Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Олатайҙар аманаты
Олатайҙар аманаты Бөйөк Ватан һуғышы еле ҡағылмаған ғаилә юҡтыр ул Рәсәйҙә. Кемдеңдер атаһы, икенселәрҙең олатаһы, өсөнсөләрҙең ҡустыһы, яҡын кешеләре йә күршеләре Еңеү өсөн көсөн, йәнен аямаған.
Минең дә олатайҙарым ҡатнашҡан был яуҙа. Атайымдың атаһы – Сәләх Ғилаж улы Бикембәтов олатайым — 1914 йылда тыуған. Һуғыш башланғанда атайыма 4 йәш кенә була. Олатай Ейәнсура хәрби комиссариаты аша һуғыш яланына оҙатыла. Дубиновка тимер юл станцияһында һуңғы тапҡыр күрә уны яҡындары. 1942 йылда Сталинград өсөн һуғышта батырҙарса һәләк булған ҡәҙерле кешебеҙ. Атайым һәр саҡ олатайҙы иҫкә алып, Еңеү көнө етһә, йөрәген усы менән ҡаплап, һыҙланып ултырыр ине. Аҫыл һөйәге тыуған яғынан алыҫта ятһа ла, ул ауған ерҙең тупрағын алып ҡайтып, һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәргә ҡуйылған һәйкәлгә һалдылар.
Олатайҙар аманатыӘсәйемдең атаһын – Йәләл Сөләймән улы Рыҫҡолов олатайымды – шулай уҡ Дубиновканан яуға алып китәләр. Әйткәндәй, ул фин һуғышында ла ҡатнашҡан була. Әсәйем — уның берҙән-бер балаһы. 1943 йылда Ленинград блокадаһы ваҡытында олатайым хәбәрһеҙ юғала. Ошо хаҡта мәғлүмәт алыу менән өләсәйем әсәйҙе тыуған ауылына – Ейәнсура районындағы Ниязғолға — алып ҡайтып китә. Олатайҙан, хәлдәр еңел түгел, халыҡ күп ҡырыла, аслыҡ, аҙыҡ-түлек боҙ аша ғына килә, тип хат та килгән булған ул. Һиҙенгәндәй, һуғышҡа күҙ йәштәре аша киткән, ти, олатайым. Күрәһең, йөрәге менән тойғандыр инде. Нимә генә тимә, ул бит фин һуғышында яуҙарҙың ни тиклем мәрхәмәтһеҙ икәнлеген үҙ күҙе менән күргән була. Ленинград өлкәһендәге Колпинола туғандар ҡәберлеге бар, олатайҙың ғәзиз һөйәктәре шунда ята.
Минең өсөн Бөйөк Еңеү байрамы — иң тетрәндергес, тулҡынландырғыс байрамдарҙың береһе. Ҡәһәрле һуғыш атайым менән әсәйемде атайһыҙ иткән. Йылдар имен килһен, балалар аслыҡ, һуғыш күрмәһен, тип теләгән һәр саҡ өләсәй. Миллиондарса халыҡтың ҡанын ҡойған был яу. Илдең именлеген һаҡлау өсөн беҙ ҙә бар көсөбөҙҙө һалһаҡ ине. Улар бит беҙгә тыныс тормошто аманат итеп ҡалдырған!



Автор: Руслан БИКЕМБӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә