Эй зифа ла буйҙарың,
Билең нескә тал...
— тигән йыр юлдары Гүзәл Ғәбдекәева өсөн генә сығарылған кеүек. Уның сибәрлеген, нәфислеген, өлгөрлөгөн, киң күңеллелеген күреп һоҡланмау мөмкин түгел. Эштә уңған, яғымлы, шул уҡ ваҡытта нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙҙарҙың барлыҡ ыңғай сифаттарын үҙендә туплаған Гүзәл. Был наҙлы гүзәл затҡа һоҡланғыс тәбиғи һәләт ҡайҙан бирелгән һуң? Һорауға яуапты оҙаҡ эҙләргә түгел. Ул районыбыҙҙың хозур тәбиғәтле Үрмәт ауылында Хөснөтдиновтарҙың татыу ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән. Ата-әсәһе ҡыҙҙарында сәнғәткә, әҙәбиәткә, белемгә, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләгән.
Гүзәл урта мәктәпте тамамлағас та, Кушнаренко педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Талантлы ҡыҙ һаман юғарыға үрелә. Стәрлетамаҡтағы мәҙәниәт техникумында белем ала, 2010 йылда Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университетының һынлы сәнғәт һәм дизайн бүлеген уңышлы тамамлай. Был йылдарҙа район мәҙәниәт һарайында эшләп йөрөгән ҡыҙ белемен ситтән тороп камиллаштыра. “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейене, “Сағыл” халыҡ театрында төрлө ролдәр башҡарып, сәхнә йондоҙо булырлыҡ дәрәжәгә күтәрелде. Уңышлы хеҙмәт юлын бынан ун бер йыл элек район мәҙәниәт һарайында башлаған Гүзәл һуңғы биш йылда район сәнғәт мәктәбендә “Һипкелдәр” балалар бейеү төркөмөн етәкләй. Унда ете йәштән алып ун ике йәшкә тиклемге балаларҙы бейеү серҙәренә өйрәтә.
“Һипкелдәр” төркөмө ойошторолғандан бирле районда иң әүҙем сығыш яһаусы булараҡ танылды. Республика кимәлендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Бигерәк тә “Башҡортостан ынйылары”, “Сәскә ат, минең республикам”, “Әпипә”, “Тау балалары” кавказ, американдарҙың “Кантри”һы, шулай уҡ “Ут һәм һыу” спорт бейеүҙәрен тамашасылар көслө алҡышҡа күмә.
Район сәнғәт мәктәбе кескәй күңелдәрҙә тыуған хыялдарға осор ҡанат ҡуя тиһәк, һис кенә лә яңылышмаҫбыҙ.
– Төбәктә балалар ижадын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Был район етәкселәренең киләсәк быуын хаҡында атайҙарса хәстәрлегенән дә килә, — ти Гүзәл Илгиз ҡыҙы.
Бер үк бейеү хәрәкәтен ҡат-ҡат ҡабатлап, ҡыҙҙар һәм малайҙар сәмләнеп ныҡышмалылығын үҫтерә. Һөҙөмтә булғансы эшләргә өйрәнеү – һәр өлкәлә уңышҡа илткән сифат. Ә был кешегә ғүмер буйы ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, хәл-ваҡиғаларҙан өҫтөн булырға ярҙам итә.
Бер балаға ла йән йылыһын йәлләмәгән хәстәрлекле уҡытыусы һәр саҡ ижад итә: әле яңы бейеү һала, әле сағыу костюмдар уйлап таба. Иң мөһиме – балаларҙы бик ярата. Шуға уның дәрестәрен түҙемһеҙлек менән көтөп алалар.
Өҫтәүенә уңған ҡатын да, хәстәрлекле әсә лә, һеңлеһенә терәк тә. Ире Айҙар – уның таянысы. Ул да – оҫта бейеүсе-педагог, уңыштарға өлгәшкән белгес.
Гүзәлдең һәр көнө мөхәббәттән, матурлыҡтан, изге ниәттәрҙән генә үрелһен, яңынан-яңы асыштарға ынтылып йәшәһен.