Башҡорт халҡын бар донъяға танытҡан, борон-борондан табындарҙы йәмләгән, дауалауҙа йыш ҡулланылған балыбыҙҙы етештереү менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар республикабыҙҙа байтаҡ.Мәләүез районының Ағиҙел буйында урынлашҡан хозур тәбиғәтле Тамъян ауылында уңған, тырыш халыҡ йәшәй. Береһенән-береһе төҙөк, яңы өйҙәр, ихаталар... Шундайҙарҙың береһендә беҙҙе бик мөләйем хужалар – Гөлсөм менән Әлтәф Хәмзиндар – ҡаршы алды.
Әлтәф Зөфәр улы бәләкәй сағынан уҡ өләсәй-олатайҙарының умартасылыҡ кәсебен күреп, был эштең асылына төшөнөп үҫә. Рабиға өләсәһе һуғыш йылдарында уҡ ҡорт күсе тотҡан булһа, Заһир олатаһы колхозда ошо уҡ өлкәлә көс түгеп, шөғөлдө балаларына ла өйрәткән. Әлтәф Хәмзин да кәсепкә ныҡлап тотонған: заманында Рәшит ағаһынан бер күс ҡорт алған, хәҙер иһә уларҙың һаны 70 – 80-гә еткән. Ҡышты ҡорттар ҡәҙимге йорт баҙында үткәрә. Май айы етеп, көндәр матурайыу менән умарталар Нөгөш буйындағы Һәргәй ауылына күсерелә.
– Йәйләү өсөн сәскәле, шишмәле, уңайлы урыныбыҙ бар. Эргәлә генә – йүкәлек. Һәр умартаға етди иғтибар бүленә. Улдарыбыҙ Илвир менән Альберт ныҡ ярҙам итә. Ҡорт айырыу башланһа, яңы урын әҙерләнә, – тип эше хаҡында яратып бәйән итә Хәмзиндар.
Уңған ғаилә район, республика күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша, маҡтау грамоталары, ветерандар исеменән килгән рәхмәт хаттары, продукция сифаты өсөн тапшырылған сертификат – ихлас хеҙмәт һөҙөмтәләре.
Бөрйән, Нөгөш балы таҙалығы, затлылығы менән киң билдәле. Тимәк, эштән ҡурҡмай, уны тырышып башҡарһаң, ауылда ла бынамын итеп йәшәп була.