Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тура эфирҙа илебеҙ халҡының һорауҙарына яуап биреүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Осрашыуҙы ил етәксеһе уҙған йылды барлауҙан башланы — Ҡырым менән Севастополдең беҙҙең Федерацияға ҡушылыуы, ҡатмарлы иҡтисади хәл, уңышлы һәм еңеүле Олимпиада. Былтыр Рәсәйҙә рекордлы күләмдә нефть сығарылған. Мул уңыш йыйып алынған. Ауыл хужалығы юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Әммә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел: эшһеҙлек бер нисә процентҡа күтәрелгән, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа инвестиция йәлеп итеү күләме кәмегән, хаҡтар
11,4 процентҡа артҡан.Санкцияларҙың да файҙаһы барВладимир Путин матбуғат конференцияһын санкцияларға ҡағылышлы һорауҙарға асыҡлыҡ индереүҙән башланы. Был аңлашыла, сөнки бөгөн Рәсәй иҡтисадындағы ҡатмарлыҡтар күп йәһәттән нәҡ ошо сикләүҙәргә бәйле. Ил етәксеһе билдәләүенсә, ул санкцияларҙың тиҙ арала юҡҡа сығарылырына ышанмай. Әммә быны кире күренеш тип тә ҡабул итергә ярамай: сикләүҙәр ватан етештереүсәнлеген үҫтерергә, ә яуап саралары – аҙыҡ-түлеккә эмбарго – ауыл хужалығының эшмәкәрлеген көйләргә ярҙам итәсәк.
Ике йыл – Хөкүмәт Рәсәй иҡтисадын тергеҙеүгә ошо саҡлы ваҡыт биргәйне. Президент иһә “аяҡҡа баҫыу” процесы тиҙерәк булыр тип күҙаллай. Илдәге социаль-иҡтисади хәлде тотороҡландырыу буйынса ҡарарға килгәндә, был да еңел мәсьәлә түгел. Былтыр декабрь аҙағында ҡабул ителгән план яйлап тормошҡа ашырыла башлаған. Оҙаҡламай ул үҙенең һөҙөмтәһен бирер, моғайын.
Президент халыҡтың килеме кәмеүен дә билдәләне.
– Хөкүмәт был мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырмай. Социаль ярҙамға мохтаж граждандар иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Иң мөһиме – эш урындарын һаҡлап ҡалыу, – тине ул.
Ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа йәшәһәк тә,
халыҡ – бер бөтөнРәсәй Президенты Украина темаһын да ситләп үтмәне. Тәү сиратта Владимир Путин үткән аҙнанан бирле киң мәғлүмәт сараларын шаулатҡан бәхәскә нөктә ҡуйҙы – йәнәһе лә, Минскиҙа үткән осрашыуҙа Украина президенты Путинға Донбассты алырға тәҡдим иткән. “Бындай һөйләшеү булманы”, – тине Владимир Владимирович.
Президент билдәләүенсә, 12 февралдә Минскиҙа ил башлыҡтары иҡтисади һәм социаль мәсьәләләр хаҡында фекер алышҡан.
– Киев әлегә быларҙың береһен дә хәл итергә йыйынмай. Пособие, пенсия түләнмәй, күп балалы әсәләргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам бөтөнләй юҡ. Ә бит Донбасста ҡораллы ополченецтар ғына йәшәмәй. Кешеләр 25-әр йыл дауамында лайыҡлы пенсия тип тир түккән. Ни өсөн уларға түләнмәҫкә тейеш? Украина власы үҙе үк Донбассты ситкә этәрә, – тине ил етәксеһе.
“Тура бәйләнеш” барышында Президентҡа “Ни өсөн Украинаға әле булһа газға ташлама, арзан кредит, осһоҙ электр энергияһы, күмер тәҡдим итәбеҙ?” тигән һорау ҙа булды.
– Сәйәси хәл-ваҡиғалар үҙгәреп торһа ла, халыҡҡа йәшәргә кәрәк бит. Ғөмүмән, мин кешеләрҙе дәүләтенә, милләт төшөнсәһенә ҡарап баһаламайым, ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа йәшәһәк тә, халыҡ – бер бөтөн. Украинаның иҡтисади көрсөктән тиҙерәк сығыуы беҙҙең өсөн файҙаға ғына буласаҡ, – тип яуапланы ул.
Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмайХалыҡ менән аралашыуҙың иң тетрәндергес минуттары, моғайын да, Хакас Республикаһында теркәлгән янғында зыян күргән ҡатындың бәйләнешкә сығыуы булғандыр. Ханым: “Ҡот осҡос фажиғә арҡаһында бер нимәһеҙ урамда тороп ҡалған халыҡҡа дәүләт тарафынан ниндәй ҙә булһа ярҙам күрһәтелерме икән?” – тип ҡыҙыҡһынды. Путин зыян күргәндәргә түләнәсәк сумманы атаны. Шулай уҡ Президент мөлкәте янғандарға яңы йорттар төҙөүгә федераль ҡаҙнанан да байтаҡ аҡса күсереләсәге хаҡында әйтте. Республика губернаторына йорттарҙы 1 сентябргә саҡлы сафҡа индерергә ҡушылған.
Тарихты үҙгәртеп булмайПрезиденттан Бөйөк Ватан һуғышы тарихын боҙоп күрһәтергә маташҡандарға, атап әйткәндә, Сталинды Гитлер менән сағыштырғандарға ҡарата ниндәй фекерҙә булыуын да һоранылар. Владимир Путин иһә уларҙы сағыштырыу бөтөнләй мөмкин булмауын билдәләне.
– Нацистар тотош этностарҙы юҡ итеү сәйәсәтен асыҡтан-асыҡ алға һөрә. Сталин режимы, нисек кенә аяуһыҙ булмаһын, бер ваҡытта ла бындай маҡсатҡа барманы, – тине Путин.
Отставкалағы полковник, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Виталий Коле-совтың да һорауы үҙенсәлекле яңғыраны.
– Бөгөн Рәсәйҙең хәрби союздаштары бармы? – тип һораны элекке яугир.
– Рәсәйҙең ике генә союздашы бар: армия һәм флот, – тип яуап бирҙе Владимир Путин Александр III һүҙҙәре менән.
Ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Әйтәйек, Владимир өлкәһенән шылтыратҡан ветеран ҡатыны менән икәүһенең сиратҡа алыныуын, әммә торлаҡҡа сертификатты ике йыл эсендә генә бирергә вәғәҙә итеүҙәрен әсенеп һөйләне. “Беҙ бөгөн бар, иртәгә юҡ. Ике йылдан ул фатирҙың кәрәге булырмы икән?” – тине ветеран.
Владимир Путин билдәләүенсә, 2008 йылдан алып федераль программаға ярашлы 30 мең ветеран торлаҡ менән тәьмин ителгән. Быйыл 10 мең фатир бүлеү күҙаллана, киләһе йылға тағы биш мең ветеран өй туйлаясаҡ.
ОСАГО, БДИ, дарыуҙар....
“Тура бәйләнеш” дауамында социаль мәсьәләләргә – мәғариф, һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы һорауҙар ҙа яңғыраны. Президент импорт дарыуҙарҙы сикләүгә бәйле имеш-мимеште шунда уҡ кире ҡаҡты.
ОСАГО страховкаһына хаҡтың артыуына килгәндә, ил етәксеһе бындай аҙымды мәжбүри сара тип баһаланы.
– Әлбиттә, хаҡтарҙы ваҡытында көйләү кәрәк булған, бәлки, бындай шау-шыу ҡупмаҫ та ине. ОСАГО-ның ставкаһы 11 йыл үҙгәрмәй килде, – тине Владимир Путин.
Санкт-Петербургтан шылтыратыу Берҙәм дәүләт имтиханы мәсьәләһенә ҡағылды. Уҡыусылар бындай һынау төрөн бөтөнләй ғәмәлдән сығарыу яғында. Дәүләт башлығы был һорауҙар менән белгестәрҙең шөғөлләнеүен әйтте.
– БДИ-ның ыңғай ҙа, кире лә яҡтары бар. Килешәм, система яҡшыртыуҙы талап итә, – тине Президент.
Был “тура бәйләнеш” Владимир Путин өсөн иҫәп буйынса ун өсөнсөһө. Халыҡ менән ошо рәүешле аралашыуҙы ул 2001 йылда башлағайны. Сираттағы аралашыу барышында дәүләт башлығы 70-тән ашыу һорауға яуап бирҙе. Ә ил етәксеһенә төрлө сығанаҡтар аша йәмғеһе өс миллиондан ашыу һорау килгәйне.