Был темаға әленән-әле әйләнеп ҡайтыла. Шулай булырға тейеш тә, сөнки өлкә үҙенең хәл ителгән-ителмәгән мәсьәләләре менән әҙәм балаһын ғүмере буйы оҙатып бара, кеше иң күп ваҡытын ошонда үткәрә. Шәхси хужалыҡ. “Шәхси” тигән һүҙ генә лә кешенең үҙенеке, йәғни уның ғаилә мөлкәте икәнде аңлата. Хужалыҡты ғаиләң, яҡындарың менән берлектә алып барырға мөмкин. Булмаһа, бер аҙ тарихҡа күҙ ташлап, бөгөнгөһөн байҡап, киләсәкте күҙаллап, ошо турала һөйләшәйек.Бер аҙ тарих...Кешенең шәхси мөлкәте гелән булған: тәүтормош осоронда – таш ҡоралы, ғаилә усағын һаҡлар өсөн – мәмерйәһе. Ер эшен үҙләштерә башлағас та биләмәһеҙ тормағандар. Хатта беҙ хоҡуҡһыҙлыҡ тип өйрәнгән “крепостное право” ваҡытында ла крәҫтиәндең “наделы”, өй ҡаралтыһы (һуңынан ғына күбеһе быларҙың бөтәһенән ҡолаҡ ҡаҡҡан) булған. Столыпин реформаһынан һуң крәҫтиәнгә бөтөнләй юл асыла. Хатта хәллерәктәр айырым ауыл (выселок, хутор) төҙөү мөмкинлеге ала. Бушыраҡ, сәселмәй ятҡан ерҙәр үҙләштерелә башлай.
Совет власы ла, бөтә ерҙәрҙе дәүләт ҡарамағына күсерһә лә, ҡапыл ғына йорт биләмәләренә, шәхси хужалыҡ алып барыуға ҡыҫылмай. 1930 йылда ҡабул ителгән “Ауыл хужалығы артелдәре тураһында”, 1935 йылда колхоздарға тәҡдим ителгән “Яҡынса устав”та ла шәхси хужалыҡтар тураһында тәҡдимдәр бар. Башта 0,5-0,8 гектар ер өлөшө рөхсәт ителһә, яйлап улар ҡыҫҡартыла бара, сөнки ере күп булған һайын крәҫтиән шәхси хужалығына ваҡытын күберәк бүлә, “таяҡ”ҡа ғына эшләгән колхоз эшенә һалҡын ҡарай башлай. Шуға ла ВКП(б) Үҙәк комитетының “О мерах охраны общественных земель колхозов от разбазаривания” (1939 йыл, 28 май) тип аталған ҡарары сыға. Уға ярашлы, бөтә “артыҡ” ерҙәр тартып алына.
Һалымдарға килһәк, бөгөнгө (2003 йылда ҡабул ителгән) закон буйынса шәхси хужалыҡта етештерелгән тауар, аҙыҡ-түлек шәхси мөлкәт һанала. Һатылғаны эшҡыуарлыҡҡа тиңләнмәй. Совет осороноң 20 – 30-сы йылдарында ла крәҫтиән “берҙәм ауыл хужалығы һалымы” ғына түләп килә, ул 1923 йылда тормошҡа ашырыла башлай. Ләкин 1928 йылда тигеҙлек бөтөрөлә. Яңғыҙ хужалыҡ менән йәшәгәндәрҙе колхозсыларҙан айыралар. Тәүгеләрен “единоличник” тип атап, һалымды әллә нисәмә тапҡырға арттыралар. Етмәһә, 35 процент ярлының һалымын единоличниктар елкәһенә һалалар. Крәҫтиәндәр, колхозға инергә теләмәгәндәр, шәхси хужалығы менән йәшәгәндәр кәмендә туғыҙ (!) төрлө һалым түләгән. Шуны иҫкә төшөрөү мөһим: колхозсы “таяҡ”ҡа эшләгән! Ә барлыҡ һалым, заем аҡсалата йыйылған. Колхозсы “тере” аҡса күрә алмағас, бөтә көс шәхси хужалығына төшкән. Унда иһә тик бер һыйыр, бер быҙау, ике һарыҡ, теләгәнсә ҡуян, 20 баш умарта тотоу ғына рөхсәт ителгән. Ат тотоу тыйылған. Етмәһә, натураль һалым да һалынған. Ул үҙгәреп торған. Мәҫәлән, 1930 йылда һәр единоличник 50 килограмм ит тапшырырға тейеш булһа, 1940 йылда – 72!
Шәхси хужалығында мал аҫраған кеше кәмендә 40 килограмм ит тапшырған. Малы юҡ икән, аҡсалата түләгән. Әгәр ике кварталда ит, йомортҡа, һөт, һарыҡ йөнө тапшырыу һалымын түләмәһә, уның малы, йорт-ҡураһы тартып алынып, осһоҙ хаҡҡа һатылған. Единоличниктар, һалымдарҙан тыш, иген тапшырыу планын да үтәргә тейеш булған. Бындай хәл колхозсылар аҡса күрә башлағансы, йәғни үткән быуаттың 60-сы йылдарына саҡлы бара. Ә бына “артыҡ” һөттө тапшырыу (асылда тартып алыу) 90-сы йылдарғаса йәшәп килде. Һинең ғаиләңдә бер балаң бармы, биш-һигеҙ баламы – тейешенсә тапшыр. Юҡһа фуражын, һалам-бесәнен дә, техникаһын да күрмәйәсәкһең. Хатта ауыл Советтары ярыша-ярыша йөкләмә ала торғайны. Нисек кенә үтәлмәне улар, яҙһаң, кеше ышанмаҫ. Мәҫәлән, Өфө, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы райондары халҡы Өфөгә һары май алырға юллана торғайны. Фәлән-фәлән литр һөт урынына шунса-шунса май тапшырһаң, планың үтәлгәнгә иҫәпләнә.
Һөт ҡәҙерле ине ул саҡта. Бер ыңғайҙан магазинға ҡайтҡан тауарҙы ла иҫкә төшөрөп үтеү кәрәктер. Ҡайһы ғына ауыл магазинына инмә, “галош – йомортҡаға” тип яҙылып ҡуя торғайны. Ә ХХ быуаттың 30 – 60-сы йылдарын уйлаһаң, 40 килограмм ит тапшырыу – ғаиләңдән өҙөп берҙән-бер һыйырыңдың быҙауын һалымға илтеп биреү тигән һүҙ. Ваҡытында түләнмәһә, Енәйәт кодексының 107-се статьяһы ҡулланылған (өлөшләтә йәки тулыһынса мөлкәтен конфискациялау, өс йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү).
Ҡанундар, мөмкинлектәрБөгөн шәхси хужалыҡта етештереү эшҡыуарлыҡҡа һаналмай. Шуға хужа ике төрлө – ер һәм йорт-ҡура, ҡаралты һалымын ғына түләй. 2011 йылдың июнендә 2003 йылда ҡабул ителгән “Шәхси хужалыҡ тураһында”ғы Федераль закондың 4-се статьяһына, Рәсәй Һалым кодексының 2-се бүлеге 217-се статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн 0,5 гектар ер ҡарала.
Субъекттарҙың урындағы ҡанундарына, мөмкинлегенә ҡарап, ер майҙаны биш тапҡырға – 2,5 гектарға саҡлы арттырылырға мөмкин. Әгәр ҙә законда ҡаралған биләмәнән ере күберәк икән, крәҫтиән (фермер) хужалығы асырға тейеш. Шулай уҡ үҙгәрештәрҙә ялланып эшләүсе (наемный рабочий) тураһында айырым әйтелә. Шәхси хужалыҡта кешене эшләтеү тыйыла. Тик эшҡыуарҙар ғына эшсегә ҡаралған бөтә төр ташламаларҙы ҡулланып, эш хаҡы түләп, Пенсия фондына тейешле сумманы күсереп, кешегә эш тәҡдим итә ала.
Һандар...Бөгөн илдә 22 миллиондан ашыу шәхси хужалыҡ иҫәпләнә (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 18 – 20 миллион). Улар өлөшөнә бөтөн ауыл хужалығы продукцияһының яртыһынан күберәге төшә. Шәхси хужалыҡтарҙың һәр береһендә өс-дүрт кеше булһа, улар ярты ил халҡын аҙыҡ менән тәьмин итә тигән һүҙ.
Шәхси хужалыҡтар элек бәләкәй хужалыҡ итеү алымынан эрегә (колхоз, совхоз) күскән осорҙа тәжрибә майҙансығы булып торһа, хәҙер, киреһенсә, эре хужалыҡтарҙан бәләкәйҙәргә бүленгән саҡта һығылмалылыҡ ролен уйнай. Улар, Рәсәйҙең барлыҡ сәсеү майҙанының 4,3 процентын ғына тәшкил итеүенә ҡарамаҫтан, илдәге 92 процент картуфты, 77 – башҡа төр йәшелсә, 59 – ит, 49 – һөт, 42 процент йомортҡа етештерә.
Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу (2006 йыл) күрһәтеүенсә, 59,2 мең ауыл хужалығы ойошмаһының 69 проценты ғына асылда ниҙер етештерә, 253,3 мең крәҫтиән (фермер) хужалығының – яртыһы, 31,8 мең үҙаллы эшҡыуарҙың 67 проценты ғына эшләй. Шәхси хужалыҡтарға килгәндә, 22,8 миллиондың 86 проценты ауыл хужалығы тауары етештерә. Һуңғыларын анализлағанда шул күренә: 30 процент ғаилә өҫтәмә килем булараҡ хужалығын алып бара, 50 проценты үҙҙәрен аҙыҡ менән тәьмин итеү өсөн, 25 процентыныҡы – төп килем сығанағы.
Башҡа яғы...Булмаһа, һандарҙы ситкә ҡуйып торайыҡ та үҙебеҙҙең ауылдарға бағайыҡ. Бер кемгә лә сер түгел, бөгөн байтаҡ хужалар картуф баҡсаларын “ҡыҫҡартып”, унда үлән сәсә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көтөүҙәр ҙә бәләкәйләнгәндән-бәләкәйләнә. Бының сәбәбе, әлбиттә, байтаҡ. Ҡайһы кеше уны эре хужалыҡтар тарҡалыуына бәйләй. Бер ҡараһаң, шулай, ләкин һаламы булмаһа ла, бесән әҙерләргә мөмкинлек күберәк – теләһә ҡайҙа барып сап.
Минеңсә, мал һаны кәмеүенең төп сәбәбенең береһе – типһә тимер өҙөрлөк ир-егеттең ситтә эшләүе. Шунан һуң, мал йәнле быуын олоғайҙы. Йәғни бәләкәй ауылдар “ҡартая”. Район үҙәктәре, киреһенсә, артығынан тыш ҙурая. Ни өсөнмө? Сөнки унда йәштәргә йәшәү шарттары күпкә яҡшыраҡ.
Беҙҙең атай-олатайҙар ниндәй генә заманда ла шәхси хужалыҡ алып барырға тырышҡан, ил уның ярҙамында ғына ғаиләһен ас итмәҫенә ышанған. Бөгөн ҡайҙа көслө шәхси ярҙамсыл хужалыҡ бар, ошо ауылдарҙың киләсәге лә өмөтлө. Был йәһәттән күп нәмә урындағы етәкселәргә туранан-тура бәйле...