Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эшселәр, инженерҙар алтынға бәрәбәр
Эшселәр, инженерҙар алтынға бәрәбәр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты Салауат ҡалаһында үткәргән күсмә ултырышта һөнәр һайлау, йәш белгестәргә эш табыу мәсьәләләре ҡаралды. Әйткәндәй, был ҡала осраҡлы һайланмаған: Салауатта предприятиелар менән уҡыу йорттары араһында ныҡлы бәйләнеш булдырылған.
Депутаттар иң тәүҙә ҡаланың бер нисә белем усағында һәм “Газпром нефтехим Салауат” компанияһында булды. Салауат индус­трия колледжын һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының ошо ҡалалағы филиалын тамамлаған белгестәрҙең 70–80 проценты алда аталған предприятиеға эшкә килә.
Эшселәр, инженерҙар алтынға бәрәбәрИнвестиция йәлеп итеү күренеше белем биреү өлкәһенә лә ят түгел. “Газпром нефтехим Салауат” ике уҡыу йорто менән берлектә байтаҡ проект булдырған, колледжды һәм филиалды матди-техник йыһазландырыуҙы, ҡайһы бер студенттарҙың уҡыуы өсөн түләүҙе лә үҙ өҫтөнә алған. Предприятиела кафедралар, тәжрибә кабинеттары эшләүе лә күпте һөйләй. Хеҙмәт шарттары менән таныш булғас, студенттар уҡыуҙы тамамлағас үҙ теләге менән әлеге заводҡа килә. Хеҙмәт хаҡы зарланырлыҡ түгел, төрлө уңайлыҡтар булдырылған. Күсмә ултырыш барышында “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы тәжрибәһен республика, ил күләмендә таратыу юлдары ҡаралды.
Ни өсөн йәштәр эшсе һөнәрҙәрен һайламай, инженер булырға ла ҡурҡа? Ниңә ситкә ҡасалар, еңелерәк юлды эҙләйҙәр? Был һорауҙар хәҙер ата-әсәнең, мәғариф системаһының ғына түгел, тотош йәмғиәттең баш ауырыуына әйләнгән. Салауаттағы күсмә кәңәшмә әлеге мәсьәләгә ҡараштың бер аҙ үҙгәреренә, урындағы өлгөнөң күтәреп алынырына өмөт уятты.




Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Салауат ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә