Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көслөнөкө – замана
Бөгөн, Рәсәй иҡтисадының сит илдәр баҫымына, санкцияларға ҡаршы тороуы дәүерендә, дәүләт үҙебеҙҙең йүнселдәрҙе һаҡларға, яҡларға тейеш. Яҡшы көйләнгән “мәжбүр итеү аппараты”ның йәмәғәтселек файҙаһына йүнәлтелеүе зарур. Әммә был хаҡта йыш ҡына онотоп ҡуялар. Әлеге мәҡәләмдә көс структураларының эшҡыуарҙарға баҫым яһауы, анығыраҡ әйткәндә, полиция вәкилдәренең хужалыҡта тыуған бәхәстә ҡатнашыусы яҡтарҙың береһен нисек яҡлауы хаҡында бәйән итмәксемен.

2012 йылдың октябрендә “Лига-М” юридик компанияһы менән “СТК-Петролеум” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ-ара килешеү төҙөй, шуның нигеҙендә тәүге ойошма юридик хеҙмәт күрһәтә, ике суд эшендә еңеп сыға. Башҡарылған эштәр хаҡында актҡа ҡул ҡуйыла. Барыһы ла яҡшы тамамланғандай: договор ғәмәлдә, эш башҡарылған, заказсы уны һис һүҙһеҙ ҡабул иткән... Тик ниңәлер “СТК-Петролеум” хеҙмәт өсөн түләргә ашыҡмай. Юридик фирма судҡа мөрәжәғәт итә.
Башҡортостандың Арбитраж судына мөрәжәғәт барып еткәндән һуң “СТК-Петролеум”дың милексеһе, дәүләт органдарына һылтанып, административ йоғонто сараларын файҙалана башлай. Һөҙөмтәлә судта эш оҙаҡҡа һуҙыла, дәғүә белдерелгәндән һуң өс ай үткәс кенә ҡарар сығарыла. Арбитраж ҡануниәткә ярашлы ғаризаны ҡарау ваҡыты өс айҙан артмаҫҡа тейеш тә бит. Артабан инде – апелляция, Юғары судҡа кассация... Юристар өсөн ябай ғына һаналған эш ошондай аңлайышһыҙ шарттар арҡаһында инде йылдан ашыу дауам итә. “Лига-М” компанияһының бөтә судтарҙа ла еңеүенә ҡарамаҫтан, “СТК-Петролеум”дың бурысы әле булһа түләнмәгән.
Суд – юристарҙың алыш майҙаны. Унда бөтөн ғәмәлдәр ҙә законға ярашлы тормошҡа ашырыла. Шул уҡ ваҡытта ҡануниәтте яҡларға тейешле органдар уны үҙ мәнфәғәтендә файҙалана башлаһа, быныһы инде – бөтөнләй икенсе эш. “СТК-Петролеум”дың милексеһе ҡаршы яҡты ҡурҡытыу маҡсатында енәйәт эше ҡуҙғатыу кеүек ярайһы уҡ киң таралған алымды ҡулланырға ҡарар итә – 2014 йылдың йәйендә тәфтиш органдарына “Лига-М” компанияһының алдау юлы менән килешеүгә ҡул ҡуйҙыртыуы хаҡында ғариза бирә. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл, әлбиттә. Билдәле бер хаҡҡа әйбер һатырға вәғәҙә итеп, хаҡын алдан түләтеп, тауарҙы килтермәһәләр, аңларға булыр ине. Ә бында хеҙмәт күрһәтеү тураһында һүҙ бара бит.
Килешеү шарттарына ярашлы заказсынан аванс түләтелмәгән, аҡса хеҙмәт күрһәтелеп, башҡарылған эштәр тураһында актҡа ҡул ҡуйылғас ҡына күсерелергә тейеш, тип билдәләнгән. Договор 2012 йылдың октябрендә төҙөлгән, суд 2013 йылдың яҙында булған, эштәр актына ошо уҡ йылдың июнендә ҡул ҡуйылған. Күрәһең, “СТК-Петролеум” йәмғиәтенең генераль директоры ошо ваҡыт эсендә ни ҡылғанын аңламаған. Бәлки, киреһенсә, ул килешеүҙе төҙөгәндә үк хаҡты түләргә теләмәгәндер? Мәсьәлә әле булһа асыҡ ҡала.
Тәфтиш органдары ғаризаны алғас та унда күрһәтелгән факттарҙы ентекле тикшерергә һәм енәйәт эшен ҡуҙғатыу-ҡуҙғатмау тураһында ҡарар сығарырға тейеш. Өфөнөң Совет районындағы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тәүҙә эш ҡуҙғатыуҙан баш тарта, ләкин “СТК-Петролеум” милексеһе туҡтап ҡалмай, бөтөн сараларҙы файҙаланып, 2014 йылдың ноябрендә үҙ маҡсатына өлгәшә. Шул уҡ ваҡытта Арбитраж суд договорҙарҙы законлы тип таныған, енәйәт ҡылынмаған, йәғни бер кемгә лә зыян килтерелмәгән, “СТК-Петролеум” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директорының үҙен берәүҙең дә алдамауы хаҡында күрһәтмәһе бар.
Тәфтишсе енәйәт эшен ике ай эсендә тикшерергә тейеш, әммә ул әле булһа дауам итә. Хоҡуҡ һаҡсыһы бөтөн документтарҙы, хатта хеҙмәт күрһәтеү тураһындағы килешеүҙәрҙең төп нөсхәһен һоратып алдырған. Был ғәмәлдәрҙең маҡсаты аңлашылып етмәй. Әйткәнемсә, суд дауам итә, һәм был килешеүҙәр беҙгә унда бик кәрәк. Зыян күреүсе тип танылған яҡтың документтарын иһә тәфтишсе алмаған. Суд ошо рәсми ҡағыҙҙарҙы таптырһа, “Лига-М” компанияһы уларҙы тәҡдим итә алмаясаҡ.
Тәфтиш органдары дөрөҫлөктө яҡларға, законһыҙ ғәмәлдәр ҡылмаҫҡа тейеш. Шул осраҡта ғына беҙ хоҡуҡи дәүләт төҙөй аласаҡбыҙ.




Автор: Таһир МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә