Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Янғын сыҡмаһын
Янғын сыҡмаһын Башҡортостан урман­сылыҡта­рында янғын һүндереү буйынса уҡыу-күнекмәләре тамамланды.

Ейәнсура урмансылығы биләмәһендә уҙғарылған ошондай сараларҙың бере­һендә Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла райондары вәкилдәре ҡатнашты, Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереүҙең республика үҙәгендәге, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының райондарҙағы айырым подразделение­ларындағы янғынды химик һүндереү станциялары ҡеүәте файҙаланылды. Уҡыу­ҙар­ҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Марат Мәһәҙиев менән Илдар Тимерғәлин үткәрҙе.
Башҡортостанда Төбәк диспетчер хеҙ­мәте тәүлек әйләнәһенә эшләй. Урман янғындарын һүндереү мәсьәләләрен хәл итеүҙе 108 етәксе көйләй. Техника бүлеү, янғын хәүефһеҙлеге сараларын ойоштороу йәһәтенән берлектә эш итеү буйынса вәкәләтле дәүләт власы органдары, урман хужалығы предприятиелары һәм ойошмалары менән килешеү төҙөлгән. Илдар Тимерғәлиндең әйтеүенсә, өлкәлә етеш­һеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, Бөрйән, Күгәрсен һәм Хәйбулла урмансылыҡ­тарында быйылғы янғын йәһәтенән хә­үефле миҙгелгә әҙерлек һәм ойоштороу саралары тейешенсә тәьмин ителмәгән.
– Бөтә регламенттарҙы ла ҡәтғи үтәргә, ҡышын техниканы әҙерләүгә, һаҡлауға тейешле иғтибар бирергә кәрәк. Стан­цияларҙағы ҡайһы бер водителдәр һәм механизаторҙар ышанып тапшырылған техниканы хужаларса һаҡсыл тотонмай, — тине ул.
Дөйөм алғанда, урман янғындарын һүндереүгә арналған уҡыу-күнекмәләр юғары кимәлдә үтте.


Автор: Ғ. ХӘБИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә