Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағас күрке — япраҡ, әҙәм күрке — сепрәк
Ағас күрке — япраҡ, әҙәм күрке — сепрәк Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тигән боронғолар. Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ыҫпай, үҙенә килешле итеп кейенеп йөрөгән. Ә бөгөн гүзәл зат кейемдең ниндәйенә өҫтөнлөк бирә: зауыҡлыһынамы, уңайлыһынамы, әллә модаға тап килгәненәме? Ғөмүмән, мода артынан ҡыуыу дөрөҫмө, әллә һәр нәмәгә үҙ ҡарашың булыу отошлораҡмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатынан “Матур үтһен ялығыҙ!” махсус сығарылышын мода яңылыҡтарына арнамаҡсыбыҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙың кейем-һалымға булған “мөхәббәтен” ир-ат бер ваҡытта ла аңлап бөтмәҫ, күрәһең. Шкафыңдағы күлдәк-итәктәрең, кофта-блузкаларың өҫтөңә ауып килгәндә лә, нимә кейергә белмәй һайланған гүзәл заттың кисерештәрен үҙебеҙ генә беләбеҙ, эйеме, әхирәттәр? Ә ниндәйҙер тантана алдынан күлдәк һайлай-һайлай магазиндар ҡыҙырыу, йыш ҡына хатта үҙ-үҙеңде тынысландырыу өсөн генә булһа ла шопинг менән шөғөлләнеү – бындай ләззәттән беҙҙе берәү ҙә мәхрүм итә алмай. Һәм йәнә “әҙәм күрке – сепрәк” тигәндәре күңелде болоҡһота – яҙ һулышы кәйефебеҙгә генә түгел, өҫ-кейемебеҙгә лә “яңылыҡ” индермәксе. Был миҙгелде яңырыу һәм үҙгәреү осоро тип юҡҡа әйтмәйҙәр, күрәһең. Шулай ҙа ниндәй “яңылыҡтары” менән һөйөндөрмәксе һуң ул мода тигәндәре?


Ваҡ сәскәле
кейем “ял итә”


Быйылғы яҙ һәм йәй айҙарында алһыу (айырыуса аҡһыл алһыу тон), асыҡ йәшел, күксин, зәңгәр, һары, һоро, ҡыҙғылт һары, ҡып-ҡыҙыл, фирүзә төҫлө кейемдәр модаға инәсәк. Ҡара, аҡ төҫтәр иһә, һәр ваҡыттағыса, брендтан төшөп ҡалмаясаҡ. Ҡыҫҡаһы, миҙгелгә тап килмәгән төҫтө табыуы ауыр буласаҡ. Өҫ кейемендәге биҙәктәр ҙә төрлөлөгө менән айырыла. Иң юғары баҫҡыста төрлө ҙурлыҡ­тағы бөрсөктәр килә, унан ҡала – юлаҡтар. Эре сәскә төшөрөлгән, фэнтези мотивына яуап биргән туҡыма биҙәктәре лә миҙгелдең “хит”ы һанала. Ә бына ваҡ сәскәләр төшөрөл­гән күлдәк-блузкаларығыҙҙы арыраҡ алып ҡуйһағыҙ ҙа мөмкин – быйыл “ҡоро” орнаменттар “ял итә”. Зоологик биҙәктәр иһә, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, үҙ по­зи­цияһын бер аҙ юғалтһа ла, моданан төшөп ҡалмай. Уның ҡарауы, этник мотивтағы кейем-һалым классик төҫ ала бара. Һәр йылдағыса, еңдәре, ҡаптырма эргәләре сигелгән, на­ғышланған бер төҫтәге күлдәктәр модала.
Туҡымаларға килгәндә, ебәк, шифон һәм селтәр иң юғары баҫҡыста тора. Атлас та ҡалышмай. Шулай ҙа миҙгелдең “фишка”һы лазер менән баҫып төшөрөлгән туҡыма һанала. Әйткәндәй, тарих ҡабатлана тигән әйтем модаға ла ҡағыла. Быйыл, мәҫәлән, йомшаҡ күндән тегелгән өҫ кейемдәре кире әйләнеп ҡайта — итәктәр, шортылар, шифон күлдәктәрҙәге күн өҫтәлмәләр. Ирекле силуэт, күп ҡатламлылыҡ, ассиметрик тегелгән итәк­тәр, төрлө накидкалар – быларҙың барыһы ла йәнеңә теләгән күлдәк моделен һайлап алыу мөмкинлеген бирә. Ғөмүмән, быйылғы фасондар ниндәйҙер кимәлдә үткән быуаттың 70-се йылдарын иҫкә төшөрә, өҫтәүенә үтә күрен­мәле йәки ажурлап сигелгән өҫтәлмәләр, аксессуарҙар иң ябай моделгә лә йән өрә.

Бантты хәҙер...
билгә тағабыҙ


Итәктәрҙең оҙонлоғона ҡарата ниндәйҙер бер ҡәтғи талап юҡ — ҡыҫҡалары ла, оҙондары ла бара. Шулай ҙа гүзәл зат башлыса классик итәктәргә (“тубыҡтан өҫтә” йәки “тубыҡтан аҫта”) өҫтөнлөк бирә икән. Ә бына балтыр уртаһына төшөп торған итәк һайлау­сылар аҙ. Быйыл иһә ундайҙар, бәлки, бөтөнләй булмаҫ — был моданан сыға.
Салбар йә клеш, йә бөтөнләй тар. Бил урынында, бер аҙ аҫҡа төшөп тороуы ла ихтимал. Ғөмүмән, быйыл америка ең төбө һәм өсмөйөш формаһындағы тәрән иҙеүле өҫ кейеме популяр буласаҡ.
Тағы бер яңылыҡ — банттар һәм рюштар. Рюштар менән аңлашыла. Улар күпме, ниндәй формала булһа ла, модалы. Ә бына банттар бер аҙ сәйерерәк булмаҫмы икән? Иң мөһиме — уның ҙурлығы. Яҙ-йәй миҙгел модаһы әллә ни ҙур банттарға өҫтөнлөк биреү яғында түгел. Был аксессуар, ғәҙәттәгесә, сәскә түгел, ә билгә тағыла. Шуныһы мөһим: рюш та, бант та кәүҙәне тулы итеп күрһәтә, шуға күрә был аксессуарҙар нәҙекәй билгә генә килешәсәк. Тулы кәүҙәлеләргә бындай “яңылыҡ”ты ситтән күҙәтеү яҡшыраҡ. Хәйер, билгә мотлаҡ бант йә рюш тағырға тимәгән бит: теләһә ниндәй ҡаптырма йәки өҫ-кейемеңә ярашлы билбау бәйләргә лә мөмкин. Былар инде һәр кемдә лә матур күренәсәк.

Крокодил тиреһенән
тегелгән аяҡ кейеме...


Быйыл аяҡ кейеменә лә уңайлылыҡ һәм зауыҡлылыҡ хас: балеткалар, кедалар, кроссовкалар, бейек булмаған танкеткалар... Классикаға әүерелә барған ҡайыштарҙы төрлө төҫтәге туҡыма таҫмалар тулыландырасаҡ. Был һис кенә лә күтәрмәле аяҡ кейеме моданан сыға тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, был аяҡ кейеменең коллекцияһы ла төрләнә бара. Әйтәйек, быйыл модельерҙар үтә осло башлы туфлиҙар тәҡдим итмәксе. Йылан, крокодил тире­һенән алып ҡауырһындар менән биҙәл­гәненә саҡлы буласаҡ, тип өмөтләндерә улар. Платформалы аяҡ кейеме лә былтырҙан попу­лярлығын юғалтмай әле. Сәскәле биҙәк­тәр, геометрик фигуралар, асыҡ төҫтәр, металдан эшләнгән декоратив өҫтәлмәләр – быларҙың барыһы ла 2015 йылдың “хит”ы булып иҫтә ҡаласаҡ.

“Берәүҙә — икәү” сумкаһы

Тағы бер аксессуар – сумка хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтмәү ярамаҫ. Быйыл ҙур сумкалар модала – элекке кеүек биҙәүес әйберҙәре өсөн генә булмаясаҡ, кәрәк икән, документы ла, аяҡ кейеме лә һыясаҡ. Шулай ҙа бер яңылыҡ бар – модельерҙар бер сумка урынына икәүҙе тәҡдим итә: ҙур сумканың тотҡосона косметичка ҙурлығын­да ғына бәләкәсе беркетелә. Иң ҡыҙығы: уларҙы айырым-айырым ҡулланыу мөмкин түгел. Бындай “яңылыҡ”ты халыҡ нисек ҡабул итер, “берәүҙә – икәү” сумкаһы модаға инер­ме-юҡмы – ваҡыт күрһәтер. Төҫтәргә килгәндә иһә – асыҡ, сағыуҙары, ялтырауыҡ биҙәүестәр сумкағыҙ­ҙың модаға тура килеү-килмәүе хаҡында әллә ҡайҙан “һөйләп” торасаҡ. Хәйер, клатчтар ҙа моданан төшөп ҡалмай әле. Ә бына урта ҙурлыҡтағы сумкалар быйылғы миҙгел коллекцияһында сағыштырмаса аҙ булмаҡсы.
Мода яңылыҡтарына йомғап яһап, бижутерия һәм аксессуарҙарға ла туҡталып китәйек. Быйылғы миҙгелдең иң мөһим тренды — эре алҡалар. Мәрйен һәм кольелар әллә ни оҙон түгел, төҫлө таштар менән биҙәлгән. Йөҙөктәр ҙә эре, беләҙектәр иһә йә бер нисә нәҙек, йә бер-икәү генә, әммә яҫы. Шарф, палантин, яулыҡ, брошка — быйыл да мода артынан ҡыуыусыларҙың “багажында”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә