Төтөнгә сәсәй әсәй...21.04.2015
Мәктәптә уҡыған һәр бишенсе бала тәмәке тарта! Был ҡот осҡос мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр палатаһы ойошторған “түңәрәк өҫтәл”дә яңғыраны. Унда ҡатнашыусылар тәмәкегә ҡаршы закондарҙың үтәлеше буйынса фекер алышты.
Ә был өлкәләге ҡануниәттең үтәлеше һис тә маҡтанырлыҡ түгел. Өфө ҡала медицина профилактикаһы үҙәгенең баш табибы Сара Әхтәмова белдереүенсә, һорау алыуҙа 75,5 процент кеше: “Тәмәке тартыуҙы һәм һатыуҙы сикләү саралары күҙәтелмәй”, – тип яуап биргән. Хәйер, уныһы былай ҙа асыҡ күренә: урамда йөрөгән йәштәрҙең бик күптәренең ҡулында – сигарет. Ир-ат бер хәл, йәш ҡыҙҙарҙың, бигерәк тә коляскалы йәш әсәләрҙең, хатта йөклө ҡатындарҙың тәмәке төтөнө йотоп йөрөүе беҙҙең халыҡтың санитар мәҙәниәте бик түбән булыуын күрһәтә. Рәсәйҙә йәмғеһе 44 миллион тәмәкесе иҫәпләнә.
– Медицинала “тәмәке тартыуҙан үлде” тигән термин юҡ, әммә сирҙең тәмәке арҡаһында көсәйеүе бәхәсһеҙ факттар менән нығытылған, – тине “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының коммуналь гигиенаны күҙәтеү бүлеге етәксеһе Лариса Кильдюшова.
Уның аңлатыуынса, ирҙәр араһында үпкә яман шеше менән ауырып китеү осраҡтары бер кимәлдә ҡала, ә бына ҡатын-ҡыҙҙа ул арта төшкән, сөнки тәмәкесе гүзәл заттың һаны ла күбәйә.
Халыҡтың тәмәке менән мауығыуы арҡаһында былтыр ил иҡтисадына 7 миллиард һумдан ашыу зыян килгән, шул иҫәптән дауаханалар 600 миллион һумдан ашыу сығым түккән, сирләгән көндәр өсөн түләүгә 150 миллион һум тотонолған.
“Түңәрәк өҫтәл” Башҡортостанда “Граждандарҙы тирә-яҡтағы тәмәке төтөнөнән һәм тәмәкене ҡулланыу эҙемтәләренән һаҡлау тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу буйынса ведомство-ара тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында тәҡдимдәр ҡабул итте, ул Йәштәр палатаһына, төрлө ойошмаларға, үҙидара органдарына ебәреләсәк.