Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәрәкәтле ерҙең йыры моңло
Бәрәкәтле ерҙең йыры моңло Республика райондарының сиген билдәләгән, йәғни береһенең биләмәһе бөтөп, икенсеһенә сыҡҡан урындарҙы, исеме һәм юлсылар өсөн изге теләктәр яҙылған һәйкәлдәрҙе күреү минең өсөн ҙур ҡыуаныс булып, ул тойғо, ғәҙәттә, күңелгә етдилек, мөғжизә өҫтәп ҡалыусан.

Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, һәр төбәк хаҡындағы тәьҫорат тәү сиратта унда ки­леп ингән ерҙең сағыу биҙәлешенән, бөхтә­ле­генән, ихлас ҡаршылауынан бөрөләнә. Был йәһәттән, әгәр район Башҡортостандың башҡа республика йә өлкә менән күрше, сиктәш икән, уға үҙенең генә түгел, тотош халыҡтың йөҙөн сағылдырыу бурысы йөкмәтелә.
Мифтахетдин Аҡмулла, Айҙар Ғәлимов, Нурия Ирсаева... Оло хеҙмәте һәм һәләте менән киң танылыу, ихтирам яулаған шәхестәрҙең тыуған ере булараҡ, Миәкә районы алда һаналған “талап”­тарға яуап биреп кенә ҡалмай, үҫеш, камиллашыу баҫҡысы буйлап та йылдам үрмәләй.
Хакимиәт башлығы Ришат Аҡтуғановтың “әле­ге көндә ит, һөт етештереү күрһәткестәрен арт­тырыуҙы күҙаллайбыҙ, был өлкәләрҙәге эшкә ҡеүәт өҫтәү бурысын алғанбыҙ” тигән һүҙҙәре – ошоға асыҡ дәлил. Әйтергә кәрәк, күп ҡулла­ныусыларҙың яратып һатып алған “Аҡ болот” компанияһы тауарҙары – ҡаймаҡ, кефир, эремсек, май, йогурт кеүек һөт аҙыҡтары – тап Миәкә ерендә етештерелә.
Район етәксеһе төбәк киләсәгенә мөһим йо­ғонто яһаясаҡ лайыҡлы кадрҙар әҙерләү мәсьә­ләһенә лә етди һәм талапсан ҡарашта.
– Әле яуаплы вазифалағы хеҙмәткәрҙе хаҡлы ялға оҙатҡас, иртәгәһенә уның урынына ҡуйыр­лыҡ алмаш быуынды тәрбиәләү, өмөтлө егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың заманса фекер йөрөтөүенән тыуған төплө инициативаларҙы хуп­лап ҡабул итеү кәрәк, – ти Ришат Ғәбдрәшит улы.
Ысынлап та, район йәштәренә тыуған ерҙә кинәнеп хеҙмәт итеү, гөрләтеп донъя көтөү өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Мәҫәлән, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында заманса йыһазландырылған спорт-һауыҡтырыу комплексы, балалар баҡсаһы, социаль торлаҡ төҙөлөүе район халҡы ихтыяждарын иғтибарлы үтәүҙе генә аңлатып ҡалмай, төбәк үҫешенә Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан да ҙур ярҙам күрһәтелеүен дәлилләй.
Райондың социаль-иҡтисади күрһәткестәренә килгәндә, мәҫәлән, “2014 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше” программаһына ярашлы, Ҡыр­ғыҙ-Миәкәлә һыу менән тәьмин итеү система­һы­ның 4-се сиратын реконструкциялау буйынса төҙөлөш эштәре башҡарылған. Йәрлекәү, Сытырбаш, Ҡанбәк, Әнәс, Өршәкбаш-Ҡарамалы ауыл­да­ры урамдарына һыу үткәрелгән, район үҙә­ге­нең Көньяҡ биҫтәһендә электр, һыу, газ ме­нән тәьмин итеү объекттарын проектлау та­мам­ланған. Өйәҙе йылғаһын таҙалау, тәрәнәйтеү, Кәр­кәле быуаһын тәрбиәләү эше даими атҡа­рыла. Ихлас хеҙмәттән генә ыңғай һөҙөмтә алыу мөмкинлеген хәтерҙән сығармай Миәкә халҡы, йәшәйештең һәр өлкәһендә ең һыҙғанып эшләп, данлы ерҙең лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙары исеменә тап төшөрмәй.
– Борондан килгән йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тарихты һанлап, халыҡ менән берҙәм рухта йәшәү – эшмәкәрлегемдең төп бурыстарының береһе, – тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов.
Күптән түгел Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы мә­ҙәниәт һарайында үткән ветеран ойош­ма­ла­рының отчет-һайлау конференцияһында ла оло быуын кешеләре менән төрлө йүнәлештәге эш алып барыу, уларҙың талап-тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалыу мәсьәләләре тикшерелде. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығын билдәләүгә әҙерлек барышы төп тема булып яңғыраны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә