…Гөлдәргә ни бары – 6 йәш, хәреф таныһа ла, әле яҙа белмәй. Шулай ҙа башҡорт теленән үҙ белемен һынап ҡарарға килгән әсәһенә оҡшатып, аҡ ҡағыҙға нимәлер сыймаҡлаған була. Ә уйлаһаң, ошо тәү ҡарашҡа мажара һымаҡ ҡына тойолған күренештә ниндәй оло мәғәнә ята! Телебеҙҙе ҡәҙерләү, яҡлау һәм данлау әсә һөтө менән бергә тәрбиәләнергә тейеш.Гәзитебеҙҙә хәбәр итеүебеҙсә, уҙған шәмбелә республика буйлап иҫ китмәле шәп акция үтте. Башҡортостандың бер нисә ҡалаһында теләктәре булғандар башҡорт теле буйынса белем кимәлен һынай алды. Акцияның төп ойоштороусыһы – Башҡорт дәүләт университеты.
Стәрлетамаҡтар ҙа ситтә ҡалманы был күренештән, әлеге вуздың урындағы филиалында Яныбай Хамматовтың “Башҡорттар китте һуғышҡа” романынан өҙөк буйынса диктант яҙырға 200-ҙән ашыу кеше йыйылды. Сара уҡыу йортоноң төп корпусында һәм бөтә филиалдарында бер үк ваҡытта (онлайн рәүешендә) барырға тейеш ине. Шуға Өфө менән алдан уҡ бәйләнеш булдырылды.
Бына тексты билдәле артист Хөрмәтулла Үтәшев уҡый башланы. Тик... элемтә өҙөлөп, бәйләнеш туҡтап ҡалды. Хәйер, техниканың тиҫкәреләнеүе генә рухты, телебеҙгә ҡарата булған һөйөүҙе ҡаҡшата алманы: диктантты уҡытыусы, ғалимә һәм шағирә Рәмзәнә Абуталипова яҙҙырҙы.
Әйткәндәй, парта артында ултырыусылар араһында бер стәрлетамаҡтар ғына түгел ине, Салауат ҡалаһынан, Ғафури, Мәләүез, Көйөргәҙе райондарынан да вәкилдәр булды. Иң бәләкәй ҡатнашыусыға 14 йәш булһа, иң өлкәненә 60 ине. Шуныһы иғтибарҙы йәлеп итте: абруйлы уҡытыусылар ҙа, уҡыусылары менән бер парта артына ултырып, белемен тикшереп ҡарарға тартынманы.
Диктантҡа килгәндә, текст ауыр ғына булып тойолдо. Романдан өҙөк ҡатмарлы һүҙҙәргә, һүҙбәйләнештәргә, һөйләмдәргә, шулай уҡ дата-һандарға бай булды.
Бер нисә көндән ойоштороусылар билдәләрҙе иғлан итер, әлбиттә. Миңә ҡалһа, телгенәм-бергенәм тип, акцияға ҡушылған һәр кешегә бөгөндән “бишле” ҡуйырға булалыр.