Һуңғы йылдарҙа республикала төҙөлөш материалдары етештереү тармағы етеҙ үҫеш алды. Шуға бәйле баҙарҙа конкурентлыҡ айырыуса көслө. Шундай шарттарҙа “Ҡабаҡ төҙөлөш материалдары заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡулланыусыларҙы үҙенең заманса сифатлы тауары менән йәлеп итә.Завод 2013 йылда “Күперҙәр төҙөү идаралығы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство ҡеүәттәре базаһында ойошторола. Ул бетон һәм тимер-бетон әйберҙәр, шулай уҡ тауарлыҡлы бетон етештерә. Әйткәндәй, һуңғы осорҙа тимер-бетон әйберҙәр эшләгән ваҡ предприятиелар ишәйҙе. Әммә Ҡабаҡ заводы, уларҙан айырмалы, үҙенең донъя кимәлендәге стандарттарға яуап биргән продукцияһы менән билдәлелек яулай, сөнки бында етештереүҙең технологик циклы тулыһынса замандың алдынғы ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән.
Продукцияның сифаты сеймалдан тора. Уның экологик саф булыуы төп шарт итеп ҡуйыла. Мәҫәлән, ҡом Ҡабаҡ ауылы эргәһендәге карьерҙарҙан ҡайтарыла. Ваҡ таш, цемент, шулай уҡ арматураны һыналған һәм ышаныслы ойошмаларҙан алалар. Үҙҙәренең сифат лабораторияһы етештереүҙең барлыҡ сылбырында һәм әҙер продукцияның сифатына ныҡлы контроллек итә. Предприятиела технологик процестар тулыһынса тиерлек компьютер ярҙамында башҡарыла. Завод етәкселеге техник һәм технологик яңылыҡҡа ҙур иғтибар йүнәлтә. Күптән түгел Германияның “ELBA” концерны етештергән яңы ҡоролманы эшкә ҡушҡандар. Ул хеҙмәт етештереүсәнлеген һәм тауар сифатын тағы ла яҡшыртырға булышлыҡ иткән. Мастер А. Горошков әйтеүенсә, көнөнә 2500 кубометр бетон етештергән әлеге ҡоролма менән ни бары алты кеше идара итә. Заводтың матди-техник базаһы ҡеүәтле. Производствола мөһим урын тотҡан бетон иҙгес ике узел эшләй. Заманса автотранспорт паркы булдырылған. Күсмә техника ГЛОНАСС системаһының спутник навигацияһы менән йыһазландырылған. Был эште һәр урында ҙур теүәллек менән ойошторорға булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, заводтың бөгөнгө уңышын йәш етәксе Илдар Йосоповтың тырышлығы менән бәйләйҙәр. Предприятие Ҡабаҡ ауылы һәм тотош Ҡырмыҫҡалы районының социаль-иҡтисади тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә. Беренсенән, төҙөлөш материалдарының урында етештерелеүе отошло булһа, икенсенән, бөгөн завод 150-гә яҡын кешене тотороҡло эш урыны менән тәьмин итә.
– Беҙҙең предприятие Ҡабаҡ ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡанлыҡтан, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә урындағы хакимиәттең эшлекле ярҙамына таянабыҙ. Бер үк ваҡытта үҙебеҙ ҙә ауылдың социаль үҫешендә ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ, – ти Илдар Рафас улы.
Заводта берҙәм, тырыш коллектив тупланған. Бында үҙ эшен оҙаҡ йылдар дауамында тырышып башҡарған һөнәр эйәләре байтаҡ. Баш технолог А. Ғизетдинова, цех начальнигы И. Дәүләтбаев, һынау лабораторияһы мөдире Т. Родионова, смена мастерҙары Д. Ямасипов, В. Данилов хаҡында үҙ эшенең оҫтаһы тиҙәр. Операторҙар В. Йәғәфәров, М. Әминев, иретеп йәбештереүселәр Н. Петров, Д. Дәүләтҡолов, кран машинистары В. Иванов, Ғ. Садиҡов, арматурасы Х. Әсәҙуллинды ла коллективта маҡтап телгә алалар. Заводтың алтын ҡуллы эшсәндәре етештергән бетон, тимер-бетон әйберҙәрҙең тулы комплексы, свайҙар, юл һәм фундамент плитәләре, баҫҡыстар һәм баҫҡыс майҙансыҡтары төҙөлөш майҙандарында ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Коллектив иртәгәһе көн менән йәшәй. Яҡын киләсәктә тимер-бетон әйберҙәрҙе өҙлөкһөҙ виброформовкалауҙың технологик линияһын монтажлау бурысы билдәләнгән. Әлеге йыһазды урынлаштырыу өсөн майҙан әҙерләп ҡуйылған да инде. Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙы иҫәпкә алып, үҙебеҙҙең илдә етештерелгән технологик линияны һатып алыу күҙ уңында тотола. Ғөмүмән, техник һәм технологик яңырыу тауар сифатын күтәрергә, уның үҙҡиммәтен шаҡтай кәметергә мөмкинлек бирә.
Үткән йылда 30 мең кубометрҙан ашыу бетон һәм 12 мең кубометр самаһы тимер-бетон әйбер етештерелгән. Быйыл был күләм тағы ла артасаҡ тип көтөлә, сөнки тауарҙарына ихтыяж ҙур. Заказсылар яҡшы белә: әгәр Ҡабаҡ маркаһы менән етештерелгән икән, тимәк, ул юғары сифатлы.