Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балығы һуң, балығы...
 Балығы һуң, балығы... Интернет селтәрендә эҙләү системаһына “Миәкә балыҡ компанияһы” тип яҙһаң, заман талаптарына ярашлы юғары ижади ҡомар менән яһалған сайтҡа юлығаһың. Ойошманың Йәрлекәү ауылында урынлашҡан төп бинаһын күреп иһә үҙеңде сит илдәге билдәле завод йә фабрикаға барып сыҡҡандай хис итәһең.
Компания республикала ғына түгел, тотош ил кимәлендә алдынғылар рә­тендә, ә уның эшмә­кәрлеге үҙ-ара еҙнәй-ҡәйнеш тейешле кешеләр тарафынан 1993 йылда ябай гаражда балыҡ ыҫ­лауҙан башлана. Тауарҙың тәүге пар­тияһын баҙарға сығарғас та, халыҡ балыҡты күпләп ала, ҙур ихтыяж бар­лығы асыҡлана. Эштең тәмен белеп ҡалған оҫталар, яйлап килем туплап, ташландыҡ хәлдә ҡалған урынды тәрбиәләп, ҡәҙимге бина төҙөп, балыҡ, диңгеҙ аҙыҡтарын эшкәртеү, ыҫлауҙы йылдам атҡарырға тотона.
 Балығы һуң, балығы...Әлеге ваҡытта был яуаплылығы сикләнгән ойошма – Башҡортостанды һәм күрше төбәк­тәрҙе балыҡ ризыҡтары менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүселәрҙең береһе. Уның эшмәкәрлегенә ыҫлауҙан тыш, тоҙлау, вакуумлау, эшкәртеү һәм туңдырылғанды һатыу инә.
“Reich” фирмаһында етештерелгән ил­дәге һигеҙ термокамераны Рәсәйҙә тәүге булып 2006 йылда тап “Миәкә балыҡ компанияһы” һатып ала. 2010 йылда ошон­дай тағы бер камера ҡуллана баш­лайҙар. Компания тәүлегенә 10 тоннаға яҡын тоҙланған һәм ыҫланған балыҡ, диңгеҙ ризыҡ­тарын етештереү ҡеүәтенә эйә. Урында һыу һәм электр менән тәь­мин итеүҙә өҙөклөк булған осраҡта 48 сә­ғәт дауамында эште туҡтатмау мөм­кин­леге бар.
Әҙер тауар республикалағы һәм күрше төбәк­тәрҙәге 500-ҙән ашыу сауҙа нөктә­һенә оҙатыла. Хеҙмәткәрҙәр тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ туплау өсөн Америка Ҡушма Штаттарына, Мексика, Таиланд, Германия тарафтарына сәфәр ҡыла. Миәкә еренә шулай уҡ Канада, АҠШ, Аргентинанан эшҡыуар, белгестәр йыш килә, уңыш серҙә­ренә өйрәнә. “Миәкә балыҡ компанияһы”нда етеш­терелгән ризыҡтар Башҡортостандың, Рә­сәйҙең “100 иң яҡшы тауары” исем­легенә индерелгән.
– Махсус белемһеҙ, юҡтан башланған кәсепте бөгөнгө килемле кимәлгә еткереү өсөн үҙеңдә иң тәүҙә эшһөйәрлек, түҙем­лелек сифаттарын камиллаштырыу кә­рәк, – ти компанияның генераль ди­рек­торы Рауил Моратшин. – Бүрене аяғы туйҙыра тигәндәй, ошоғаса нисә йыл сеймал артынан шәхсән үҙем йөрөнөм, балыҡты тура караптан алған осраҡтар ҙа булды. Әлеге мәлдә Сахалин, Карелия, шулай уҡ Исландия, Ҡытай, Норвегия, Фарер ут­рауҙары, Яңы Зеландия, Вьетнам, Чили, Индонезия һәм башҡа илдәрҙең бихисап компаниялары менән хеҙмәттәшлек итә­беҙ.
Биләмәһендә пляж волейболы өсөн махсус майҙансыҡ булдырылған, һәр бинаһы хозур диңгеҙ донъяһы стилендә биҙәлгән компания бөхтәлеге, заманса йыһазы менән һоҡландырһа, тәҡдим ителгән тауарҙың күләме лә ҡыуандыра: ыҫланған ризыҡтың – 30, тоҙланған тәм­лекәс­тәрҙең – 40, туңдырылғандарының 100-гә яҡын төрө бар. Халыҡ ихтыяжын юғары сифатлы тауары менән тулы­һын­са тәьмин иткән “Миәкә балыҡ компа­ния­һы” районды төҙөк­лән­де­реү эшмә­кәрлеге буйынса ла тәүге урында килә.
Миәкә егеттәренең тыуған ерендә эш асып, уны бөгөнгө кимәлгә еткергәнсе тырышып көс түгеүҙәрен заман йәштәренә өлгө итеп ҡуйыр­лыҡ. Бик күп награда менән билдәләнгән килемле предприя­тиеның донъя киңлегендә иркен хеҙмәт­тәшлек итерлек мөмкинлеге бар.











Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола 18.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола...

Тотош уҡырға 0

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән

Республикабыҙ ауылында Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң юл төҙөкләндерелгән 17.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө районы Бурцев ауылының Фестиваль урамында юл тәртипкә килтерелгән, тип хәбәр итә ......

Тотош уҡырға 2

Яҡташыбыҙҙың балаһына 1 миллионға яҡын бурысы йыйылған
V Медиафорумда республика  киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде

V Медиафорумда республика киң мәғлүмәт сараларының иң яҡшы вәкилдәре бүләкләнде 17.06.2026 // Йәмғиәт

Бүләкләү тантанаһы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе Медиайыйын барышынды уҙҙы....

Тотош уҡырға 7

Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған
Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 2

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 2

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә