Интернет селтәрендә эҙләү системаһына “Миәкә балыҡ компанияһы” тип яҙһаң, заман талаптарына ярашлы юғары ижади ҡомар менән яһалған сайтҡа юлығаһың. Ойошманың Йәрлекәү ауылында урынлашҡан төп бинаһын күреп иһә үҙеңде сит илдәге билдәле завод йә фабрикаға барып сыҡҡандай хис итәһең.Компания республикала ғына түгел, тотош ил кимәлендә алдынғылар рәтендә, ә уның эшмәкәрлеге үҙ-ара еҙнәй-ҡәйнеш тейешле кешеләр тарафынан 1993 йылда ябай гаражда балыҡ ыҫлауҙан башлана. Тауарҙың тәүге партияһын баҙарға сығарғас та, халыҡ балыҡты күпләп ала, ҙур ихтыяж барлығы асыҡлана. Эштең тәмен белеп ҡалған оҫталар, яйлап килем туплап, ташландыҡ хәлдә ҡалған урынды тәрбиәләп, ҡәҙимге бина төҙөп, балыҡ, диңгеҙ аҙыҡтарын эшкәртеү, ыҫлауҙы йылдам атҡарырға тотона.
Әлеге ваҡытта был яуаплылығы сикләнгән ойошма – Башҡортостанды һәм күрше төбәктәрҙе балыҡ ризыҡтары менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеүселәрҙең береһе. Уның эшмәкәрлегенә ыҫлауҙан тыш, тоҙлау, вакуумлау, эшкәртеү һәм туңдырылғанды һатыу инә.
“Reich” фирмаһында етештерелгән илдәге һигеҙ термокамераны Рәсәйҙә тәүге булып 2006 йылда тап “Миәкә балыҡ компанияһы” һатып ала. 2010 йылда ошондай тағы бер камера ҡуллана башлайҙар. Компания тәүлегенә 10 тоннаға яҡын тоҙланған һәм ыҫланған балыҡ, диңгеҙ ризыҡтарын етештереү ҡеүәтенә эйә. Урында һыу һәм электр менән тәьмин итеүҙә өҙөклөк булған осраҡта 48 сәғәт дауамында эште туҡтатмау мөмкинлеге бар.
Әҙер тауар республикалағы һәм күрше төбәктәрҙәге 500-ҙән ашыу сауҙа нөктәһенә оҙатыла. Хеҙмәткәрҙәр тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ туплау өсөн Америка Ҡушма Штаттарына, Мексика, Таиланд, Германия тарафтарына сәфәр ҡыла. Миәкә еренә шулай уҡ Канада, АҠШ, Аргентинанан эшҡыуар, белгестәр йыш килә, уңыш серҙәренә өйрәнә. “Миәкә балыҡ компанияһы”нда етештерелгән ризыҡтар Башҡортостандың, Рәсәйҙең “100 иң яҡшы тауары” исемлегенә индерелгән.
– Махсус белемһеҙ, юҡтан башланған кәсепте бөгөнгө килемле кимәлгә еткереү өсөн үҙеңдә иң тәүҙә эшһөйәрлек, түҙемлелек сифаттарын камиллаштырыу кәрәк, – ти компанияның генераль директоры Рауил Моратшин. – Бүрене аяғы туйҙыра тигәндәй, ошоғаса нисә йыл сеймал артынан шәхсән үҙем йөрөнөм, балыҡты тура караптан алған осраҡтар ҙа булды. Әлеге мәлдә Сахалин, Карелия, шулай уҡ Исландия, Ҡытай, Норвегия, Фарер утрауҙары, Яңы Зеландия, Вьетнам, Чили, Индонезия һәм башҡа илдәрҙең бихисап компаниялары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Биләмәһендә пляж волейболы өсөн махсус майҙансыҡ булдырылған, һәр бинаһы хозур диңгеҙ донъяһы стилендә биҙәлгән компания бөхтәлеге, заманса йыһазы менән һоҡландырһа, тәҡдим ителгән тауарҙың күләме лә ҡыуандыра: ыҫланған ризыҡтың – 30, тоҙланған тәмлекәстәрҙең – 40, туңдырылғандарының 100-гә яҡын төрө бар. Халыҡ ихтыяжын юғары сифатлы тауары менән тулыһынса тәьмин иткән “Миәкә балыҡ компанияһы” районды төҙөкләндереү эшмәкәрлеге буйынса ла тәүге урында килә.
Миәкә егеттәренең тыуған ерендә эш асып, уны бөгөнгө кимәлгә еткергәнсе тырышып көс түгеүҙәрен заман йәштәренә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Бик күп награда менән билдәләнгән килемле предприятиеның донъя киңлегендә иркен хеҙмәттәшлек итерлек мөмкинлеге бар.