Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бал ҡортонан өлгө алып...
Бал ҡортонан өлгө алып... Башҡорт халҡын бар донъяға танытҡан, борон-борондан табындарҙы йәмләгән, дауалауҙа йыш ҡулланылған балыбыҙҙы етештереү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар республикабыҙҙа байтаҡ.


Мәләүез районының Ағиҙел буйында урынлашҡан хозур тәби­ғәтле Тамъян ауылында уңған, тырыш халыҡ йәшәй. Береһенән-береһе төҙөк, яңы өйҙәр, ихаталар... Шундайҙарҙың береһендә беҙҙе бик мөләйем хужалар – Гөлсөм менән Әлтәф Хәмзиндар – ҡаршы алды.
Әлтәф Зөфәр улы бәләкәй са­ғынан уҡ өләсәй-олатай­ҙарының умартасылыҡ кәсебен күреп, был эштең асылына төшөнөп үҫә. Рабиға өләсәһе һуғыш йылдарында уҡ ҡорт күсе тотҡан булһа, Заһир олатаһы колхозда ошо уҡ өлкәлә көс түгеп, шөғөлдө балаларына ла өйрәткән. Әлтәф Хәмзин да кәсепкә ныҡлап тотонған: заманында Рәшит аға­һынан бер күс ҡорт алған, хәҙер иһә уларҙың һаны 70 – 80-гә еткән. Ҡыш­ты ҡорттар ҡәҙимге йорт баҙында үт­кәрә. Май айы етеп, көндәр ма­ту­райыу менән умарталар Нөгөш бу­йындағы Һәргәй ауылына күсерелә.
– Йәйләү өсөн сәскәле, шишмәле, уңайлы урыныбыҙ бар. Эргәлә генә – йүкәлек. Һәр умартаға етди иғтибар бүленә. Улдарыбыҙ Илвир менән Альберт ныҡ ярҙам итә. Ҡорт айырыу башланһа, яңы урын әҙерләнә, – тип эше хаҡында яратып бәйән итә Хәмзиндар.
Уңған ғаилә район, республика күр­гәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша, маҡ­тау грамоталары, ветерандар исеменән килгән рәхмәт хаттары, продукция сифаты өсөн тапшы­рылған сертификат – ихлас хеҙмәт һөҙөмтәләре.
Бөрйән, Нөгөш балы таҙалығы, затлылығы менән киң билдәле. Тимәк, эштән ҡурҡмай, уны тырышып башҡарһаң, ауылда ла бынамын итеп йәшәп була.







Автор: Финзирә РЫСАЕВА. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә