Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Улар яулап алған тыныслыҡ”
Эйе, батырҙарса! Тап шул көндө ул, ферма мөдире Хизбулла Мөхәмәтҡолов, яңы төҙөлөп ятҡан һыйыр аҙбарына өрлөклөк бүрәнә тейәп ҡайтырға тип, үҙе менән кешеләр алып, Ишей урмандарына китте. Колхоздың полуторкаһына шул йөктө тейәп торғанда бүрәнә ҡапыл машинанан тәгәрәй. Аҫта – өс кеше. Атайым шул саҡ, күреп ҡалып, бүрәнәне бер үҙе башы аша алып ташлай. Алпамыш түгел ине ул, ҡәҙимге кеше ине, әммә, ҡурҡыныс янағанда, экстремаль шарт­тарҙа кеше үҙе лә аңғармайынса ғифрит көсөнә эйә була, тиҙәр бит. Теге ике ағай йәшәнеләр, үҙ үлеме менән үлделәр. Атайым иһә, үтә ныҡ көсөргәнеүҙән имгәнеп, йәғни эсәге сейәлеп, өс көн үтеүгә 45 йәшендә генә гүр эйәһе булды.
Иҫ белгәнемдә атайымдың һуғыштан алып ҡайтҡан наградаларынан Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, ике миҙалы һаҡлана ине әле. Мин шул миҙалдарҙы тағып йөрөргә яраттым: “тәңкә­лә­ре”, йәнәһе, сулпы кеүек, бәүелеп тора. Бер мәл атайым значокка оҡшаған, ләкин һәлмәк наг­радаһына күрһәтеп:
– Ҡыҙым, был – орден! Ҡыҙыл Йондоҙ. Һин таҡҡан миҙалдарҙан ҙурыраҡ, – тине.
– Мин таҡҡандары... насармы?
– Насар тимәйем. “Һалдат даны” миҙалы бы­науһы. Уны тик передовойҙағыларға бирҙеләр. Бынауһы – Берлинды алғанда биргәндәре.
– Һин передовой булдыңмы? – тип төбәшәм, сөнки “передовой”, тимәк, алдынғы — уныһына төшөнә инем.
– Передовойҙа, ҡыҙым, передовойҙа...
– Ә мин ҡайҙа инем ул саҡта?
– Һин дә минең менән инең.
– Передовойҙа?
– Передовойҙа.
– Ура!
Әллә ҡыҙғылт сәстәрем өсөн, әллә үҙе менән фронт юлдарын үтеп ҡайтҡан өсөн, атайым мине “трофейым” тип яратты. Мин үҙемдең атайым менән фронт юлдарын үтеүемә ныҡ ышанып йәшәнем, сөнки апайҙар, ағайым, әсә­йемдең “атай һуғышта саҡта” тигән темаға һөйләнелгән оҙон хәтирәләрендә мин юҡ инем. Бында булмағас, тимәк, тегендә – атай янында. Атай үҙе лә: “Һин юҡ инең”, – тимәне. Тик ни­ңәлер, үтә бәләкәй булғаным өсөндөр инде, үҙем уларҙы иҫемә төшөрә алмайымдыр, тип фекер йөрөтә инем. Хәҙер аңлайым: ниндәйҙер кимәл­дә атай менән һуғыш юлдарын үтеүем дөрөҫ тә булған. Ул ҡайтмаһа, мин дә бит тыумаған булыр инем.
Мин – мин инде, ҡыҙ бала. Ә бына ағайымда, ир бала булараҡ, атайымдың фронт хәтирәләре күберәк тә, асығыраҡ та һаҡланған. Икенсенән, атай менән мәңгегә хушлашыр мәлдәрҙә уға ун биш йәш тулып килә ине. Мәҫәлән, атайҙың аяғындағы йәрәхәте хаҡында Илдар ағайым шулай һөйләне:
– Атай разведка хеҙмәтендә саҡта, йылға аша кәмә менән йөҙөп сығып, немецтарҙың көсөн, ҡайҙа, нисек урынлашыуҙарын белеп ҡайтырға тейеш булалар. Дүрт кеше ҡатнаша был эштә. Разведка уңышлы була – күп нәмәне асыҡлай алалар. Тик ҡайтыр яҡҡа ыңғайлағанда быларҙы шәйләп ҡалалар. Ике ҡатлы мәктәптең ҡыйығы эсендә пулемет эшләй башлай. Атай, тороп ҡа­лып, шыуышып килеп, ҡыйыҡҡа граната ташлай. Пулемет тына, башҡалар йылғаға йүгерә, әммә пулемет яңынан тыҡылдай. Йәнә граната бы­раҡтырғас, пулемет тына, ләкин атай яраланып өлгөрә. Иптәштәре ултырған кәмә ҡуҙғалған була. Атай ҡысҡыра. Тауыш елле булғас, командирҙары ишетә һәм, кире йөҙөп килеп, яраланған атайҙы алып сыға.
Аҙағын мин дә беләм: атайым госпиталгә оҙа­ты­ла. Аяғын ҡырҡырға ҡарар итәләр. Әллә һыҙ­ла­ныуға, әллә зәғиф ҡалырын белгәс, бо­лоҡ­һоуҙан атай йырлап ебәрә. Операцияға әҙерләнеп бөткән дивизия хирургы Дәүләтов та ишетә быны, палатаға инеп, йырҙы тыңлап бөтә. Операция өҫтәлендә атайыма:
– Аяғыңды дауалап ҡарайым, ҡырҡмайбыҙ, — ти. Бәлки, шуғалыр ҙа кавдивизияның хирургы Дәүләтов исемен йөрөткән Өфөләге 10-сы ли­цейҙағы музей стенаһына Мөхәмәтҡолов фа­милияһы ла алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Дошман тылына 500 километр үтеп ингән Башҡорт атлы дивизияһы башынан ни генә үтмәгән дә уның данлы яугирҙәре ни генә кисермәгән! Днепрҙы улар башлап кисә! Күпме юғалтыу, ҡан, йәрәхәт... “Иртән тороп бер ҡалҡыулыҡ башына менеп ҡарағанымда бөтә тирә-яҡ ат һәм һалдат мәйеттәре менән ҡап­ланғайны”, – тип бер фронтовиктың иптәше­нә һөйләп ултырғанын хәтерләй ине атай. Билдәле һәм билдәһеҙ геройҙар, Ватан өсөн ҡан ҡой­ғандар – миңә ҡалһа, бөтәһе лә герой, бөтәһе лә ҡаһарман. Башҡорт кавдивизияһы 78 Советтар Союзы Геройы, биш Дан орденының тулы кавалерын бирә! Бөйөк Ватан һуғышы тарихында ошо саҡлы Герой биргән башҡа дивизия юҡ.
Баймаҡта йәшәгән саҡта атайымдың полк­ташы Хисмәтуллин апанан:
– Ниңә кавдивизияла һуғышҡандар бөтәһе лә буйсан, мыҡты кешеләр ул? Атайымдың Сибайҙағы хеҙмәттәше лә һеҙҙең кеүек, – тип һорағайным.
– Шундайҙарҙы һайлап алдылар. Физик яҡтан көс­лө, грамоталы кешеләрҙе йыйҙылар, – тине апа.
– Ә ни өсөн беҙҙең атай 1945 йылдың көҙөндә генә ҡайтты?
– Беҙҙең полкты Берлиндан Япония сигенә оҙаттылар. Запаста торҙоҡ. Төрлөһө булды – юғалтыуҙар ҙа.
Хисмәтуллин апанан күберәк һорашырға кә­рәк булғандыр ҙа, әммә мәктәптә ике смена уҡыта инем, өҫтәүенә өйҙә ике йәш бала. Ваҡыт тапманым, унан ир артынан Учалы ҡалаһына күстем, ә фани донъя – күҙ асып йомоу араһы: икенсе килгәнемдә ҡарт гүр эйәһе ине инде. Үке­нестәр күп инде ул. Күрәһең, үкенесһеҙ донъя булмай торғандыр. Миңә, өйҙә атай елкәһенән, яланда ла, туйҙарҙа ла, бесән өҫтөндә лә ат арбаһынан төшмәгән төпсөк балаға, ғаиләбеҙ башлығын юғалтыу айырыуса ауыр булды, ахыры. Әжәл менән ҡунаҡ һорап йөрөмәй тиһәләр ҙә, атайым үҙен Өфөгә филармонияға эшкә саҡырғандарында киткән булһа, үлмәҫ ине, тигән үкенес йәшәне миндә.
Ә ул былай була: Өфөнән артистар килә Кү­сей­гә. Халыҡ дәртле – клуб шығырым тулы. Хә­бир Ғәлимов сыға сәхнәгә. Берҙе йырлай – тың­лай­ҙар, икене – ҡул сабалар, ләкин шунда береһе:
– Инде хәҙер беҙҙең Хизбулланы тыңлап ҡарағыҙ, – ти.
Был инде халыҡтың беҙ ҙә төшөп ҡалған­дарҙан түгел, тигән кеүек маҡтанып алырға теләүенәнме, әллә ғорурланыуҙан, маһайыуҙан килгән аҙаптары булғанмы – белмәйем. Халыҡ шаулап:
– Әйҙә, Хизбулла, йырла ла ебәр! – тип ҡыҫ­тай.
Атай уңайһыҙлана, сәхнәгә менмәй. Ахырҙа Хәбир Ғәлимов үҙе атай эргәһенә килә.
– Ярай, әләйһәң, – ти ҙә атай йырлап ебәрә. Ауыл был юлы атай менән Хәбир Ғәлимовты таңғы әтәскә тиклем тыңлап тарала.
– Һеҙҙең урынығыҙ – Өфө, – ти Хәбир Ғә­лимов. – Ҡайтҡас та етәкселәр менән һөйләшәм, хат ебәрербеҙ, – ти.
Хат килә – атай ҡуҙғалмай. Ахырҙа Хәбир Ғәлимов үҙе юллана саҡырырға. Атай: “Һуғыш мәлендә миктәгән колхозды, ауылды нисек ташлап китәйем?!” – ти. Етмәһә, ул һуғышта йә ирен, йә балаларын юғалтып, ҡарауһыҙ ҡалған әбей­ҙәрҙе үҙ өйөнә алып көтә. Мин тыуғанда әле өс әбей беҙҙә шулай йәшәп ятҡан булған.
Бер уйлаһаң, атай Өфөгә күсеп китһә лә, бер кем һис ни әйтә алмаҫ ине. Тормош уны гелән иркәләп тә тормаған: өс йәшендә атанан ҡалып, етем үҫкән. Етмәһә, үҙе һуғышҡа киткәс, бол­ғансыҡ һыуҙан балыҡ тотоп ҡалырға тырышыу­сылар ҙа табыла. Өс баланы, мәктәптә уҡытып йөрөгән ҡатынын аҡһыҙ ҡалдырып, Мөхәмәт­ҡоловтың колхозға бирәсәге ҡалған тип, яңғыҙ һыйырҙы алып сығып китәләр. Әсмә Баймыр­ҙина – мәктәп директоры, уҡытыу эше туҡтама­һын тип, үгеҙ егеп, урмандан утынды ла үҙе ташый. Ғаилә ас. Кескәйҙәр, Фирҙәүес менән Илдар, шешенә лә башлай. Әсәйем үҙе лә сирләй башлағас, Ишбирҙе руда идаралығы начальнигына бара, ярҙам һорай. 1944 йылда, госпиталдән сыҡҡас, атай командованиенан награда урынына отпуск һорай. Ҡайтаралар. Район етәкселегенә бара: колхозға уның бер тин бурысы ла булмай сыға. “Судҡа бир, алып сығып киткән һыйырҙы үрсеме менән биш баш итеп ҡайтарып ал!” – тиҙәр уға. “Юҡ, – ти атай, – миңә бер быҙаулы һыйыр бирегеҙ. Ғаиләмә һауып эсергә шул етә”, – ти.
Атайымдың хуш күңеллелегенә аптырамайым: ул – ир кеше. Әммә әсәйем дә, атай колхоз эшендә, йәғни производствола имгәнеп үлһә лә, балаларына пенсия юлламаны. “Хөкүмәт һауын һыйыры түгел, теребеҙ, тимәк, йәшәрбеҙ!” – тине. Эйе, “кеше күңелен уйлаһаң, үҙеңдеке буш ҡала” тигәндәре дөрөҫ. “Не стыдись, страна Россия, ангелы всегда босые”, – тип, күрәһең, бөйөк шағирә беҙҙең кеүектәр хаҡында әйткән. Минең әҫәрҙәрҙең теленә ҡараптыр инде:
– Һине өләсәйҙәрең тәрбиәләгән ахыры, – тиҙәр. Әммә дөрөҫө шул: мин өләсәйҙәрһеҙ үҫтем. Улар мин тыуғанса уҡ гүр эйәһе булған. Ә әбейҙәр бар ине.
Дыңғыл, дыңғыл, бәпәйем,
Дыңғылдатып һөйәйем,
Һыйыр һауған ергә бар –
Күбек һөҙөп бирәйем,
– тип бәпләп, һамаҡлап, үҙҙәре Ирәндек ҡуйы­нына һыйынып ғүмер иткән Күсей тигән ауылдарында бынан ике йөҙ, өс йөҙ йыл элек нисек йәшәгән, нисек һөйләшкән – мине лә шуға көй­ләп, шуны һөйләп үҫтерҙеләр. Улар белгәнде мин үҙемә һеңдерҙем, күңел һандығына биклә­нем. Хатта бынауы атайымдың олатаһы Сафа ҡарттың ҡарағас өйөнөң стеналары ла, таш ҡоймалары ла тәрбиәләне мине – уларҙа ла бит боронғонан ҡалған бихисап мәғлүмәт һаҡлана.
