәһәттән бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп эш итеү мөһимлеге белдерелгәс, мин дә фекеремде яҙып ебәрергә булдым.

Һүҙҙәре хаҡ Мәрйәм апай Бура­ҡаеваның: тәрбиә эшен туған мөхиттән айырып, ят телдә алып барыу ҡуйы­ныңдағы балаңды күрше ҡатын итәгенә йәки ят арбаға ултыртыу менән бер. Йүнләп уҡымағанлыҡтан нимәгәлер өлгәшә алмаған балаһының кәмсе­лек­тәре сәбәбен туған телдә һөйләшеүгә япһарған ата-әсәгә иғтибар итергә ярамай. Ҡанға һалынған милли үҙенсәлекте боҙоу сабыйҙың тотош яҙмышын ҡыйрата.
Үҙебеҙҙең ғаиләгә килгәндә, бала­ла­рыбыҙ – улыбыҙ Ғимран һәм ҡыҙыбыҙ Йәсмин – менән тик баш­ҡортса һөйлә­шәбеҙ. Улар халҡы­быҙ­ҙың әкиәттәрен, йырҙарын тыңлап үҫә. Улыбыҙ өс йәшенә тиклем урыҫса бөтөнләй аңламай торғайны. “Ни өсөн өйрәтмәйһегеҙ? Балаға бит аҙаҡ ҡыйын буласаҡ, ул тиҫтерҙәре араһында үҙен кәм тоясаҡ”, – тигәндәр ҙә булды. Ләкин был һүҙҙәр дөрөҫкә сыҡманы: улыбыҙ балалар баҡсаһында ике-өс аҙна эсендә урыҫса өйрәнде, тора-бара был телдә хатта күп тиҫтерҙәренән һәйбәтерәк һөйләшә башланы.
Ата-әсәнең, теләһә ниндәй уйҙыр­маларға ышанып, сабыйҙы туған теленән айырырға, тимәк, уның яҙмышын боҙорға хаҡы юҡ. Шундай осраҡтарға ла шаһит булғаным бар: туған телен белмәй үҫкән бала, ҙурайғас, ата-әсәһенә үпкә һүҙҙәрен әйтә башлай. Аңы, зиһене, күңеле менән рухи тамырҙарына тартылһа ла, милләттәштәре араһында үҙен тулы ҡанлы итеп тоймай бит ул... Тимәк, ике яр араһында ҡала, тормошта тәғәйен урынын таба алмай яфа сигә.
Өҫтәүенә бөгөн туған телебеҙ иғтибарға, хәстәрлеккә айырыуса мохтаж. Уны беҙҙән башҡа кем һаҡларға, үҫтерергә тейеш һуң?!





Автор: Ләйсән НУРҒӘЛИНА. Район: Өфө районы, Шамонин ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә