Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тигән боронғолар. Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ыҫпай, үҙенә килешле итеп кейенеп йөрөгән. Ә бөгөн гүзәл зат кейемдең ниндәйенә өҫтөнлөк бирә: зауыҡлыһынамы, уңайлыһынамы, әллә модаға тап килгәненәме? Ғөмүмән, мода артынан ҡыуыу дөрөҫмө, әллә һәр нәмәгә үҙ ҡарашың булыу отошлораҡмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатынан “Матур үтһен ялығыҙ!” махсус сығарылышын мода яңылыҡтарына арнамаҡсыбыҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙың кейем-һалымға булған “мөхәббәтен” ир-ат бер ваҡытта ла аңлап бөтмәҫ, күрәһең. Шкафыңдағы күлдәк-итәктәрең, кофта-блузкаларың өҫтөңә ауып килгәндә лә, нимә кейергә белмәй һайланған гүзәл заттың кисерештәрен үҙебеҙ генә беләбеҙ, эйеме, әхирәттәр? Ә ниндәйҙер тантана алдынан күлдәк һайлай-һайлай магазиндар ҡыҙырыу, йыш ҡына хатта үҙ-үҙеңде тынысландырыу өсөн генә булһа ла шопинг менән шөғөлләнеү – бындай ләззәттән беҙҙе берәү ҙә мәхрүм итә алмай. Һәм йәнә “әҙәм күрке – сепрәк” тигәндәре күңелде болоҡһота – яҙ һулышы кәйефебеҙгә генә түгел, өҫ-кейемебеҙгә лә “яңылыҡ” индермәксе. Был миҙгелде яңырыу һәм үҙгәреү осоро тип юҡҡа әйтмәйҙәр, күрәһең. Шулай ҙа ниндәй “яңылыҡтары” менән һөйөндөрмәксе һуң ул мода тигәндәре?Ваҡ сәскәле
кейем “ял итә”Быйылғы яҙ һәм йәй айҙарында алһыу (айырыуса аҡһыл алһыу тон), асыҡ йәшел, күксин, зәңгәр, һары, һоро, ҡыҙғылт һары, ҡып-ҡыҙыл, фирүзә төҫлө кейемдәр модаға инәсәк. Ҡара, аҡ төҫтәр иһә, һәр ваҡыттағыса, брендтан төшөп ҡалмаясаҡ. Ҡыҫҡаһы, миҙгелгә тап килмәгән төҫтө табыуы ауыр буласаҡ. Өҫ кейемендәге биҙәктәр ҙә төрлөлөгө менән айырыла. Иң юғары баҫҡыста төрлө ҙурлыҡтағы бөрсөктәр килә, унан ҡала – юлаҡтар. Эре сәскә төшөрөлгән, фэнтези мотивына яуап биргән туҡыма биҙәктәре лә миҙгелдең “хит”ы һанала. Ә бына ваҡ сәскәләр төшөрөлгән күлдәк-блузкаларығыҙҙы арыраҡ алып ҡуйһағыҙ ҙа мөмкин – быйыл “ҡоро” орнаменттар “ял итә”. Зоологик биҙәктәр иһә, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, үҙ позицияһын бер аҙ юғалтһа ла, моданан төшөп ҡалмай. Уның ҡарауы, этник мотивтағы кейем-һалым классик төҫ ала бара. Һәр йылдағыса, еңдәре, ҡаптырма эргәләре сигелгән, нағышланған бер төҫтәге күлдәктәр модала.
Туҡымаларға килгәндә, ебәк, шифон һәм селтәр иң юғары баҫҡыста тора. Атлас та ҡалышмай. Шулай ҙа миҙгелдең “фишка”һы лазер менән баҫып төшөрөлгән туҡыма һанала. Әйткәндәй, тарих ҡабатлана тигән әйтем модаға ла ҡағыла. Быйыл, мәҫәлән, йомшаҡ күндән тегелгән өҫ кейемдәре кире әйләнеп ҡайта — итәктәр, шортылар, шифон күлдәктәрҙәге күн өҫтәлмәләр. Ирекле силуэт, күп ҡатламлылыҡ, ассиметрик тегелгән итәктәр, төрлө накидкалар – быларҙың барыһы ла йәнеңә теләгән күлдәк моделен һайлап алыу мөмкинлеген бирә. Ғөмүмән, быйылғы фасондар ниндәйҙер кимәлдә үткән быуаттың 70-се йылдарын иҫкә төшөрә, өҫтәүенә үтә күренмәле йәки ажурлап сигелгән өҫтәлмәләр, аксессуарҙар иң ябай моделгә лә йән өрә.
Бантты хәҙер...
