Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төтөнгә сәсәй әсәй...
Мәктәптә уҡыған һәр бишенсе бала тәмәке тарта! Был ҡот осҡос мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дә яңғыраны. Унда ҡатнашыусылар тәмәкегә ҡаршы закондарҙың үтәлеше буйынса фекер алышты.

Ә был өлкәләге ҡануниәттең үтәлеше һис тә маҡтанырлыҡ түгел. Өфө ҡала медицина профилактикаһы үҙәгенең баш табибы Сара Әхтәмова белдере­үенсә, һорау алыуҙа 75,5 процент кеше: “Тәмәке тар­тыуҙы һәм һатыуҙы сикләү саралары күҙәтелмәй”, – тип яуап биргән. Хә­йер, уныһы былай ҙа асыҡ күренә: урам­да йөрөгән йәштәрҙең бик күптәренең ҡулында – сигарет. Ир-ат бер хәл, йәш ҡыҙ­ҙарҙың, бигерәк тә коляскалы йәш әсә­ләрҙең, хатта йөклө ҡатындарҙың тәмәке төтөнө йотоп йөрөүе беҙҙең ха­лыҡтың санитар мәҙәниәте бик түбән булыуын күрһәтә. Рәсәйҙә йәмғеһе 44 миллион тә­мәкесе иҫәпләнә.
– Медицинала “тәмәке тар­тыуҙан үлде” тигән термин юҡ, әм­мә сирҙең тәмәке арҡаһында көсәйеүе бәхәсһеҙ факттар менән нығытылған, – тине “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралы­ғының коммуналь гигиенаны күҙәтеү бү­леге етәксеһе Лариса Кильдюшова.
Уның аңлатыуынса, ирҙәр ара­һында үпкә яман шеше менән ауырып китеү ос­раҡтары бер кимәлдә ҡала, ә бына ҡатын-ҡыҙҙа ул арта төшкән, сөнки тәмәкесе гүзәл заттың һаны ла күбәйә.
Халыҡтың тәмәке менән мауы­ғыуы арҡаһында былтыр ил иҡт­исадына 7 миллиард һумдан ашыу зыян килгән, шул иҫәптән дауаханалар 600 миллион һумдан ашыу сығым түккән, сирләгән көндәр өсөн түләүгә 150 миллион һум тотонолған.
“Түңәрәк өҫтәл” Башҡортостан­да “Граж­дандарҙы тирә-яҡтағы тәмәке төтөнөнән һәм тәмәкене ҡулланыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу буйынса ведомство-ара тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында тәҡ­дим­дәр ҡабул итте, ул Йәштәр палата­һына, төрлө ойошмаларға, үҙидара ор­ган­да­рына ебәреләсәк.




Автор: Р. КӘЛИМУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә