Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер ғаиләнән — өс яугир
Бер ғаиләнән — өс яугир Бөйөк Ватан һуғышына Ейәнсура районының Хоҙайбәндә ауылынан бер ғаиләнән аталы-уллы, ағалы-ҡустылы бер нисә кеше алына. Шул иҫәптән Шәймәрҙән Юлтимеров ике улы менән яуға китә.

Атайыбыҙ Шәймәрҙән Сибә­ғәт улы – 1894 йылғы. Ул – Икенсе Бөтә донъя һәм граждандар һу­ғышы ветераны. 1941–1945 йыл­дарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының башынан алып аҙағына тиклем хеҙмәт армияһы сафында була. Һуғыштан һуң, сәләмәтлеге ҡаҡ­шаған булһа ла, ауылда ҡыйрап бөткән колхозды аяҡҡа баҫтырыу­ҙа әүҙем ҡатнаша. Бер аҙ ваҡыт колхоз рәйесе, ферма мөдире, бригадир вазифаларын башҡара. 1951–1952 йылдарҙа район үҙәге Иҫәнғолда ГЭС төҙөлөшөндә ҡатнаша, 1968 йылда 74 йәшендә донъя ҡуя.
Уның ҙур улы, абзыйым Шәйсәлим иһә – 1923 йылғы. 1939 йылда Байдәүләт тулы булмаған урта мәктәбен тамамлай, Медногорск ҡалаһына эшкә китә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, комсомол булараҡ үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә алына. Башта уны Куйбышев ҡалаһы янында урынлашҡан ғәскәри офицерҙар әҙерләй торған ҡыҫҡа сроклы курста уҡыталар. Ярты йылдан һуң офицер званиеһы биреп, фронтҡа оҙаталар. 380-се уҡсылар дивизияһының 4709-сы полкында тәүҙә – взвод, һуңынан рота командиры була. Бер аҙҙан уның батырлығын баһалап, өлкән лейтенант званиеһын биреп, батальон штабы начальнигы вазифаһына тә­ғәйен­ләйҙәр.
Мәскәүҙе баҫып ала алмаған фашист армияһын сигенергә мәжбүр иткән саҡта, Совет армияһы командованиеһы бер нисә уңышлы хәрби операция башҡарҙы. Шуларҙың береһе Курск-Орел дуғаһы тип аталды. Ундағы ҡаты алышта беҙҙекеләр байтаҡ юғалтыу кисерҙе, бик күп яугирҙәр һәләк булды. Араларында абзыйым Шәйсәлим дә бар ине. Уның вафаты тураһындағы үлем ҡағыҙын мин армияға китер алдынан алдыҡ.
Абзыйым күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнеүе тураһында хәбәр итеп, һуңғы хатында фотокарточкаһын да һалды. Белеүемсә, ауылы­быҙҙан һуғышта офицер дә­рә­жәһенә күтәрелеп хеҙмәт ит­кән кеше юҡ.
1980 йылдар башында республикала ла, районда ла һуғышта һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған яугир­ҙәр­ҙең исемен мәңгеләштереү маҡ­сатында “Хәтер” китабын баҫтырыу эше башланды. Унда абзыйымдың да исеме булһын тип, ҡасан һәләк булғанын, ҡайҙа ерләнгәнен асыҡ­ларға уйланым. Тәүҙә район хәрби комиссариатына яҙҙым. Унда һәләк булыуы тура­һында беләләр, ә ҡайҙа ерләнгәне билдәле түгел. Мәскәүгә Оборона ми­нистр­лығының архивына, Смоленск, Брянск өлкәһенә мөрәжәғәт итә торғас, дүрт йыл тигәндә маҡсатыма ирештем, кәрәкле мәғлүмәт алдым. Абзый 1943 йылдың 18 сентябрендә Брянск өлкәһенең Дубровка районы Селынь ауыл Советына ҡараған бәләкәй генә Белезна тигән ауылда ерләнгән. Шунда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙәргә мәрмәрҙән һәйкәл ҡуйылған. Унда абзыйҙың исеме лә яҙылған. Был турала рәсми органдар ғына түгел, ә ауыл Советы рәйесе Кабанов һәм ауыл почтальоны Алексей Клачков та миңә хат яҙҙы.
Ошондай мәғлүмәт алғас, район һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Нәжметдин Хәсәновҡа хәбәр иттем. Һөҙөмтәлә абзыйымдың исеме хәтер китабында ла, район үҙәгендәге иҫтәлек таҡтаһында ла урын алды.
Атайымдың икенсе улы мин, 1926 йылғы Шәйшәриф, 1943 йылдың ноябрь айынан 1950 йылдың июненә тиклем армия сафында хеҙмәт иттем. Яуҙа ҡатнаштым, еңелсә яраландым. Һуғышты 14 майҙа Чехословакияның баш ҡалаһы Прага янында Америка һалдаттары менән осрашып тамамланым. Шунан һуң Венгрияла, Австрияла биш йыл хеҙмәт иттем. Һуңғы өс йылын штаб полкы аппаратында писарь булдым. Был эште офицер званиеһы булған кеше генә башҡарырға тейеш. Шуға миңә кесе лейтенант званиеһы бирҙеләр. Армиянан ҡайтҡас, Еңеү байрамына тап килтереп, капитан званиеһына лайыҡ булдым. Меңәрләгән кеше кеүек, атайым да, абзыйым да Еңеү көнөнөң 70 йыллығын ҡаршылай алманы. Ә миңә, бәлки, күрергә насип булыр.


ҺҮРӘТТӘ: Шәйсәлим Юлтимеров.


Автор: Шәйшәриф ЮЛТИМЕРОВ. Район: Ейәнсура районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 0

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә