Апайыбыҙ Мәликә Хәйбулла ҡыҙы Асҡарова 1922 йылда алты балалы ғаиләлә иң өлкәне булып тыуған. Ул саҡта атайыбыҙ Хәйбулла Бикбулатов Ленинградта уҡып ҡайтып, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында судья булып эшләгән. 1939 йылда ялға ҡайтҡан Аҡъяр егете летчик Йәмил Байрамғолов апайыбыҙға өйләнеп, үҙе хеҙмәт иткән ергә алып киткән. Гарнизоны сик буйында була. Уларҙың бер-бер артлы ике ҡыҙы тыуа, ләкин тыныслыҡ, бәхет оҙаҡҡа бармай. Дәһшәтле һуғыш башланып китә, хәрби частан ғаиләләрҙе эвакуацияға ебәреп өлгөрмәйҙәр. Көндөҙ гарнизон өҫтөндә һауа һуғышы тоҡана, летчиктарҙың ҡатындары бер нәмә лә аңламай, һаҡлана ла, ҡурҡа ла белмәй. Немец самолетының янып ҡолағанын күрәләр, уның артынса беҙҙең самолетҡа ут ҡабып, Кавказ тауҙарына төшөп шартлай. Немец самолеттарын ҡыуып ебәргәс, беҙҙекеләр аэродромға ултыра. Һәм летчиктар апайыбыҙ янына килә. Ул бөтәһен дә аңлай: теге янып төшкәне уның һөйөклө ире була. Апайыбыҙ аңҡы-тиңке булып, үҙҙәре йәшәгән өйгә табан, балалары янына йүгерә. Ләкин... унда фашист самолеты ташлаған бомбанан ҡалған воронканы ғына күрә. Ҡот осҡос фажиғә!
Аңына килгәс, уны кемдеңдер ҡайҙалыр һөйрәп алып барғанын аңлай. Ләкин уға инде бер ни ҙә кәрәкмәй. Иҫен юғалтҡан йәш ҡатынды бер осетинка тауҙар араһындағы ауылына һөйрәй, сөнки немецтарҙың летчик ҡатынын аямаясағын яҡшы аңлай. Үлән сәйе эсереп, үҙҙәренсә дауалап, аяҡҡа баҫтыралар. 22 йәшлек апайыбыҙҙың бер услам сәсе ап-аҡ була.
Өмөт аяҡҡа баҫтырҙы, өмөт йәшәтте, ти ине ул. Кавказ тауҙары араһынан һөйөклөһө шыуышып киләлер тигән уй башынан сыҡмай. Аяҡһыҙ, ҡулһыҙ, һуҡыр булһа ла, һөйәп ултыртып йәшәтер инем, мөхәббәтем, йырым менән йыуатыр инем, ти. Әйткәндәй, апайыбыҙ иҫ китмәле матур йырлай ине, сылтырап аҡҡан шишмә кеүек уның тауышы. Башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен еренә еткереп башҡарғанда донъяңды онотоп тыңлайһың.
Йырсы ғаилә беҙ. Һабантуйҙа атайыбыҙ Хәйбулла Байрамғолов — беренсе, әсәйебеҙ Рәхимә — икенсе, 14 йәшлек Мәлик ағайым өсөнсө урынды яулаған. Моңло ғаиләнән данлы йырсы Фәрит ағайыбыҙ Бикбулатов сыҡҡан.
Апайыбыҙ йән йәре һәм йөрәк ите – балалары өсөн үс алырға зенитсы булып һуғышта ҡала. Ике-өс йыл шулай үтә. Аңлата алмаҫлыҡ нәфрәт тыуа, фашисты тешем менән өҙгөләрҙәй була инем, тип хәтерләй ул. Апайыбыҙҙың яҙа торған машинкала эшләгәнен белгәс, штабҡа күсерәләр. Бер үҙе бер блиндажда ултыра, тышта — һаҡсы. Офицер документ килтереп, ҡарап тороп яҙҙыра. Йәнен өткән ҡайғы күкрәк тулы йыр, моң булып ағыла. “Шәшкеләргә китеп һәләк булды, башҡынайым ҡалды йәш кенә” – “Ашҡаҙар” йыры уның тормош гимны булды, иламай тыңлап булмай ине. “Зөлхизә”не, “Ғилмияза”ны йөрәктәргә үтерлек итеп йырланы.
Төрлө милләт һуғышсылары, башҡорт телен белмәһә лә, илаһи моңдо хайран ҡалып тыңлар булған. Блиндажға “Соловьиный блиндаж” тип исем дә биргәндәр. Төрлө частар һуғышҡа үткән саҡта, ялға туҡтағандар. Бер офицер блиндаж янында өйөрөлә. Штабҡа барып, тауыш хужаһын күрһәтеүҙе үтенә. Рөхсәт итәләр, сөнки часть һуғыш яланына бара бит. Апайыбыҙҙы күреп, әгәр иҫән ҡалһам, һине табам, бергә буласаҡбыҙ, ти. Был Бүздәк районының Боғаҙы ауылы егете, танкист Камил Батыргәрәй улы Асҡаров була.
Һуғыш бөткәс тә уларҙы ебәрмәйҙәр – Грузияла “Вазиани” тигән часта хеҙмәт итәләр. Унда ла апайыбыҙҙың тауышына ғәжәпләнеп, йырҙарын тыңлағандар. Грузиндарҙың “Сулико” йырын иҫ китерлек итеп башҡара ине.
Беҙҙең апайыбыҙ, шул тиклем ҡатмарлы яҙмышына ҡарамай, саф күңелле, бала кеүек ышанып барыусан, эскерһеҙ булды. Бер ваҡытта ла һытыҡ йөҙ күрһәтмәне. Бөтәбеҙҙе, балаларыбыҙҙы ла йылмайып ҡаршы алып, күңел йылыһын бирер ине. Шуға ла уның йөҙөндә ҡартлыҡ түгел, ә нур балҡыны. Физиологтар, кешенең эске халәте ҡартайғас йөҙөнә сыға, тиҙәр. Саф күңелле кеше – матур, эсендә кер йөрөткәндәр ҡапыл һәм килбәтһеҙ ҡартая, тип иҫбат итәләр.
80 йәш тула тигәндә апайыбыҙ, янбаш һөйәген һындырып, дауаханаға эләкте, өҫтәүенә инфаркт та булды. Операцияны йөрәге күтәрә алмаҫ тип, наркозды самалап бирәләр. Апайыбыҙҙы реанимацияға күсерәләр, ә ул моңло итеп “Ашҡаҙар”ҙы йырлай. Был хәлде көтмәгәнлектән, мин илап ебәрҙем, аҡылы аҡһаны, ахыры, тим. Ул минән:
– Һин кем, ниңә илайһың? – тип һораны. Мин тулыһынса реанимация кейемендә инем, битлектәмен.
– Был мин – Фәниә. Ни өсөн йырлайһың һуң? – тип һораным.
– Ауыртыуҙы шулай баҫам бит, – тип яуапланы ул.
Ә өлкән хирург:
– Күпме эшләйем, бындай ғәжәп хәлде беренсе тапҡыр күрәм, — тип аптыраны.
Дөйөм палатаға күсергәс тә, изге күңелле килене Разия менән арҡаһына йәбешкән простыняны тиреһе менән бергә тигәндәй һыҙырабыҙ, ә ул, түҙә алмаһа, таҡмаҡ әйтә, хатта ауырыраҡ хәллеләрҙе йыуата ине. Апайыбыҙ шулай тырышып аяҡҡа баҫты.
Атайыбыҙҙы ла һуғыш тартып алды. Өлкән ағайыбыҙ Шәһит Хәйбулла улы ла яраланып ҡайтты. Ул быуын балалары мәктәптең парта артынан тигәндәй (17 йәштән) фронтҡа алынып, һигеҙ йылдан ғына ҡайта алды.
Ат урынына үгеҙ егеп, ир урынына үҙе баҫып ер һөргән әсәләрҙең һуғыш осоро балалары беҙ. Иҫән ҡайтҡан ағайҙар егет көйө генә ғаилә башлығы булып, йөктө үҙ иңдәренә алды. Иң тәүге бурыстары — илде аяҡҡа баҫтырыу. Уның өсөн уҡырға кәрәк, уларҙың бит өлгөргәнлек аттестаты ла юҡ. Ситтән тороп булһа ла уҡыуҙарын дауам иттеләр. Хәҙерге йәштәргә күҙ алдына килтереү генә түгел, хатта аңлауы ла ауыр. Ул осор ағайҙары тырыш, йәшәүенең мәғәнәһен белеп, ғүмерен исраф итмәйенсә, һәр минуттың ҡәҙерен белеп йәшәне. Һуғыш ныҡлы һабаҡ булып, уларҙа утта сыныҡҡан тимер кеүек ҡоростай ихтыяр көсө тәрбиәләгән.
Беҙҙең тиҫтерҙәр ҙә һынатманы, 5-6 йәштән башаҡ йыя инек. Нисәлер ус тапшырһаң, трудодень яҙалар (бәләкәй баланың усы инде!). Әсәй — судья ҡатыны — колхозда парторг, түләүһеҙ эшләй. Йәшәргә кәрәк булғас, ат ҡараусы булды. Әсәй ауылдарҙан ҡайтып өлгөрмәһә, малдарҙы беҙ көтәбеҙ. Миңә – алты, ағайыма 10 йәш. Ҡараңғы төн, мин алдан йүгерәм, минең арттан ҡыңғыраулы ат, унан бүтән аттар килә. Фәрит ағайым арттан ҡыуа. Ҡурҡыныс, бүре лә күп. Фермаға алып килеп бикләп ҡайтабыҙ. Ат малының шул тиклем аҡыллы икәнен бик иртә аңланым мин.
Беҙҙеке генә түгел, ул осор балаларының яҙмышы шулай булды. Терәлерлек, кәңәш итерлек, аяп, һаҡлап, алдан юл асып торорлоҡ атайҙар булмаһа ла, бирешмәнек. Бергә үҫкән тиҫтерҙәрем араһында республикала, хатта Рәсәйҙә билдәле, данлыҡлы кешеләр бар: Татарстандың Рәссамдар союзы рәйесе Абрек Абыҙгилдин, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе Әхтәм Бикбулатов һәм башҡа бик күп табиптар, уҡытыусылар. Һуғыш яланында ятып ҡалған атайҙарҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек.
Украина фажиғәһенә тәүбә итеп, фәһем алып, йәшәйешебеҙҙең, тыныс тормошобоҙҙоң ҡәҙерен беләйек, замандаштар. Ваҡ-төйәк ығы-зығы менән, сүп өҫтөнә сүмәлә өйөп, үҙебеҙҙең ғүмеребеҙҙе, һаулығыбыҙҙы ағыуламайыҡ. Беребеҙ ҙә ергә мәңгегә килмәгән, донъя беҙҙән дә ҡалыр. Раббыбыҙ алдында яуап бирәһе бар бит әле, иҫтә тотайыҡ.