110 урынлыҡ Миәкә район дауаханаһы быйыл үҙенең 110 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Күркәм тантанаға әҙерлек эше башланған да инде. Баш табип Илдар Атанғолов, Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлап, сирлеләрҙе дауалауға сирек быуат ғүмерен биргән. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хаҡында бәйән иткәндә Илдар Ғәлимйән улы бындағы дауалау эшенең төп, киҫкен мәсьәләләрен, яңы уңыштарын, киләсәккә ниәттәрен дә телгә алды.
– Тотош илдә барған көрсөк беҙҙә лә эҙһеҙ үтмәй, әммә был күренешкә уфтанып ултырыуҙан бер фәтүә лә юҡ. Сирлеләрҙе тәрбиәләүҙе урында ла, ауылдарға сығып та башҡарабыҙ, сөнки өлкән йәштәгеләр – хаҡлы ялда булғандар, һуғыш, тыл ветерандары байтаҡ, – ти ул.
2014 йылда райондың һаулыҡ һаҡлау ойошмаларының эшмәкәрлеге “Сәләмәтлек” өҫтөнлөклө милли проектын, 2009–2020 йылдарҙа һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү комплекслы программаһын тормошҡа ашырыуға ҡорола. Тыуым 9,4 процентҡа артҡан, йәғни 372 сабый донъяға килгән. Халыҡ башлыса ҡан әйләнеше системаһына, тын алыу, аш һеңдереү ағзаларына ҡағылышлы сирҙәр менән мөрәжәғәт итә.
Район үҙәк дауаханаһы коллективында 448 хеҙмәткәр эшләй. Быйыл бында беренсе тапҡыр 15 урынлыҡ паллиатив бүлек асылған. Унда сирҙе еңеүгә һуңғы өмөт менән йәшәгән ауырыуҙар урынлаштырыла. Бүлектәге күрһәтелгән ярҙам сифат, тәжрибә, шәфҡәтлелек төшөнсәләренән хасил була. Әле урындар һаны 25-кә еткерелгән.
– Кешеләрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары йышайғас, был мәсьәләне тикшереү, хәл итеү юлын асыҡланыҡ. Ир-егеттәр, ғәҙәттә, суррогат алкоголь эсеп ағыулана, сәләмәтлеген ҙур шик аҫтына ҡуя. Быға өҫтәп эшһеҙлек, кредит ҡоллоғона эләгеү һәм башҡа шундай сәбәптәрҙе күҙ уңында тотоп, төрлө киҫәтеү саралары үткәрергә, халыҡҡа аңлатырға тырышабыҙ, – тип һөйләй Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Илдар Атанғолов. – Рәсәйҙең медицина ярҙамы күрһәтеү өлкәһе ойошмалары өс кимәлгә бүленеп эшләй: тәүгеһендә медик-санитар тикшереү үткәрелһә, икенсеһендә ауырыу – биләмә-ара үҙәктәрҙә, һуңғыһында иһә махсус дауалау ойошмаларында ҡабул ителә. Халыҡ сирлеләрҙе ошо рәүешле тикшереү, ауырыуҙы асыҡлау тәртибенә лә төшөнһөн ине.
Ошо төбәктә тыуып үҫеп, ҡалаларҙа белем туплап, йәш белгестәрҙең Миәкә еренә эшкә ҡайтыуы кеүек һөйөнөслө күренештәр ҙә юҡ түгел. Терапевт Эльвира менән анестезиолог-реаниматолог Марсель Вәлиуллиндарҙың ғаиләһе миҫалында был асыҡ сағыла. Йәштәр, Башҡорт дәүләт медицина университетын уңышлы тамамлағандан һуң, өйләнешеп, үҙәк район дауаханаһына эшкә килә. Бер нисә ай үтеүгә “Ауыл табибы” программаһы иғлан ителә, Эльвира менән Марсель йәш белгес булараҡ берәр миллион һумлыҡ ярҙам алыуға өлгәшә. Тимәк, эшләү, йәшәү өсөн ауыл ерендә лә бынамын тигән шарттар булдырылған. Әлегә фатир һатып алған ғаилә киләсәктә иркен, матур өй һалып сыҡмаҡсы.
Вәлиуллиндар кеүек йәш белгестәргә үҙәк дауахана етәкселеге оло ышаныс һәм өмөт бағлай.