Һәм атай. Әлбиттә, әсәй ҙә. Ләкин әсәй – икенсе бер тарих. Береһе Ин, икенсеһе – Йән. Яҙмаларым – атай хаҡында.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 70 йыл­лығын байрам иткәндә яугирҙәр рухы айырыуса ныҡ иҫкә төшә, “имандарға һуғып һиҫкәндерә, үлгән намыҫтарҙы уята”. Атай... Хизбулла Ғибаҙулла улы Мөхәмәтҡолов. Коммунист булыу уның өсөн иң саф, иң юғары рух ҡиблаһы ине – ул рухына тоғро ҡалды. Сталин үлгән көн хәтеремдә. Атайҙың илағанын беренсе һәм һуңғы тапҡыр шунда күрҙем. Иҙәнгә ятып, бала кеүек һулҡылдап иланы. “Сталин! Иптәш Сталин! Һинең исемеңде әйтеп, беҙ утҡа индек!” Миңә бик ҡыйын ине. “Тубинда гудок ҡыс­ҡырталар”, – тинеләр. Ҡурҡыныс булып китте, мин:
– Сталин үлде — гудок ҡысҡырҙы,
Атайым йөҙө йәшкә мансылды, – тинем.
– Сталин үлгән, ә һин тәтелдәүҙән бушамай­һың! – тип асыуланды Илдар ағайым. Ата­йым­дың илауы уны ла ныҡ баҙатҡайны шул. Шым­дым. Хәҙер аңлайым: ил менән кисергән тәүге ҡайғым минән тәүге ижад емешемде тышҡа бәреп сығарған. Биш йәшәр бала был хәлгә үҙенең мөнәсәбәтен башҡаса белдереү юлын тапмағандыр...
Атай менән үткәргән һуңғы көн йәнә хәтерҙә. Август кисе. Һалҡынса. Беҙ инде бер йыл фермала йәшәйбеҙ. Атай ҡыш урман яғына китеп ағас ҡырҡты, хәҙер яңы һыйыр аҙбары төҙөйҙәр шул ағастарҙан. Әле бына өрлөклөк бүрәнәләр килтерҙеләр. Төҫө ҡасҡан, өшөй. Хатта мейескә яҡтыҡ. Кис, ҡулына балта алып, урам эсенә өйөлгән колхоз саналарының береһен йүнәтә башланы. Мин, һәр ваҡыттағыса, уның эргә­һендә.
– Сана нимәгә? – тим. – Атай, йәй бит әле!
– Сананы – йәй, арбаны ҡыш яһайҙар, ҡыҙым.
– Ниңә?
– Ниңәме? – Ул эсенән бөгөлдө, маңлайы – тир. — Ахыры, инәйем. Әйҙә, ҡыҙым...
...Иртәнсәк ишек алдына пар ат егелгән арба килеп туҡтаны. Атай ултырып түгел, ниңәлер ятып китте. Әсәй ҙә уның менән. Бик яманһыу булды миңә: фәрештәләрем, күрәһең, атайҙы һуңғы күреүемде әшкәрткәндер.
Эйе, яугирҙәр төрлөһө төрлө ваҡытта, төрлө сәбәптәр менән китеп бөттө тиерлек.
Ветерандар китә, ҡала ерҙә
Улар яулап алған тыныслыҡ!
Теге саҡ, Сталинград эргәһендә барған һуғыштарҙа атайым Хоҙайҙан үҙенә туғыҙ йыл ғүмер һораған булһа, мин, инде 60 йыл атайһыҙ йәшәгән кеше, ошо тыныслыҡты халҡыма мәң­гегә насип ит, тип һорайым. Илкәйемә тыныслыҡ юрайым.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 709

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 835

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 487

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 122

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 809

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 055

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 185

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 792

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 835

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 629

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 885