Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бурысҡа баттыңмы? “Ышаныс” ярҙамға ашыға
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры­ның беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов республикабыҙҙа иҡтисадтың яҡшы үҫешен һәм социаль тотороҡлолоҡто тәьмин итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәрҙе.

Сара барышында “Ышаныс” банк-ара реструктуризациялау милли үҙәге етәксеһе Илшат Ғәлимов кредиттарын ауырлыҡ менән тү­ләү­се­ләрҙең хәлен еңеләйтеү тәңгәлендә бик үҙен­сәлекле алым тәҡдим итте. Эйе, төрлө сәбәптәр арҡаһында бурыс һаҙлығына батыусылар артҡандан-арта. Мәҫәлән, кемдер, түләй алыу мөмкинлеге ныҡ сикләнгән осраҡта ла, ике-өс, хатта дүрт-биш банктан бер юлы кредит юллай. Һөҙөмтәлә ул муйындан бурысҡа сума. Тап ошондай осраҡта “Ышаныс” ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Хәле киҫкенләшкәндә халыҡ был үҙәккә туранан-тура мөрәжәғәт итә ала.
Банк менән бурыслы араһында күпер ролен үтәйәсәк “Ышаныс”. Банктар өсөн хеҙмәт түләүле – бер кешегә тариф өс мең һум күләмендә ҡаралған. Ә бурыслы кеҫә­һенән бер тин дә артыҡ сығармаясаҡ. Үҙәк үҙ эшен тиҙҙән башлар тип көтөлә, проект Хөкүмәт тарафынан хупланды.
Илшат Әнүәр улының билдәләүенсә, кешеләр­ҙең кредитын ваҡытында түләй алмауына битараф ҡалырға ярамай, сөнки был күренеш социаль көсөргәнеште арттыра.
Банктар бер-береһе менән хеҙмәттәшлек ит­кәндә, әлбиттә, бындай аяныслы хәл тыумаҫ ине. Ниндәйҙер банкка бурысы булған кешегә ни өсөн икенсе финанс ойошмаһы тағы кредит бирә? Һис кенә лә аңлашылмай.
Хәҙер кредитһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Бурысҡа бирелгән аҡсаға йорт һатып алыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ, автомобиль, көнкүреш тауарҙары, йыһаз тураһында әй­теп торорға ла кәрәкмәй. Ә инде түләүгә килгәндә, быныһы инде – бөтөнләй икен­се мәсьәлә...




Автор: И. АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә