Республика райондарының сиген билдәләгән, йәғни береһенең биләмәһе бөтөп, икенсеһенә сыҡҡан урындарҙы, исеме һәм юлсылар өсөн изге теләктәр яҙылған һәйкәлдәрҙе күреү минең өсөн ҙур ҡыуаныс булып, ул тойғо, ғәҙәттә, күңелгә етдилек, мөғжизә өҫтәп ҡалыусан. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, һәр төбәк хаҡындағы тәьҫорат тәү сиратта унда килеп ингән ерҙең сағыу биҙәлешенән, бөхтәлегенән, ихлас ҡаршылауынан бөрөләнә. Был йәһәттән, әгәр район Башҡортостандың башҡа республика йә өлкә менән күрше, сиктәш икән, уға үҙенең генә түгел, тотош халыҡтың йөҙөн сағылдырыу бурысы йөкмәтелә.
Мифтахетдин Аҡмулла, Айҙар Ғәлимов, Нурия Ирсаева... Оло хеҙмәте һәм һәләте менән киң танылыу, ихтирам яулаған шәхестәрҙең тыуған ере булараҡ, Миәкә районы алда һаналған “талап”тарға яуап биреп кенә ҡалмай, үҫеш, камиллашыу баҫҡысы буйлап та йылдам үрмәләй.
Хакимиәт башлығы Ришат Аҡтуғановтың “әлеге көндә ит, һөт етештереү күрһәткестәрен арттырыуҙы күҙаллайбыҙ, был өлкәләрҙәге эшкә ҡеүәт өҫтәү бурысын алғанбыҙ” тигән һүҙҙәре – ошоға асыҡ дәлил. Әйтергә кәрәк, күп ҡулланыусыларҙың яратып һатып алған “Аҡ болот” компанияһы тауарҙары – ҡаймаҡ, кефир, эремсек, май, йогурт кеүек һөт аҙыҡтары – тап Миәкә ерендә етештерелә.
Район етәксеһе төбәк киләсәгенә мөһим йоғонто яһаясаҡ лайыҡлы кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә лә етди һәм талапсан ҡарашта.
– Әле яуаплы вазифалағы хеҙмәткәрҙе хаҡлы ялға оҙатҡас, иртәгәһенә уның урынына ҡуйырлыҡ алмаш быуынды тәрбиәләү, өмөтлө егет һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың заманса фекер йөрөтөүенән тыуған төплө инициативаларҙы хуплап ҡабул итеү кәрәк, – ти Ришат Ғәбдрәшит улы.
Ысынлап та, район йәштәренә тыуған ерҙә кинәнеп хеҙмәт итеү, гөрләтеп донъя көтөү өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Мәҫәлән, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында заманса йыһазландырылған спорт-һауыҡтырыу комплексы, балалар баҡсаһы, социаль торлаҡ төҙөлөүе район халҡы ихтыяждарын иғтибарлы үтәүҙе генә аңлатып ҡалмай, төбәк үҫешенә Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан да ҙур ярҙам күрһәтелеүен дәлилләй.
Райондың социаль-иҡтисади күрһәткестәренә килгәндә, мәҫәлән, “2014 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше” программаһына ярашлы, Ҡырғыҙ-Миәкәлә һыу менән тәьмин итеү системаһының 4-се сиратын реконструкциялау буйынса төҙөлөш эштәре башҡарылған. Йәрлекәү, Сытырбаш, Ҡанбәк, Әнәс, Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылдары урамдарына һыу үткәрелгән, район үҙәгенең Көньяҡ биҫтәһендә электр, һыу, газ менән тәьмин итеү объекттарын проектлау тамамланған. Өйәҙе йылғаһын таҙалау, тәрәнәйтеү, Кәркәле быуаһын тәрбиәләү эше даими атҡарыла. Ихлас хеҙмәттән генә ыңғай һөҙөмтә алыу мөмкинлеген хәтерҙән сығармай Миәкә халҡы, йәшәйештең һәр өлкәһендә ең һыҙғанып эшләп, данлы ерҙең лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙары исеменә тап төшөрмәй.
– Борондан килгән йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, тарихты һанлап, халыҡ менән берҙәм рухта йәшәү – эшмәкәрлегемдең төп бурыстарының береһе, – тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов.
Күптән түгел Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы мәҙәниәт һарайында үткән ветеран ойошмаларының отчет-һайлау конференцияһында ла оло быуын кешеләре менән төрлө йүнәлештәге эш алып барыу, уларҙың талап-тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалыу мәсьәләләре тикшерелде. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләүгә әҙерлек барышы төп тема булып яңғыраны.