Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Диктантҡа барҙығыҙмы? “Бишле”!
Диктантҡа барҙығыҙмы? “Бишле”! …Гөлдәргә ни бары – 6 йәш, хәреф таныһа ла, әле яҙа белмәй. Шулай ҙа башҡорт теленән үҙ белемен һынап ҡарарға килгән әсәһенә оҡшатып, аҡ ҡағыҙға нимәлер сыймаҡлаған була. Ә уйлаһаң, ошо тәү ҡарашҡа мажара һымаҡ ҡына тойолған күренештә ниндәй оло мәғәнә ята! Телебеҙҙе ҡәҙерләү, яҡлау һәм данлау әсә һөтө менән бергә тәрбиәләнергә тейеш.

Гәзитебеҙҙә хәбәр итеүебеҙсә, уҙ­ған шәмбелә республика буйлап иҫ китмәле шәп акция үтте. Баш­ҡорт­остандың бер нисә ҡалаһында те­ләктәре булғандар башҡорт теле буйынса белем кимәлен һынай алды. Акцияның төп ойоштороусыһы – Башҡорт дәүләт университеты.
Стәрлетамаҡтар ҙа ситтә ҡалма­ны был күренештән, әлеге вуздың урын­дағы филиалында Яныбай Хам­ма­тов­тың “Башҡорттар китте һуғышҡа” романынан өҙөк буйынса диктант яҙырға 200-ҙән ашыу кеше йыйылды. Сара уҡыу йортоноң төп корпусында һәм бөтә филиалдарында бер үк ваҡытта (онлайн рә­үешендә) ба­рырға тейеш ине. Шуға Өфө менән алдан уҡ бәйләнеш булдырылды.
Бына тексты билдәле артист Хөр­мәтулла Үтәшев уҡый башланы. Тик... элемтә өҙөлөп, бәйләнеш туҡ­тап ҡалды. Хәйер, техниканың тиҫкә­реләнеүе генә рухты, телебеҙгә ҡа­ра­та булған һөйөүҙе ҡаҡшата алманы: диктантты уҡытыусы, ғалимә һәм шағирә Рәмзәнә Абуталипова яҙҙырҙы.
Әйткәндәй, парта артында ултырыусылар араһында бер стәрлета­маҡ­тар ғына түгел ине, Салауат ҡа­лаһы­нан, Ғафури, Мәләүез, Көйөргәҙе райондарынан да вәкил­дәр булды. Иң бә­ләкәй ҡатнашыу­сы­ға 14 йәш булһа, иң өлкәненә 60 ине. Шуныһы иғ­ти­барҙы йәлеп итте: абруйлы уҡытыу­сылар ҙа, уҡыусы­ла­ры менән бер парта артына ултырып, белемен тикшереп ҡарарға тартынманы.
Диктантҡа килгәндә, текст ауыр ғына булып тойолдо. Романдан өҙөк ҡатмарлы һүҙҙәргә, һүҙбәйләнеш­тәргә, һөйләмдәргә, шулай уҡ дата-һандарға бай булды.
Бер нисә көндән ойоштороусылар билдәләрҙе иғлан итер, әлбиттә. Миңә ҡалһа, телгенәм-бергенәм тип, акцияға ҡушылған һәр кешегә бөгөндән “бишле” ҡуйырға булалыр.




Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә