Бурысҡа баттыңмы? “Ышаныс” ярҙамға ашыға17.04.2015
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов республикабыҙҙа иҡтисадтың яҡшы үҫешен һәм социаль тотороҡлолоҡто тәьмин итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәрҙе.
Сара барышында “Ышаныс” банк-ара реструктуризациялау милли үҙәге етәксеһе Илшат Ғәлимов кредиттарын ауырлыҡ менән түләүселәрҙең хәлен еңеләйтеү тәңгәлендә бик үҙенсәлекле алым тәҡдим итте. Эйе, төрлө сәбәптәр арҡаһында бурыс һаҙлығына батыусылар артҡандан-арта. Мәҫәлән, кемдер, түләй алыу мөмкинлеге ныҡ сикләнгән осраҡта ла, ике-өс, хатта дүрт-биш банктан бер юлы кредит юллай. Һөҙөмтәлә ул муйындан бурысҡа сума. Тап ошондай осраҡта “Ышаныс” ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Хәле киҫкенләшкәндә халыҡ был үҙәккә туранан-тура мөрәжәғәт итә ала.
Банк менән бурыслы араһында күпер ролен үтәйәсәк “Ышаныс”. Банктар өсөн хеҙмәт түләүле – бер кешегә тариф өс мең һум күләмендә ҡаралған. Ә бурыслы кеҫәһенән бер тин дә артыҡ сығармаясаҡ. Үҙәк үҙ эшен тиҙҙән башлар тип көтөлә, проект Хөкүмәт тарафынан хупланды.
Илшат Әнүәр улының билдәләүенсә, кешеләрҙең кредитын ваҡытында түләй алмауына битараф ҡалырға ярамай, сөнки был күренеш социаль көсөргәнеште арттыра.
Банктар бер-береһе менән хеҙмәттәшлек иткәндә, әлбиттә, бындай аяныслы хәл тыумаҫ ине. Ниндәйҙер банкка бурысы булған кешегә ни өсөн икенсе финанс ойошмаһы тағы кредит бирә? Һис кенә лә аңлашылмай.
Хәҙер кредитһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Бурысҡа бирелгән аҡсаға йорт һатып алыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ, автомобиль, көнкүреш тауарҙары, йыһаз тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй. Ә инде түләүгә килгәндә, быныһы инде – бөтөнләй икенсе мәсьәлә...