Яҙмышын боҙорға хаҡыбыҙ бармы?24.04.2015
“Башҡортостан” гәзитендә “Ҡала һәм башҡорт балаһы” тигән рубрика асылып, унда йәш быуынға туған телен өйрәтеп үҫтереү, был йәһәттән бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп эш итеү мөһимлеге белдерелгәс, мин дә фекеремде яҙып ебәрергә булдым.
Һүҙҙәре хаҡ Мәрйәм апай Бураҡаеваның: тәрбиә эшен туған мөхиттән айырып, ят телдә алып барыу ҡуйыныңдағы балаңды күрше ҡатын итәгенә йәки ят арбаға ултыртыу менән бер. Йүнләп уҡымағанлыҡтан нимәгәлер өлгәшә алмаған балаһының кәмселектәре сәбәбен туған телдә һөйләшеүгә япһарған ата-әсәгә иғтибар итергә ярамай. Ҡанға һалынған милли үҙенсәлекте боҙоу сабыйҙың тотош яҙмышын ҡыйрата.
Үҙебеҙҙең ғаиләгә килгәндә, балаларыбыҙ – улыбыҙ Ғимран һәм ҡыҙыбыҙ Йәсмин – менән тик башҡортса һөйләшәбеҙ. Улар халҡыбыҙҙың әкиәттәрен, йырҙарын тыңлап үҫә. Улыбыҙ өс йәшенә тиклем урыҫса бөтөнләй аңламай торғайны. “Ни өсөн өйрәтмәйһегеҙ? Балаға бит аҙаҡ ҡыйын буласаҡ, ул тиҫтерҙәре араһында үҙен кәм тоясаҡ”, – тигәндәр ҙә булды. Ләкин был һүҙҙәр дөрөҫкә сыҡманы: улыбыҙ балалар баҡсаһында ике-өс аҙна эсендә урыҫса өйрәнде, тора-бара был телдә хатта күп тиҫтерҙәренән һәйбәтерәк һөйләшә башланы.
Ата-әсәнең, теләһә ниндәй уйҙырмаларға ышанып, сабыйҙы туған теленән айырырға, тимәк, уның яҙмышын боҙорға хаҡы юҡ. Шундай осраҡтарға ла шаһит булғаным бар: туған телен белмәй үҫкән бала, ҙурайғас, ата-әсәһенә үпкә һүҙҙәрен әйтә башлай. Аңы, зиһене, күңеле менән рухи тамырҙарына тартылһа ла, милләттәштәре араһында үҙен тулы ҡанлы итеп тоймай бит ул... Тимәк, ике яр араһында ҡала, тормошта тәғәйен урынын таба алмай яфа сигә.
Өҫтәүенә бөгөн туған телебеҙ иғтибарға, хәстәрлеккә айырыуса мохтаж. Уны беҙҙән башҡа кем һаҡларға, үҫтерергә тейеш һуң?!