Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ибрай майын тәмләгәнегеҙ бармы?
Ибрай майын тәмләгәнегеҙ бармы? Туҡһанынсы йылдарҙа колхоздарҙы тарҡата башлағас, ауылдарҙа ҡайһы берәүҙәр фермерлыҡҡа тотондо, йүнселлеккә сумды. Әммә барыһы ла ауырлыҡтарҙы йырып сыға алманы, күптәр ҡул һелтәп ҡуйҙы. Яңы быуат яңы эшҡыуарҙар дәүерен алып килде. Былары иһә аҡты ҡаранан яҡшыраҡ айырҙы, әммә барыбер кәртәләр етерлек ине.


Түбәнге Ибрай ауылы егете Венер Шәйхуловтың эшмә­кәр­леге “икенсе дәүергә” ҡарай – бынан 10 йыл элек көнбағыш майы етештерә башлаған. Ул инженер булып эшләгән урындағы хужалыҡ тарҡалғас, башта мал тотҡан, башҡа ерҙә көсөн самалаған. Шулай ҙа, ныҡлы уйлағандан һуң, әлеге шөғөлгә тотонорға булған.
— Стәрлетамаҡ ҡалаһында та­нышым көнбағыш майы һыға ине, үҙенә яңы ҡорамалдар алғас, быныһын миңә көтәсәккә һатты. Ташландыҡ бинаның бер бәләкәй генә бүлмәһендә башланым инде, – тип хәтерләй Венер Нәркис улы бизнесының сәскә атҡан йылдарын. Әйткәндәй, ул саҡтағы ҡорамалдар әле лә сафта, йүнәтеп-ҡарап торғас, бер ҙә бирешмәй икән.
Хәҙер уңышлы эшҡыуар би­наның бер бүлмәһен генә түгел, уны тотошлай һатып алған, хатта төкәтмә лә төҙөгән. Цехты киң йәйелдерер өсөн бина иркен кәрәк шул: май сығарыу урыны, килтергән көнбағышҡа һаҡлағыс, майҙы һауыттарға тултырыр өсөн айырым урын, хеҙмәткәрҙәргә бүлмә… Хеҙмәткәр тигәндән, Венер Шәйхулов дүрт ауылдашына эш урыны булдырған – егеттәр сменалап май сығара. Эш хаҡы ла “майлы” ғына икән.
— Эшләгән кешегә ҡайҙа ла табыш бар ул. Уңышһыҙлыҡҡа осраһаң да туҡтап ҡалырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта бер көн эсендә байығам тип тә хыял­ланырға түгел. Аҡса ниге­ҙендә — ҙур хеҙмәт, — ти ул бизнес асылы хаҡында.
Әлбиттә, йүнсел көнбағышты үҙе сәсеп үҫтерһә, сеймал күпкә осһоҙораҡ тура килә, һөҙөмтәлә табыш арта. Әммә был культураны бер үк баҫыуҙа юҡ тигәндә лә дүрт йылдан һуң ғына ултыртырға ярай. Венер Нәркис улы эшкәрткән көнбағыш күләмен самалаһаң, ауыл тирәләй генә түгел, тотош район баҫыуҙарын эшкә ҡушырға тура киләсәк – был бер. Икенсенән, бер юлы бөтөн тармаҡта ла эшләү мөмкин түгел, ярамай ҙа. Һәр кем үҙе белгән, үҙенә оҡшаған юл буйынса ғына барырға тейеш, шунда ғына теүәл уңышҡа өлгәшеп була. Һәр хәлдә әңгәмәсем ошо фекер яҡлы.
Әйткәндәй, Стәрлебашта Шәй­хуловтан тыш тағы бер нисә көнбағыш майы айыртыусы бар. Бигерәк тә шуныһы иғтибарға ла­йыҡ: улар эштәрен башлағанда өйрәнеү өсөн әлеге булдыҡлыға мөрәжәғәт иткәндәр. Берәү бул­һа, конкуренциянан ҡурҡып, яҡын да ебәрмәҫ ине, ә Венер Нәркис улы, киреһенсә, ҡулынан кил­гән­сә кәңәштәр биреп, ярҙам ҡулы һуҙған. Ғөмүмән, район үҫеше өсөн янып йәшәй ул, иң әүҙем эшҡыуарҙар рәтендә. Сараларҙа ҡатнашып тора, программа­лар­ҙан баш тартмай, район хакимиә­тенең ярҙамын тоя. Мәҫәлән, былтыр 50 мең һумлыҡ субсидия алыуы күпте һөйләй. Әле яңы ғына “йүгәнләгән” “МТЗ-82” өсөн түләгән аҡсаһының күпмелер өлөшөн кире ҡайтарырға өмөт итә.
— Көнбағыш майы эшләүсе­ләрҙе ҡануниәт буйынса хәҙер ябай эшҡыуарҙар рәтенән ауыл хужалығы продукцияһы етеш­тереүселәр сафына күсереү ҙә отошло, сөнки ташламалар ҙа бар, махсус программалар ҙа етерлек, — тип үҙенә ҡағылышлы яңылыҡтар менән дә уртаҡлаша йүнсел һүҙ ыңғайында.
Көнбағыштың нисек майға әйләнеүенә туҡталғанда, эш бы­на нисек тора: йүнсел таҙа һәм ҡоро орлоҡ һатып ала. Уны таҙартҡан ваҡытта сүп-сары елгә оса, эре емештәр махсус һа­уыт­ҡа ҡойола, транспортер ярҙа­мында икенсе бүлмәгә китә. Был бүлмәлә оҙаҡ ятмай улар, “Петкус” исемле аппараттарға йүнәлә. Беренсе аппарат 90 градус эҫе­лектә емештәрҙе һытып, май сығара, иҙелгән емештәр артабан икенсеһенә китә – унда ла шул уҡ күренеш.
Күптәр майҙы таҙартыу, унан ҡайһы бер матдәләрҙе алып ташлау өсөн төрлө ысул ҡуллана, күп осраҡта химияға мөрәжәғәт итә. Ә бына Венер Шәйхулов иһә экологик яҡтан таҙа продукцияны махсус һауыттарҙа май төбө үҙе ултырғансы тота. Ә артабан ул “Ибрай майы” пластик һауыт­тарға тултырыла, шунан инде — кәштәләргә. Эшкәртелгән түпрә менән май төбө лә әрәмгә китмәй, сөнки уларҙың составында витаминдар күп. Шуға урындағы хужалыҡтар (элек хатта күрше өлкәләрҙән дә килгәндәр) ҡал­дыҡ­тарҙы сиратҡа тороп ала.
…Тәү ҡарашҡа бик ябай һәм табышлы күренә көнбағыш майы етештереп һатыу. Тик төбөнә төшһәң, ай-һай. Ғөмүмән, ҡурҡаҡ­тар һәм ялҡауҙар өсөн түгел был шөғөл.
— Эйе, тауарҙы етештереү – бер мәсьәлә, уны һатып алыу­сыға алып барып еткереү – бына ҡайҙа ята төп ауырлыҡ. Әлбиттә, магазиндарға тарата­быҙ, йәр­мин­кәләр бик ҡулайлы. 10 йыл эсендә кем менән генә эшлә­мәнек: берәүҙәр китә, урындарына икенселәр килә. Шул уҡ ваҡытта ҡыйбатыраҡ экологик таҙа тауарҙы һатыуы ла ауы­ры­раҡ, ә күберәк табыш алам тип химия һәм башҡа ысулдар ҡул­ланыу – минең өсөн ят күре­неш, – ти Венер Нәркис улы ауыр­лыҡтарҙың “ҡаймағы” хаҡында.
Тағы бер нәмәгә иғтибар итмәү мөмкин түгел: Венер Шәй­хулов өс литрлыҡ һауыттағы майҙы магазиндарға 165 һум менән тапшыра (клиентына ҡарап – хатта 150 һум). Магазин 20 процент самаһы хаҡ өҫтәгәндә лә 200 самаһы була. Стәрле­тамаҡ ҡалаһында, мәҫәлән, шул уҡ күләмдәге икенсе бер етеш­тереүсе тәҡдим иткән май (йы­раҡтан килгән тауар) 300 һумдан ашыу тора. Тимәк, үҙ етеште­реүселәребеҙгә “йәшел ут” ты нығыраҡ яҡтыртыу барыһына ла отошло түгелме?!


Район: Стәрлебаш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Салауат Юлаевтың элекке һәйкәлен ҡуйыу урыны билдәле булды

Салауат Юлаевтың элекке һәйкәлен ҡуйыу урыны билдәле булды 12.11.2026 // Йәмғиәт

2027 йылда Өфөгә Ағиҙел йылғаһы ярына Салауат Юлаев һәйкәле урынлаштырыласаҡ. Хәҙер уны скульптор ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк

Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк 12.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе
Башҡортостан Башлығы Иҫәнғол поликлиникаһын ремонтларға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Иҫәнғол поликлиникаһын ремонтларға ҡушты 11.11.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Район дауаханаһын төҙөкләндереү 1 декабргә тамамланырға ......

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте

Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте 11.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын асыу көнөн әйтте...

Тотош уҡырға 2

«Уйларға кәрәк»: Башҡортостан Башлығы вейптарҙы тыйыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

«Уйларға кәрәк»: Башҡортостан Башлығы вейптарҙы тыйыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе 11.11.2026 // Йәмғиәт

Тура бәйләнештә Радий Хәбиров балаларҙы бәйлелектән һаҡлау өсөн вейптар һәм электрон тәмәке һатыуҙы ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы Нуғай ауылына илткән юлды тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Нуғай ауылына илткән юлды тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты 11.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Нуғай ауылына илткән юлды тиҙ арала тәртипкә килтерергә ҡушты...

Тотош уҡырға 2

Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр

Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр 11.11.2026 // Йәмғиәт

Өфө мэры вазифаһына кандидаттың «бик етди кеше» булыуын билдәләнеләр...

Тотош уҡырға 3

Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте

Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте 11.11.2026 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе «Өфө муйынсағы»ның киләсәге хаҡында әйтте...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров ни өсөн БПЛА хәүефе янағанда мобиль интернетты һүндереүҙәре тураһында һөйләне

Радий Хәбиров ни өсөн БПЛА хәүефе янағанда мобиль интернетты һүндереүҙәре тураһында һөйләне 11.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы бының мөһимлеген аңлатты һәм республика халҡынан тейешенсә ҡабул итеүҙәрен ......

Тотош уҡырға 3

Республика биләмәһендә 7 БПЛА атып төшөрөлгән

Республика биләмәһендә 7 БПЛА атып төшөрөлгән 11.11.2026 // Йәмғиәт

Республика биләмәһендә 7 БПЛА атып төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә боҙ ҡаласыҡтарын төҙөү урындары билдәле булды

  1. адам
    адам от 22.04.2015, 12:21
    Бик шэп май!нисэ йыл улардан гына алабыз!

Комментарий өҫтәргә