Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ һаулығы – төбәк байлығы
 Халыҡ һаулығы –  төбәк байлығы 110 урынлыҡ Миәкә район дауаханаһы быйыл үҙенең 110 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Күркәм тантанаға әҙерлек эше башланған да инде.

Баш табип Илдар Атанғолов, Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлап, сирлеләрҙе дауалауға сирек быуат ғүмерен биргән. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хаҡында бәйән иткәндә Илдар Ғәлимйән улы бындағы дауалау эшенең төп, киҫкен мәсьәләләрен, яңы уңыштарын, киләсәккә ниәттәрен дә телгә алды.
– Тотош илдә барған көрсөк беҙҙә лә эҙһеҙ үтмәй, әммә был күренешкә уфтанып ултырыуҙан бер фәтүә лә юҡ. Сирлеләрҙе тәрбиәләүҙе урында ла, ауылдарға сығып та башҡарабыҙ, сөнки өлкән йәштәгеләр – хаҡлы ялда булғандар, һуғыш, тыл ветерандары байтаҡ, – ти ул.
2014 йылда райондың һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының эшмәкәрлеге “Сәләмәтлек” өҫтөнлөклө милли проектын, 2009–2020 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү комплекслы программаһын тормошҡа ашырыуға ҡорола. Тыуым 9,4 процентҡа артҡан, йәғни 372 сабый донъяға килгән. Халыҡ башлыса ҡан әйләнеше системаһына, тын алыу, аш һеңдереү ағзаларына ҡағылышлы сирҙәр менән мөрәжәғәт итә.
 Халыҡ һаулығы –  төбәк байлығыРайон үҙәк дауаханаһы коллективында 448 хеҙмәткәр эшләй. Быйыл бында беренсе тапҡыр 15 урынлыҡ паллиатив бүлек асылған. Унда сирҙе еңеүгә һуңғы өмөт менән йәшәгән ауырыуҙар урынлаштырыла. Бүлектәге күрһәтелгән ярҙам сифат, тәжрибә, шәфҡәтлелек төшөнсәләренән хасил була. Әле урындар һаны 25-кә еткерелгән.
– Кешеләрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары йышайғас, был мәсьәләне тикшереү, хәл итеү юлын асыҡланыҡ. Ир-егеттәр, ғәҙәттә, суррогат алкоголь эсеп ағыулана, сәләмәтлеген ҙур шик аҫтына ҡуя. Быға өҫтәп эшһеҙлек, кредит ҡоллоғона эләгеү һәм башҡа шундай сәбәптәрҙе күҙ уңында тотоп, төрлө киҫәтеү саралары үткәрергә, халыҡҡа аңлатырға тырышабыҙ, – тип һөйләй Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Илдар Атанғолов. – Рәсәйҙең медицина ярҙамы күрһәтеү өлкәһе ойошмалары өс кимәлгә бүленеп эшләй: тәүгеһендә медик-санитар тикшереү үткәрелһә, икенсеһендә ауырыу – биләмә-ара үҙәктәрҙә, һуңғыһында иһә махсус дауалау ойошмаларында ҡабул ителә. Халыҡ сирлеләрҙе ошо рәүешле тикшереү, ауырыуҙы асыҡлау тәртибенә лә төшөнһөн ине.
Ошо төбәктә тыуып үҫеп, ҡалаларҙа белем туплап, йәш белгестәрҙең Миәкә еренә эшкә ҡайтыуы кеүек һөйөнөслө күренештәр ҙә юҡ түгел. Терапевт Эльвира менән анестезиолог-реаниматолог Марсель Вәлиуллиндарҙың ғаиләһе миҫалында был асыҡ сағыла. Йәштәр, Башҡорт дәүләт медицина университетын уңышлы тамамлағандан һуң, өйләнешеп, үҙәк район дауаханаһына эшкә килә. Бер нисә ай үтеүгә “Ауыл табибы” программаһы иғлан ителә, Эльвира менән Марсель йәш белгес булараҡ берәр миллион һумлыҡ ярҙам алыуға өлгәшә. Тимәк, эшләү, йәшәү өсөн ауыл ерендә лә бынамын тигән шарттар булдырылған. Әлегә фатир һатып алған ғаилә киләсәктә иркен, матур өй һалып сыҡмаҡсы.
Вәлиуллиндар кеүек йәш белгестәргә үҙәк дауахана етәкселеге оло ышаныс һәм өмөт бағлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә