Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кемдеке? Ҡабаҡтыҡы!
Кемдеке? Ҡабаҡтыҡы! Һуңғы йылдарҙа республикала төҙөлөш материалдары етештереү тармағы етеҙ үҫеш алды. Шуға бәйле баҙарҙа конкурентлыҡ айырыуса көслө. Шундай шарттарҙа “Ҡабаҡ төҙөлөш материалдары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡулланыусыларҙы үҙенең заманса сифатлы тауары менән йәлеп итә.

Завод 2013 йылда “Күперҙәр төҙөү ида­ра­лығы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство ҡеүәттәре базаһында ойошторола. Ул бетон һәм тимер-бетон әйберҙәр, шулай уҡ тауарлыҡлы бетон етештерә. Әйткәндәй, һуңғы осорҙа тимер-бетон әйберҙәр эшләгән ваҡ предприятиелар ишәйҙе. Әммә Ҡабаҡ заводы, уларҙан айырмалы, үҙенең донъя кимәлендәге стандарттарға яуап биргән продукцияһы менән билдәлелек яулай, сөнки бында етештереүҙең технологик циклы тулыһынса замандың алдынғы ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән.
Продукцияның сифаты сеймалдан тора. Уның экологик саф булыуы төп шарт итеп ҡуйыла. Мәҫәлән, ҡом Ҡабаҡ ауылы эргәһен­дәге карьерҙарҙан ҡайтарыла. Ваҡ таш, цемент, шулай уҡ арматураны һыналған һәм ышаныслы ойошмаларҙан алалар. Үҙҙәренең сифат лабораторияһы етештереүҙең барлыҡ сылбырында һәм әҙер продукцияның сифатына ныҡлы контроллек итә. Предприятиела технологик процестар тулыһынса тиерлек компьютер ярҙамында башҡарыла. Завод етәксе­леге техник һәм технологик яңылыҡҡа ҙур иғтибар йүнәлтә. Күптән түгел Германияның “ELBA” концерны етештергән яңы ҡоролманы эшкә ҡушҡандар. Ул хеҙмәт етештереүсән­леген һәм тауар сифатын тағы ла яҡшыртырға булышлыҡ иткән. Мастер А. Горошков әйте­үенсә, көнөнә 2500 кубометр бетон етештергән әлеге ҡоролма менән ни бары алты кеше идара итә. Заводтың матди-техник базаһы ҡеүәтле. Производствола мөһим урын тотҡан бетон иҙгес ике узел эшләй. Заманса автотранспорт паркы булдырылған. Күсмә техника ГЛОНАСС системаһының спутник навигация­һы менән йыһазландырылған. Был эште һәр урында ҙур теүәллек менән ойошторорға булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, заводтың бөгөнгө уңышын йәш етәксе Илдар Йосоповтың тырышлығы менән бәйләйҙәр. Предприятие Ҡабаҡ ауылы һәм тотош Ҡырмыҫҡалы районының социаль-иҡти­сади тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә. Берен­сенән, төҙөлөш материалдарының урында етештерелеүе отошло булһа, икенсенән, бөгөн завод 150-гә яҡын кешене тотороҡло эш урыны менән тәьмин итә.
– Беҙҙең предприятие Ҡабаҡ ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡанлыҡтан, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә урындағы хакимиәт­тең эшлекле ярҙамына таянабыҙ. Бер үк ва­ҡыт­та үҙебеҙ ҙә ауылдың социаль үҫешендә ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ, – ти Илдар Рафас улы.
Заводта берҙәм, тырыш коллектив туплан­ған. Бында үҙ эшен оҙаҡ йылдар дауамында тырышып башҡарған һөнәр эйәләре байтаҡ. Баш технолог А. Ғизетдинова, цех начальнигы И. Дәүләтбаев, һынау лабораторияһы мөдире Т. Родионова, смена мастерҙары Д. Ямасипов, В. Данилов хаҡында үҙ эшенең оҫтаһы тиҙәр. Операторҙар В. Йәғәфәров, М. Әминев, иретеп йәбештереүселәр Н. Петров, Д. Дәүләтҡолов, кран машинистары В. Иванов, Ғ. Садиҡов, арматурасы Х. Әсәҙуллинды ла коллективта маҡтап телгә алалар. Заводтың алтын ҡуллы эшсәндәре етештергән бетон, тимер-бетон әй­берҙәрҙең тулы комплексы, свай­ҙар, юл һәм фундамент плитәләре, баҫҡыстар һәм баҫҡыс майҙансыҡтары төҙөлөш майҙан­дарында ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Коллектив иртәгәһе көн менән йәшәй. Яҡын киләсәктә тимер-бетон әйберҙәрҙе өҙлөкһөҙ виб­роформовкалауҙың технологик линияһын монтажлау бурысы билдәләнгән. Әлеге йыһазды урын­лаштырыу өсөн майҙан әҙер­ләп ҡуйылған да инде. Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙы иҫәпкә алып, үҙебеҙҙең илдә етештерелгән технологик линияны һатып алыу күҙ уңында тотола. Ғөмүмән, техник һәм технологик яңырыу тауар сифатын күтәрергә, уның үҙҡиммәтен шаҡтай кәметергә мөмкинлек бирә.
Үткән йылда 30 мең кубометрҙан ашыу бетон һәм 12 мең кубометр самаһы тимер-бетон әйбер етештерелгән. Быйыл был күләм тағы ла артасаҡ тип көтөлә, сөнки тауарҙарына ихтыяж ҙур. Заказсылар яҡшы белә: әгәр Ҡабаҡ маркаһы менән етештерелгән икән, тимәк, ул юғары сифатлы.




Автор: М. ХӘБИБУЛЛИНА. Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә