Бөйөк Ватан һуғышына Ейәнсура районының Хоҙайбәндә ауылынан бер ғаиләнән аталы-уллы, ағалы-ҡустылы бер нисә кеше алына. Шул иҫәптән Шәймәрҙән Юлтимеров ике улы менән яуға китә.Атайыбыҙ Шәймәрҙән Сибәғәт улы – 1894 йылғы. Ул – Икенсе Бөтә донъя һәм граждандар һуғышы ветераны. 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының башынан алып аҙағына тиклем хеҙмәт армияһы сафында була. Һуғыштан һуң, сәләмәтлеге ҡаҡшаған булһа ла, ауылда ҡыйрап бөткән колхозды аяҡҡа баҫтырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Бер аҙ ваҡыт колхоз рәйесе, ферма мөдире, бригадир вазифаларын башҡара. 1951–1952 йылдарҙа район үҙәге Иҫәнғолда ГЭС төҙөлөшөндә ҡатнаша, 1968 йылда 74 йәшендә донъя ҡуя.
Уның ҙур улы, абзыйым Шәйсәлим иһә – 1923 йылғы. 1939 йылда Байдәүләт тулы булмаған урта мәктәбен тамамлай, Медногорск ҡалаһына эшкә китә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, комсомол булараҡ үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә алына. Башта уны Куйбышев ҡалаһы янында урынлашҡан ғәскәри офицерҙар әҙерләй торған ҡыҫҡа сроклы курста уҡыталар. Ярты йылдан һуң офицер званиеһы биреп, фронтҡа оҙаталар. 380-се уҡсылар дивизияһының 4709-сы полкында тәүҙә – взвод, һуңынан рота командиры була. Бер аҙҙан уның батырлығын баһалап, өлкән лейтенант званиеһын биреп, батальон штабы начальнигы вазифаһына тәғәйенләйҙәр.
Мәскәүҙе баҫып ала алмаған фашист армияһын сигенергә мәжбүр иткән саҡта, Совет армияһы командованиеһы бер нисә уңышлы хәрби операция башҡарҙы. Шуларҙың береһе Курск-Орел дуғаһы тип аталды. Ундағы ҡаты алышта беҙҙекеләр байтаҡ юғалтыу кисерҙе, бик күп яугирҙәр һәләк булды. Араларында абзыйым Шәйсәлим дә бар ине. Уның вафаты тураһындағы үлем ҡағыҙын мин армияға китер алдынан алдыҡ.
Абзыйым күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнеүе тураһында хәбәр итеп, һуңғы хатында фотокарточкаһын да һалды. Белеүемсә, ауылыбыҙҙан һуғышта офицер дәрәжәһенә күтәрелеп хеҙмәт иткән кеше юҡ.
1980 йылдар башында республикала ла, районда ла һуғышта һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең исемен мәңгеләштереү маҡсатында “Хәтер” китабын баҫтырыу эше башланды. Унда абзыйымдың да исеме булһын тип, ҡасан һәләк булғанын, ҡайҙа ерләнгәнен асыҡларға уйланым. Тәүҙә район хәрби комиссариатына яҙҙым. Унда һәләк булыуы тураһында беләләр, ә ҡайҙа ерләнгәне билдәле түгел. Мәскәүгә Оборона министрлығының архивына, Смоленск, Брянск өлкәһенә мөрәжәғәт итә торғас, дүрт йыл тигәндә маҡсатыма ирештем, кәрәкле мәғлүмәт алдым. Абзый 1943 йылдың 18 сентябрендә Брянск өлкәһенең Дубровка районы Селынь ауыл Советына ҡараған бәләкәй генә Белезна тигән ауылда ерләнгән. Шунда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған яугирҙәргә мәрмәрҙән һәйкәл ҡуйылған. Унда абзыйҙың исеме лә яҙылған. Был турала рәсми органдар ғына түгел, ә ауыл Советы рәйесе Кабанов һәм ауыл почтальоны Алексей Клачков та миңә хат яҙҙы.
Ошондай мәғлүмәт алғас, район һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Нәжметдин Хәсәновҡа хәбәр иттем. Һөҙөмтәлә абзыйымдың исеме хәтер китабында ла, район үҙәгендәге иҫтәлек таҡтаһында ла урын алды.
Атайымдың икенсе улы мин, 1926 йылғы Шәйшәриф, 1943 йылдың ноябрь айынан 1950 йылдың июненә тиклем армия сафында хеҙмәт иттем. Яуҙа ҡатнаштым, еңелсә яраландым. Һуғышты 14 майҙа Чехословакияның баш ҡалаһы Прага янында Америка һалдаттары менән осрашып тамамланым. Шунан һуң Венгрияла, Австрияла биш йыл хеҙмәт иттем. Һуңғы өс йылын штаб полкы аппаратында писарь булдым. Был эште офицер званиеһы булған кеше генә башҡарырға тейеш. Шуға миңә кесе лейтенант званиеһы бирҙеләр. Армиянан ҡайтҡас, Еңеү байрамына тап килтереп, капитан званиеһына лайыҡ булдым. Меңәрләгән кеше кеүек, атайым да, абзыйым да Еңеү көнөнөң 70 йыллығын ҡаршылай алманы. Ә миңә, бәлки, күрергә насип булыр.
ҺҮРӘТТӘ: Шәйсәлим Юлтимеров.