Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эй зифа ла буйҙарың!
Эй зифа ла буйҙарың! Эй зифа ла буйҙарың,
Билең нескә тал...
— тигән йыр юлдары Гүзәл Ғәбдекәева өсөн генә сығарылған кеүек. Уның сибәрлеген, нәфислеген, өлгөрлөгөн, киң күңеллелеген күреп һоҡланмау мөмкин түгел. Эштә уңған, яғымлы, шул уҡ ваҡытта нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙҙарҙың барлыҡ ыңғай сифаттарын үҙендә туплаған Гүзәл.

Был наҙлы гүзәл затҡа һоҡланғыс тәбиғи һәләт ҡай­ҙан бирелгән һуң? Һорауға яуапты оҙаҡ эҙләргә түгел. Ул районыбыҙҙың хозур тәбиғәт­ле Үрмәт ауылында Хөснөт­ди­новтарҙың татыу ғаи­лә­һендә беренсе бала булып донъя­ға килгән. Ата-әсәһе ҡыҙҙарында сәнғәткә, әҙәбиәткә, белемгә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгән.
Эй зифа ла буйҙарың!Гүзәл урта мәктәпте та­мам­лағас та, Кушнаренко педагогия училищеһына уҡыр­ға инә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Талантлы ҡыҙ һаман юға­рыға үрелә. Стәрле­тамаҡтағы мәҙәни­әт техникумында бе­лем ала, 2010 йылда Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт уни­верситетының һын­лы сәнғәт һәм дизайн бүлеген уңышлы тамамлай. Был йылдарҙа район мәҙәниәт һарайында эшләп йөрөгән ҡыҙ белемен ситтән тороп камиллаштыра. “Йәш­лек” ха­лыҡ бейеүҙәре ансам­блендә бейене, “Сағыл” ха­лыҡ театрында төрлө ролдәр баш­ҡарып, сәхнә йон­доҙо бу­лырлыҡ дәрәжәгә күтәрел­де. Уңышлы хеҙмәт юлын бынан ун бер йыл элек район мәҙәниәт һарайында баш­лаған Гүзәл һуңғы биш йыл­да район сәнғәт мәктә­бендә “Һипкел­дәр” балалар бейеү төркөмөн етәкләй. Унда ете йәштән алып ун ике йәшкә тиклемге балаларҙы бейеү серҙәренә өйрәтә.
“Һипкелдәр” төркөмө ойош­торол­ған­дан бирле ра­йонда иң әүҙем сығыш яһаусы булараҡ танылды. Республика кимәлендәге са­раларҙа ла әүҙем ҡат­нашалар. Бигерәк тә “Баш­ҡорт­остан ынйылары”, “Сәс­кә ат, минең республи­кам”, “Әпипә”, “Тау балала­ры” кавказ, амери­кандарҙың “Кан­три”­һы, шу­лай уҡ “Ут һәм һыу” спорт бейеүҙәрен тамашасылар көслө ал­ҡышҡа күмә.
Район сәнғәт мәктәбе кес­кәй күңел­дәрҙә тыуған хыял­дарға осор ҡанат ҡуя тиһәк, һис кенә лә яңылышмаҫбыҙ.
– Төбәктә балалар ижадын үҫте­реүгә ҙур иғтибар би­релә. Был район етәксе­ләренең киләсәк быуын хаҡын­да атай­ҙарса хәстәр­легенән дә килә, — ти Гүзәл Илгиз ҡыҙы.
Бер үк бейеү хәрәкәтен ҡат-ҡат ҡабатлап, ҡыҙҙар һәм малайҙар сәм­ләнеп ныҡыш­малылығын үҫтерә. Һө­ҙөмтә булғансы эшләргә өйрәнеү – һәр өлкәлә уңышҡа илткән сифат. Ә был кешегә ғүмер буйы ауыр­лыҡтарҙы еңеп сығырға, хәл-ваҡи­ғаларҙан өҫтөн булырға ярҙам итә.
Бер балаға ла йән йылы­һын йәл­ләмәгән хәстәрлекле уҡытыусы һәр саҡ ижад итә: әле яңы бейеү һала, әле сағыу костюмдар уйлап таба. Иң мөһиме – балаларҙы бик ярата. Шуға уның дәрес­тәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алалар.
Өҫтәүенә уңған ҡатын да, хәс­тәрлекле әсә лә, һеңле­һенә терәк тә. Ире Айҙар – уның таянысы. Ул да – оҫта бейеүсе-педагог, уңыштарға өлгәшкән белгес.
Гүзәлдең һәр көнө мөхәб­бәттән, матурлыҡтан, изге ниәттәрҙән генә үрелһен, яңы­нан-яңы асыштарға ынтылып йәшәһен.


Автор: Элена ҒИЛМУЛЛИНА. Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә