Башҡортостан урмансылыҡтарында янғын һүндереү буйынса уҡыу-күнекмәләре тамамланды. Ейәнсура урмансылығы биләмәһендә уҙғарылған ошондай сараларҙың береһендә Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен һәм Хәйбулла райондары вәкилдәре ҡатнашты, Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереүҙең республика үҙәгендәге, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының райондарҙағы айырым подразделениеларындағы янғынды химик һүндереү станциялары ҡеүәте файҙаланылды. Уҡыуҙарҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Марат Мәһәҙиев менән Илдар Тимерғәлин үткәрҙе.
Башҡортостанда Төбәк диспетчер хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй. Урман янғындарын һүндереү мәсьәләләрен хәл итеүҙе 108 етәксе көйләй. Техника бүлеү, янғын хәүефһеҙлеге сараларын ойоштороу йәһәтенән берлектә эш итеү буйынса вәкәләтле дәүләт власы органдары, урман хужалығы предприятиелары һәм ойошмалары менән килешеү төҙөлгән. Илдар Тимерғәлиндең әйтеүенсә, өлкәлә етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, Бөрйән, Күгәрсен һәм Хәйбулла урмансылыҡтарында быйылғы янғын йәһәтенән хәүефле миҙгелгә әҙерлек һәм ойоштороу саралары тейешенсә тәьмин ителмәгән.
– Бөтә регламенттарҙы ла ҡәтғи үтәргә, ҡышын техниканы әҙерләүгә, һаҡлауға тейешле иғтибар бирергә кәрәк. Станцияларҙағы ҡайһы бер водителдәр һәм механизаторҙар ышанып тапшырылған техниканы хужаларса һаҡсыл тотонмай, — тине ул.
Дөйөм алғанда, урман янғындарын һүндереүгә арналған уҡыу-күнекмәләр юғары кимәлдә үтте.