24 – 26 апрелдә Өфөлә “Вики-һабантуй-2015” үтә. Ошо уңайҙан ирекмәндәр Башҡорт дәүләт университеты, Тарих, тел, әҙәбиәт институты менән берлектә “Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт” тип аталған халыҡ-ара асыҡ ғилми-ғәмәли конференция ойоштора. Интернет селтәрендәге башҡорт телендәге яҙмалар, башҡорт теленең ҡулланылышы хаҡында фекер алышыуҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Тәҡдим ителгән ҡайһы бер мәҡәләләр менән гәзит уҡыусылар ҙа танышһын әле.
Белемле, әҙерлекле белгестәргә ихтыяж артҡандан-арта. Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың һөҙөмтәле ысулдарын, алымдарын эҙләргә, уңышлыларын ғәмәлгә индерергә кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙаллы эшләргә өйрәнеү ҡеүәһен, активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә уйлап тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәгән, хыял ҡанаттары үҫтергән, уйлатҡан эш төрҙәре һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫылташтар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табышы буласаҡ.
Тәжрибәле уҡытыусылар өсөн методикалағы ҡайһы бер алымдар, ысулдар үтә ябай булып күренергә лә мөмкин. “Яңылыҡ асам” йәки “асыш яһайым” тип, дәрес һайын бер методты, системаны тикшереп, тәжрибә үткәреү менән мауығырға ярамай. Дәрестең темаһына, маҡсатына, төрөнә, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, белем кимәленә тап килерлеген, программа материалын һөҙөмтәле үҙләштерергә ярҙам итерлеген һайлап алыу отошло. Дәрес бала күңелен ҡуҙғатырлыҡ, уның иң нескә тойғоларына тәьҫир итерлек булһын өсөн уҡытыусы уҡыусының аң-зиһенен үҫтереү өсөн йүнәлеш биреүсе, күрһәтеүсе ролен үтәргә тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәре романтик, патриотик рухлы, “серле” булһа, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу арта. Дәрес ваҡытында Википедияны ҡулланыу артыҡ булмаҫ, сөнки уның аша уҡыусыларға ҡыҙыҡһыныу һәм төрлө мәғлүмәт бирә алабыҙ. Беренсе тапҡыр уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә ҡарап нисек ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.
Ябай ғына эш төрҙәренә, дәрестәргә мауыҡтырғыс исемдәр биреү ҙә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Мәҫәлән, “әҙәби вернисаж”, “әҙәби кафе”, “эште тикшереүселәр алып бара”, “дәрес-аукцион” (белем баҙары), “хәтер һынаш” (“бәхетле осраҡ”), “дәрес-көс һынашыу”, “дәрес-йыйын”, “дәрес-лабиринт”, “дәрес-хөкөм”, “мөғжизәгә килә ышанғым”, “ҡышҡы һабантуй”, “лексик йәрминкә”, “Википедия илендә” һ.б. Эш, әлбиттә, исемдә генә түгел. Дәрестең йөкмәткеһе, формаһы, ҡулланылған алымдары уның есеменә тап килеп, уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш тәрбиәләргә тейеш.
Был һәр дәресте лә уйнап-көлөп, күңел асып ҡына үткәреү тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, үтә ауыр эш. Уҡытыусы, Википедияны ҡулланып, дәрестең структураһын төҙөргә, уҡыусылар теманы үҙләштереүҙә эҙләнеп, көс түгеп башҡарырға тейешлекте белдерә был ижади дәрестәр.
Мәҫәлән, “лингвистик һабантуй” үткәргәндә, һабантуй программаһына бәйле ярыш-уйындар ойошторола һәм Википедиянан да алынған материалдар ҡулланыла, тик улар тел дәрестәрендә өйрәнелә торған программа материалы нигеҙендә төҙөлә. Яңы һәм традицион дәрестәрҙең яңы варианттары формаһында үткәрелгән дәрестәрҙә һәр уҡытыусының булдыҡлылығына юл асыу, ижади эҙләнеүҙәренә ярҙам итеү, ҡыҫҡаһы, тормошта үҙ урынын таба алырҙай йәштәр тәрбиәләү мәсьәләләре хәл ителә. Стандарт булмаған дәрестәр уҡыусыларҙы ижади эшмәкәрлеккә әйҙәй, әҙәбиәткә һәм телгә һөйөү тәрбиәләй.
Уҡытыуҙың теге йәки был формаларын, сараларын мотлаҡ ҡулланыуҙы көсләп тағырға ярамай. Һәр дәрес алдынан өйрәнеләсәк материалға уҡыусы күҙе менән ҡарай белергә кәрәк.
Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсаттан йәки функциональ күҙлектән сығып өйрәнелә. Төп маҡсат – телмәр үҫтереүҙең һәр бер төрөнә – һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға, Интернет селтәренән мәғлүмәт эҙләргә өйрәтеү.
Ҡағиҙәне күпме генә уҡыһаң да, телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур һөйләмдәр, төҙөк текстар аша телдең һығылмалылығын, мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн уйындар, мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар дәрестә урын алырға тейеш. Уҡытыусы өйрәнелергә тейешле теманың йөкмәткеһенә ҡарап төрлө уйындар һайлап, уларға төрлө ҡыҙыҡһындырырлыҡ исемдәр ҙә бирә. Мәҫәлән, “Серле ҡумта”, “Тылсымлы сәскә”, “Серле тоҡсай”, “Кем күберәк?”, “Һүҙҙәр үреү”, “Китек диктант”, “Кире-мире”, “Йомаҡ ҡойошоу”, “Мәҡәл әйтешеү” һ.б. шундай исемдәр менән, донъяны таныу юлы булған ҡыҙыҡлы уйындарҙы, аҡыл эшмәкәрлеген һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе файҙаланырға кәрәк.
Уйын аша уҡыусыны туған тел серҙәренә, әҙәбиәт донъяһына еңел генә үҙенсәлекле юл менән алып инеп була. Төрлө алымдарҙы һайлағанда уҡытыусы һәр саҡ дәрестең этабын, уның алдында торған маҡсатты күҙ уңында тоторға тейеш. Алымдар ошо маҡсатҡа йүнәлтелгәндә генә уҡытыусы ҡулында еңел ҡорал була.
Мәғлүм булыуынса, тел – донъяны танып белеү сараһы, уның тәрбиәүи көсө иҫ китмәле. Тыуған ер тәбиғәтенә һөйөү, һаҡсыллыҡ, иғтибар тәрбиәләүҙе туған телдә тирә-йүндәге ҡоштар, хайуандар, үҫемлектәр донъяһы һ.б. тематик төркөмдәргә ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәтеүҙән башларға кәрәк. Һүҙҙе өйрәнеүгә үтә иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки ул – телдең һәм уны уҡытыуҙың башланғыс берәмеге йәки асҡысы. Һүҙ – телдең төшөнсәләр менән бәйле тамғаһы, шуға күрә лә уның өҫтөндә эшләү процесында уҡыусыларҙың телмәре байый. Яңы һүҙҙәргә аңлатма биреү, уларҙы тематик принципта туплау, һөйләмдә ҡулланыу кеүек эштәрҙе башҡарғанда лексик уйындар ойоштороу отошло.
Дөйөмләштереп, ошондай һығымталар яһарға мөмкин:
1. Уҡыу процесына стандарт булмаған дәрестәрҙе индереү, уларҙа эшмәкәрлекте төрләндереү дәресте байыта, донъяны танып белеүҙә ярҙам итә. Ә хеҙмәт эшмәкәрлеге практик күнекмә бирә, уйын формаһы дөйөм эмоциональ тонусты күтәрә.
2. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәре төҫһөҙ булырға тейеш түгел. Улар заман һүрәтләүҙәре менән бергә алып барылырға, йәғни йәнле, тулы, аңлайышлы булырға, Википедия нимә икәнен өйрәтергә тейеш.
3. Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәре шәхес күңелен ҡуҙғата, уның иң нескә тойғоларына тәьҫир итә, шулай булғас, дәрес ижади эштәрҙән башҡа үтә алмай. Һәр күңелдә билдәле бер дәрәжәлә бикләнеп ятҡан ижад дәртен уятыу, ялҡынландырыу дәрестәрҙең етди әҙерләнеүенә, ҡыҙыҡлы итеп ойошторолоуына бәйле.
Ғөмүмән, туған тел уҡытыусыһы уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү, шәхес тәрбиәләү эшмәкәрлегендә әллә күпме яңы ысулдар, ҡыҙыҡлы эш төрҙәре, алымдар уйлап сығара ала. Яңылыҡтар, асыштар яһағанда әлегә тиклем билдәле булғандарының асылын белеү, берләштереү, таныш булғандарының яңы мөмкинлектәрен күҙаллау кәрәк.