билгә тағабыҙИтәктәрҙең оҙонлоғона ҡарата ниндәйҙер бер ҡәтғи талап юҡ — ҡыҫҡалары ла, оҙондары ла бара. Шулай ҙа гүзәл зат башлыса классик итәктәргә (“тубыҡтан өҫтә” йәки “тубыҡтан аҫта”) өҫтөнлөк бирә икән. Ә бына балтыр уртаһына төшөп торған итәк һайлаусылар аҙ. Быйыл иһә ундайҙар, бәлки, бөтөнләй булмаҫ — был моданан сыға.
Салбар йә клеш, йә бөтөнләй тар. Бил урынында, бер аҙ аҫҡа төшөп тороуы ла ихтимал. Ғөмүмән, быйыл америка ең төбө һәм өсмөйөш формаһындағы тәрән иҙеүле өҫ кейеме популяр буласаҡ.
Тағы бер яңылыҡ — банттар һәм рюштар. Рюштар менән аңлашыла. Улар күпме, ниндәй формала булһа ла, модалы. Ә бына банттар бер аҙ сәйерерәк булмаҫмы икән? Иң мөһиме — уның ҙурлығы. Яҙ-йәй миҙгел модаһы әллә ни ҙур банттарға өҫтөнлөк биреү яғында түгел. Был аксессуар, ғәҙәттәгесә, сәскә түгел, ә билгә тағыла. Шуныһы мөһим: рюш та, бант та кәүҙәне тулы итеп күрһәтә, шуға күрә был аксессуарҙар нәҙекәй билгә генә килешәсәк. Тулы кәүҙәлеләргә бындай “яңылыҡ”ты ситтән күҙәтеү яҡшыраҡ. Хәйер, билгә мотлаҡ бант йә рюш тағырға тимәгән бит: теләһә ниндәй ҡаптырма йәки өҫ-кейемеңә ярашлы билбау бәйләргә лә мөмкин. Былар инде һәр кемдә лә матур күренәсәк.
Крокодил тиреһенән
тегелгән аяҡ кейеме...Быйыл аяҡ кейеменә лә уңайлылыҡ һәм зауыҡлылыҡ хас: балеткалар, кедалар, кроссовкалар, бейек булмаған танкеткалар... Классикаға әүерелә барған ҡайыштарҙы төрлө төҫтәге туҡыма таҫмалар тулыландырасаҡ. Был һис кенә лә күтәрмәле аяҡ кейеме моданан сыға тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, был аяҡ кейеменең коллекцияһы ла төрләнә бара. Әйтәйек, быйыл модельерҙар үтә осло башлы туфлиҙар тәҡдим итмәксе. Йылан, крокодил тиреһенән алып ҡауырһындар менән биҙәлгәненә саҡлы буласаҡ, тип өмөтләндерә улар. Платформалы аяҡ кейеме лә былтырҙан популярлығын юғалтмай әле. Сәскәле биҙәктәр, геометрик фигуралар, асыҡ төҫтәр, металдан эшләнгән декоратив өҫтәлмәләр – быларҙың барыһы ла 2015 йылдың “хит”ы булып иҫтә ҡаласаҡ.
“Берәүҙә — икәү” сумкаһыТағы бер аксессуар – сумка хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтмәү ярамаҫ. Быйыл ҙур сумкалар модала – элекке кеүек биҙәүес әйберҙәре өсөн генә булмаясаҡ, кәрәк икән, документы ла, аяҡ кейеме лә һыясаҡ. Шулай ҙа бер яңылыҡ бар – модельерҙар бер сумка урынына икәүҙе тәҡдим итә: ҙур сумканың тотҡосона косметичка ҙурлығында ғына бәләкәсе беркетелә. Иң ҡыҙығы: уларҙы айырым-айырым ҡулланыу мөмкин түгел. Бындай “яңылыҡ”ты халыҡ нисек ҡабул итер, “берәүҙә – икәү” сумкаһы модаға инерме-юҡмы – ваҡыт күрһәтер. Төҫтәргә килгәндә иһә – асыҡ, сағыуҙары, ялтырауыҡ биҙәүестәр сумкағыҙҙың модаға тура килеү-килмәүе хаҡында әллә ҡайҙан “һөйләп” торасаҡ. Хәйер, клатчтар ҙа моданан төшөп ҡалмай әле. Ә бына урта ҙурлыҡтағы сумкалар быйылғы миҙгел коллекцияһында сағыштырмаса аҙ булмаҡсы.
Мода яңылыҡтарына йомғап яһап, бижутерия һәм аксессуарҙарға ла туҡталып китәйек. Быйылғы миҙгелдең иң мөһим тренды — эре алҡалар. Мәрйен һәм кольелар әллә ни оҙон түгел, төҫлө таштар менән биҙәлгән. Йөҙөктәр ҙә эре, беләҙектәр иһә йә бер нисә нәҙек, йә бер-икәү генә, әммә яҫы. Шарф, палантин, яулыҡ, брошка — быйыл да мода артынан ҡыуыусыларҙың “багажында”.