Һәр заман кешеһе булмышына ярашлы үҙенән һуң ниндәйҙер эҙ ҡалдыра. Барлыҡ ғүмерен халҡына бағышлап йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ғына түгел, яҙыусы, шағир, телсе, сәйәсмән, тарихсы, тәржемәсе булып танылған ағайым Әкрәм Бейешев тураһында бәйән итеүем. Ул, һис һүҙһеҙ, юғары мәҙәниәтле, энциклопедия кимәлендә фекер йөрөтә белгән киң ҡоласлы ғалим һәм кеше булды. Рәсәйҙә танылыу тапты, исемен илленән ашыу ғилми хеҙмәте менән донъя кимәленә күтәрҙе. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова әйтеүенсә, Әкрәм Бейештең “Төрки телдәрендә беренсе оҙон һуҙынҡылар” хеҙмәте йөҙәр йылдар буйы төркиәт фәнендә бәхәс тыуҙырған проблеманы сисеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә”. Мәскәү дәүләт университеты ғалимдары ла был ғилми эшкә юғары баһа бирә. Әкрәм ағайымдың фәндәге юлының башланғысы ошо була. Әгәр ҙә ул лингвистика буйынса, йәғни тел белгесе булараҡ эшен дауам итһә, фән докторы, профессор, академик булыр ине. Ләкин ул үҙ мәнфәғәтен ҡуйып тороп, башҡорт донъяһында беренсе булып уҙған быуаттың 60-сы йылдарында башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөргә тотона. Был өр-яңы эш еңел бирелмәй. Уға үҙ коллективы менән меңәрләгән әҙәби китап, ғилми, сәйәси баҫмаларҙы, ваҡытлы матбуғат аҡтарып, халыҡ ижадын, архив материалдарын тикшереп, миҫалдар тупларға, төрлө диалект һөйләшен өйрәнергә тура килә.
Һүҙлек төҙөү төркөмө ағзаһы Зәкиә Ураҙбаева бына нимә ти: “Әкрәм Ғибаҙулла улы был хеҙмәтте барлыҡ зиһенен ҡушып, йөрәк көсөн, күңелен биреп башҡарҙы. Төҙөлгән өлөштө нәшерләгәндә Әкрәм ағай һәр берәмектең нисә мәғәнәгә бүленгәнен, ниндәй төҫмөрҙәргә эйә булғанын, һәр ҡайһыһын карточкаларҙан берәмләп үҙе ҡарап сыға, шунан һуң ғына, автор риза булһа, шул көйө ҡалдыра. Ә күпселек осраҡта ул, бер ҙә йыбанмай, кәрәкле һүҙгә өр-яңынан аңлатма яҙып, һүҙбәйләнештәр һәм миҫалдарҙың икенсеһен, нығыраҡ килешкәнен ҡуйып сығыр ине. Бындай эш алымы, яуаплылыҡтан тыш, уның һөнәренә бирелгәнлеген, теүәллеген, ғилем даирәһенең киңлеген күрһәткән сифат булып торҙо. Был һүҙлек киләһе быуын өсөн бик мөһим, ул хазина ҡәҙерләп һаҡланып, ҙур ғалим үҙе теләгәнсә, халҡына ла, теленә лә оҙаҡ-оҙаҡ йылдар хеҙмәт итер тип өмөт итәбеҙ”.
Әкрәм ағай ошо беренсе һәм оло хеҙмәткә үҙенең 25 йыл ғүмерен бирҙе. Һүҙлекте төҙөп, уны халыҡ күңеленә ятырлыҡ итеп, ғилми яҡтан дөрөҫ нигеҙләй. Донъя кимәлендәге башҡа телдәге һүҙлектәрҙән кәм булмаған башҡорттоң беренсе аңлатмалы һүҙлеген булдырыу еңел бирелмәй. Уға эшен еренә еткереп башҡарыу менән бер рәттән аңһыҙ, тел ғилемен белмәгән, “телсе” исемен күтәреп йөрөгән ҡайһы бер ялағайҙарҙың эшкә аяҡ салыуҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барырға ла тура килә! Тик теленә, халҡына булған сикһеҙ һөйөүе, эскерһеҙлеге, тоғролоғо ғына уны был эште — шырлыҡта бураҙна һалыуға тиң хеҙмәтте — уңышлы тамамлап сығырға, нәшергә тулыһынса әҙерләргә көс бирә.
1993 йылда ике томлыҡ һүҙлек Мәскәүҙә “Русский язык” нәшриәтендә донъя күрҙе. Был яңылыҡты халыҡ һәм йәмәғәтселек оло шатлыҡ менән ҡаршы алды. Ниһайәт, ижад хеҙмәткәрҙәренә, ғөмүмән, бар халыҡҡа энциклопедияға тиң ғилми яҡтан ныҡлы эшкәртелгән, күп һанлы миҫалдар менән иҫбатлап, төрлө-төрлө дәлилдәр менән нығытылған ҡулланма сығарҙы Әкрәм ағайым.
Был әсбап күптәрҙең өҫтәл китабына әйләнде, әммә ул бөгөн сауҙала юҡ. Шулай ҙа ошо аңлатмалы һүҙлек нигеҙендә әленән-әле яңы әсбаптар сығып тора. Әммә беренсе “Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге” менән Әкрәм ағай Бейешев башҡорт теленә мәңгелек һәйкәл һалды.
Һүҙлек өҫтөндә арманһыҙ булып эшләп ултырғанда ла ул һаман тел тураһында көйөндө. Әҙәбиәттә, матбуғат биттәрендә, башҡорт теле буйынса дәреслектәрҙә телдең сафлығын күрәләтә боҙоуҙары тураһында күп мәҡәләләр, монографиялар ҙа яҙып өлгөрҙө. Бер генә миҫал: бөгөнгө башҡорт теле орфографияһы хаҡындағы хеҙмәтен телсе 1981 йылда әҙерләп ҡалдырҙы.
1986 йылда ул хаҡлы ялға китте, әммә быға тиклем ҡулы теймәгән, ләкин күңелендә йөрөткән тел тураһындағы бик күп мәсьәләләргә ҡағылышлы хеҙмәттәрен, башҡорт халҡының үткән юлын, тарихын ныҡлап өйрәнеп, “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше” исемле китабын сығарҙы. Унда Әкрәм ағай башҡорт халҡының тарихын башҡорт күҙлегенән сығып яҙа. Үҙе әйтмешләй, халҡының “көмөш кеүек саф тарих юлы”н ғорурланып та, әрнеп тә һүрәтләй. Саф, сөнки башҡорт халҡының тарихында хурланырлыҡ бер генә хилафлыҡ та юҡ. Беҙҙең халыҡ сит тарафҡа бер ваҡытта ла һөжүм итмәгән, ерен-һыуын баҫып алмаған, тик үҙ илен баҫҡынсыларҙан ғына һаҡлаған. Быуаттар буйы ғәҙеллек өсөн көрәшкән, ғазап сиккән, әммә сит-яттарға баш эймәгән.
1999 йылда Әкрәм Бейешев урыҫ телендә “Нация и национальная политика” тигән китабын баҫтырҙы. Был баҫмаһында В.И. Лениндың милли мәсьәләләргә булған ҡарашын, уларҙың үҫеш юлын тикшереп, Лениндың, СССР-ҙың милли сәйәсәтен киҫкен тәнҡитләй, дәүләттең тарҡалыу сәбәптәрен аңлата, замана сәйәсмәндәренә иҫкәртеү яһай. 1990 йылдарҙа яҙған тезистарын өйрәнеп, бөгөн билдәле сәйәсмән, Татарстандың экс-президенты Минтимер Шәймиев бына нимә ти: “Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейешев оло ғалим ғына түгел, көслө сәйәсмән, үткер ғалим-политолог ул”.
Әкрәм ағай Бейешев заман һулышын тойоп йәшәгән ғалим булды. Уны халҡыбыҙҙың тарихы ғына түгел, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә борсоно. Ул башҡорт теленә тотош анализ яһаны, матбуғатта киткән хаталарҙы төҙәтеп, телде камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе, телдең сафлығы, әҙәби тел нормаларын яҡлап, тел мәҙәниәтен үҫтереү буйынса күп хеҙмәттәр яҙҙы. 1999 йылда сыҡҡан “Тел хикмәттәре” исемле китабы яҙыусылар, журналистар, уҡытыусылар өсөн бик кәрәкле әсбап булды. Унда башҡорт теленең бөтә нескәлектәре асып бирелгән. Телде өйрәнеүселәр, уның ысын асылын белергә, үҙ эшендә дөрөҫ ҡулланырға тырышҡандар был китапты, һис шикһеҙ, уҡырға, өйрәнергә тейеш, шул ваҡытта ғына ул – уҡытыусымы, журналисмы, яҙыусымы – үҙен тел белгесе, йәғни телде дөрөҫ ҡулланам тип әйтә ала.
Әкрәм ағай тарихта киң диапазонлы ғалим булараҡ ҡалды. Ул үҙен тәржемә өлкәһендә лә күрһәтте. 1957 йылда тәржемә иткән “Ҡытай хикәйәләре” китабын, әйтерһең дә, үҙе яҙған: теленең матурлығы, аңлайышлы һүҙҙәр уның иҫ киткес белгес икәнен иҫбатлай. Шулай уҡ А. Пушкин шиғырҙарын, И. Тургенев әҫәрҙәрен дә тәржемә итте. Ғәрәпсәнән “Ҡөрьән”де ауҙарыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Хеҙмәт бик уңышлы булды: уны бишенсе тапҡыр нәшер иттеләр, халыҡ ихтыяжы артҡандан-арта.
Әкрәм Бейеш шағир ҙа, прозаик та ине. 2002 йылда “Көл аҫтында ҡуҙ” тигән китабы был һәләтен дәлилләне. Әкрәм ағайҙың әҙәби ижадын уның ғилми һәм публицистик эшмәкәрлегенән, кешелек булмышынан айырып булмай. Һәр хеҙмәтендә, әҫәрендә уның ихласлығы, тура һүҙлелеге, туған телен, халҡын сикһеҙ яратҡаны тойолоп тора. Милләттең бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында тәрән уйланған шәхес үҙен аяманы, тик халҡына хеҙмәт итте. 1956 йылда яҙған дүрт юллыҡ бер шиғырында:
Халҡым минең, йөрәк ярпым минең,
Зарым минең, йырым һин минең.
Һин булмаһаң, ни тип йәшәр инем,
Нимәм ҡалыр ине һуң минең? –
тип яҙҙы.
Икенсеһендә:
Нисек үҙем тип йәшәмәк кәрәк,
Үҙеңдән ҙур халҡың бар була?
Үҙең өсөн йәшәү — әҙ ғүмерҙе
Һыуға һалыу менән бер була, –
тине.
Уның хикәйәләрендә ябай кеше яҙмышы, көнкүреше, бәләкәй генә хеҙмәттең дә ҙурлығы күрһәтелә. Хеҙмәтсәндең донъялағы ролен данлай, әммә ҡайһы берәүҙәрҙең эсеү арҡаһында үҙ ҡәҙерен юғалтыуына, кеше исеменә тап төшөрөүенә көйөнә. Бәхетһеҙлектең башы эскелектә икәнен дә әйтә.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында ул роман яҙырға ла өлгөрҙө. Был “Ил аҙабы” исемле әҫәре үҙе вафат булғандан һуң нәшер ителде. Ғөмүмән, Әкрәм Бейешевтең һәр хеҙмәте юғары иғтибарға лайыҡ.
Әҫәрҙәренең ҡайһы берҙәрен мәктәп программаһына индереү ҙә насар булмаҫ ине. Ошондай оло хеҙмәттәр яҙып ҡалдырған ғалим, яҙыусы үтә лә ябай, инсафлы, ярҙамсыл ине. Ул дан өсөн түгел, үҙенән һуң халҡына ярҙам итерлек хеҙмәт ҡалдырыу өсөн тырышты. Эшләне лә эшләне, әммә үҙе өсөн бер нәмә лә талап итмәне. Шуға етәкселәр ҙә уның ҙур хеҙмәтенә баһа бирергә ынтылманы. Был донъянан киткәндә бер ниндәй ҙә маҡтаулы исеме юҡ ине.
Ҡыҫҡаһы, үҙенә түгел, теленә һәйкәл ҡойоп ҡалдырҙы. Профессор Ф. Хисамитдинова әйткәнсә: “Әкрәм Бейешев 25 йыл ғүмерен биргән бер һүҙлек менән генә лә халҡыбыҙҙың быуаттар буйы йыйған рухи байлығын киләсәк быуынға тапшырыу бурысын үтәп китте”.