Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мәскәү. Владимир Путин тыңлай!”
“Мәскәү. Владимир Путин тыңлай!” Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тура эфирҙа илебеҙ халҡының һорауҙарына яуап биреүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Осрашыуҙы ил етәксеһе уҙған йылды барлауҙан башланы — Ҡырым менән Севастополдең беҙҙең Федерацияға ҡушылыуы, ҡатмарлы иҡтисади хәл, уңышлы һәм еңеүле Олимпиада. Былтыр Рәсәйҙә рекордлы күләмдә нефть сығарылған. Мул уңыш йыйып алынған. Ауыл хужалығы юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Әммә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел: эшһеҙлек бер нисә процентҡа күтәрелгән, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа инвестиция йәлеп итеү күләме кәмегән, хаҡтар
11,4 процентҡа артҡан.

Санкцияларҙың да файҙаһы бар

Владимир Путин матбуғат конфе­ренцияһын санкцияларға ҡағылышлы һорауҙарға асыҡлыҡ индереүҙән башланы. Был аңлашыла, сөнки бөгөн Рәсәй иҡтисадындағы ҡатмарлыҡтар күп йәһәттән нәҡ ошо сикләүҙәргә бәй­ле. Ил етәксеһе билдәләүенсә, ул санк­цияларҙың тиҙ арала юҡҡа сыға­рылырына ышанмай. Әммә быны кире күренеш тип тә ҡабул итергә ярамай: сикләүҙәр ватан етештереүсәнлеген үҫтерергә, ә яуап саралары – аҙыҡ-түлеккә эмбарго – ауыл хужалығының эшмәкәрлеген көйләргә ярҙам итәсәк.
Ике йыл – Хөкүмәт Рәсәй иҡтиса­дын тергеҙеүгә ошо саҡлы ваҡыт бир­гәйне. Президент иһә “аяҡҡа баҫыу” процесы тиҙерәк булыр тип күҙаллай. Илдәге социаль-иҡтисади хәлде то­то­роҡлан­дырыу буйынса ҡарарға кил­гән­дә, был да еңел мәсьәлә түгел. Был­тыр декабрь аҙағында ҡабул ителгән план яйлап тормошҡа ашырыла башлаған. Оҙаҡ­ла­май ул үҙенең һөҙөмтәһен бирер, моғайын.
Президент халыҡтың килеме кәме­үен дә билдәләне.
– Хөкүмәт был мәсьәләне күҙ уңы­нан ысҡындырмай. Социаль ярҙамға мохтаж граждандар иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Иң мөһиме – эш урындарын һаҡлап ҡалыу, – тине ул.

Ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа йәшәһәк тә,
халыҡ – бер бөтөн


Рәсәй Президенты Украина тема­һын да ситләп үтмәне. Тәү сиратта Вла­димир Путин үткән аҙнанан бирле киң мәғлүмәт сараларын шаулатҡан бә­хәскә нөктә ҡуйҙы – йәнәһе лә, Минс­ки­ҙа үткән осрашыуҙа Украина пре­зиденты Путинға Донбассты алырға тәҡ­дим иткән. “Бындай һөйләшеү булманы”, – тине Владимир Владимирович.
Президент билдәләүенсә, 12 фев­рал­дә Минскиҙа ил башлыҡтары иҡ­тисади һәм социаль мәсьәләләр хаҡында фекер алышҡан.
– Киев әлегә быларҙың береһен дә хәл итергә йыйынмай. Пособие, пенсия түләнмәй, күп балалы әсәләргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам бө­төнләй юҡ. Ә бит Донбасста ҡораллы ополченецтар ғына йәшәмәй. Кешеләр 25-әр йыл дауамында лайыҡлы пенсия тип тир түккән. Ни өсөн уларға түлән­мәҫ­кә тейеш? Украина власы үҙе үк Дон­бассты ситкә этәрә, – тине ил етәксеһе.
“Тура бәйләнеш” барышында Пре­зидентҡа “Ни өсөн Украинаға әле бул­һа газға ташлама, арзан кредит, осһоҙ электр энергияһы, күмер тәҡ­дим итә­беҙ?” тигән һорау ҙа булды.
– Сәйәси хәл-ваҡиғалар үҙгәреп тор­һа ла, халыҡҡа йәшәргә кәрәк бит. Ғөмүмән, мин кешеләрҙе дәүләтенә, милләт төшөнсәһенә ҡарап баһа­ла­ма­йым, ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа йә­шә­һәк тә, халыҡ – бер бөтөн. Украи­на­ның иҡтисади көрсөктән тиҙе­рәк сы­ғыуы беҙҙең өсөн файҙаға ғына буласаҡ, – тип яуапланы ул.

Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай

Халыҡ менән аралашыуҙың иң тет­рәндергес минуттары, моғайын да, Хакас Республикаһында теркәлгән ян­ғында зыян күргән ҡатындың бәй­ләнешкә сығыуы булғандыр. Ханым: “Ҡот осҡос фажиғә арҡаһында бер нимәһеҙ урамда тороп ҡалған ха­лыҡ­ҡа дәүләт тарафынан ниндәй ҙә булһа ярҙам күрһәтелерме икән?” – тип ҡы­ҙыҡ­һынды. Путин зыян күргән­дәргә тү­лә­нәсәк сумманы атаны. Шу­лай уҡ Президент мөлкәте янғандарға яңы йорттар төҙөүгә федераль ҡаҙ­на­нан да байтаҡ аҡса күсереләсәге ха­ҡында әйтте. Республика губер­на­то­ры­на йорт­тарҙы 1 сентябргә саҡлы сафҡа индерергә ҡушылған.

Тарихты үҙгәртеп булмай

Президенттан Бөйөк Ватан һуғышы тарихын боҙоп күрһәтергә маташҡан­дарға, атап әйткәндә, Сталинды Гитлер менән сағыштырғандарға ҡарата ниндәй фекерҙә булыуын да һораны­лар. Владимир Путин иһә уларҙы сағыштырыу бөтөнләй мөмкин булмауын билдәләне.
– Нацистар тотош этностарҙы юҡ итеү сәйәсәтен асыҡтан-асыҡ алға һө­рә. Сталин режимы, нисек кенә аяуһыҙ булмаһын, бер ваҡытта ла бындай маҡсатҡа барманы, – тине Путин.
Отставкалағы полковник, Бөйөк Ва­тан һуғышы ветераны Виталий Ко­ле-сов­тың да һорауы үҙенсәлекле яңғыраны.
– Бөгөн Рәсәйҙең хәрби союздаштары бармы? – тип һораны элекке яугир.
– Рәсәйҙең ике генә союздашы бар: армия һәм флот, – тип яуап бирҙе Влади­мир Путин Александр III һүҙҙәре менән.
Ветерандарҙы торлаҡ менән тәь­мин итеү мәсьәләһе лә күптәрҙе ҡы­ҙыҡ­һындырҙы. Әйтәйек, Владимир өл­кәһенән шылтыратҡан ветеран ҡа­тыны менән икәүһенең сиратҡа алыныуын, әммә торлаҡҡа сертификатты ике йыл эсендә генә бирергә вәғәҙә итеүҙәрен әсенеп һөйләне. “Беҙ бөгөн бар, иртәгә юҡ. Ике йылдан ул фатирҙың кәрәге булырмы икән?” – тине ветеран.
Владимир Путин билдәләүенсә, 2008 йылдан алып федераль програм­маға ярашлы 30 мең ветеран торлаҡ менән тәьмин ителгән. Быйыл 10 мең фатир бүлеү күҙаллана, киләһе йылға тағы биш мең ветеран өй туйлаясаҡ.

ОСАГО, БДИ, дарыуҙар...
.
“Тура бәйләнеш” дауамында социаль мәсьәләләргә – мәғариф, һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы һорауҙар ҙа яңғыраны. Президент импорт дарыу­ҙарҙы сикләүгә бәйле имеш-мимеште шунда уҡ кире ҡаҡты.
ОСАГО страховкаһына хаҡтың артыуына килгәндә, ил етәксеһе бындай аҙымды мәжбүри сара тип баһаланы.
– Әлбиттә, хаҡтарҙы ваҡытында көй­ләү кәрәк булған, бәлки, бындай шау-шыу ҡупмаҫ та ине. ОСАГО-ның ставкаһы 11 йыл үҙгәрмәй килде, – тине Владимир Путин.
Санкт-Петербургтан шылтыратыу Берҙәм дәүләт имтиханы мәсьәләһенә ҡағылды. Уҡыусылар бындай һынау төрөн бөтөнләй ғәмәлдән сығарыу яғын­да. Дәүләт башлығы был һорау­ҙар менән белгестәрҙең шөғөлләнеүен әйтте.
– БДИ-ның ыңғай ҙа, кире лә яҡтары бар. Килешәм, система яҡшыр­тыуҙы талап итә, – тине Президент.
Был “тура бәйләнеш” Владимир Путин өсөн иҫәп буйынса ун өсөн­сөһө. Халыҡ менән ошо рәүешле аралашыуҙы ул 2001 йылда баш­лағайны. Сираттағы аралашыу ба­рышында дәүләт башлығы 70-тән ашыу һорауға яуап бирҙе. Ә ил етәксеһенә төрлө сығанаҡтар аша йәмғеһе өс миллиондан ашыу һорау килгәйне.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872