Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты Салауат ҡалаһында үткәргән күсмә ултырышта һөнәр һайлау, йәш белгестәргә эш табыу мәсьәләләре ҡаралды. Әйткәндәй, был ҡала осраҡлы һайланмаған: Салауатта предприятиелар менән уҡыу йорттары араһында ныҡлы бәйләнеш булдырылған.Депутаттар иң тәүҙә ҡаланың бер нисә белем усағында һәм “Газпром нефтехим Салауат” компанияһында булды. Салауат индустрия колледжын һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының ошо ҡалалағы филиалын тамамлаған белгестәрҙең 70–80 проценты алда аталған предприятиеға эшкә килә.
Инвестиция йәлеп итеү күренеше белем биреү өлкәһенә лә ят түгел. “Газпром нефтехим Салауат” ике уҡыу йорто менән берлектә байтаҡ проект булдырған, колледжды һәм филиалды матди-техник йыһазландырыуҙы, ҡайһы бер студенттарҙың уҡыуы өсөн түләүҙе лә үҙ өҫтөнә алған. Предприятиела кафедралар, тәжрибә кабинеттары эшләүе лә күпте һөйләй. Хеҙмәт шарттары менән таныш булғас, студенттар уҡыуҙы тамамлағас үҙ теләге менән әлеге заводҡа килә. Хеҙмәт хаҡы зарланырлыҡ түгел, төрлө уңайлыҡтар булдырылған. Күсмә ултырыш барышында “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы тәжрибәһен республика, ил күләмендә таратыу юлдары ҡаралды.
Ни өсөн йәштәр эшсе һөнәрҙәрен һайламай, инженер булырға ла ҡурҡа? Ниңә ситкә ҡасалар, еңелерәк юлды эҙләйҙәр? Был һорауҙар хәҙер ата-әсәнең, мәғариф системаһының ғына түгел, тотош йәмғиәттең баш ауырыуына әйләнгән. Салауаттағы күсмә кәңәшмә әлеге мәсьәләгә ҡараштың бер аҙ үҙгәреренә, урындағы өлгөнөң күтәреп алынырына өмөт уятты.