Бөйөк Ватан һуғышы еле ҡағылмаған ғаилә юҡтыр ул Рәсәйҙә. Кемдеңдер атаһы, икенселәрҙең олатаһы, өсөнсөләрҙең ҡустыһы, яҡын кешеләре йә күршеләре Еңеү өсөн көсөн, йәнен аямаған.Минең дә олатайҙарым ҡатнашҡан был яуҙа. Атайымдың атаһы – Сәләх Ғилаж улы Бикембәтов олатайым — 1914 йылда тыуған. Һуғыш башланғанда атайыма 4 йәш кенә була. Олатай Ейәнсура хәрби комиссариаты аша һуғыш яланына оҙатыла. Дубиновка тимер юл станцияһында һуңғы тапҡыр күрә уны яҡындары. 1942 йылда Сталинград өсөн һуғышта батырҙарса һәләк булған ҡәҙерле кешебеҙ. Атайым һәр саҡ олатайҙы иҫкә алып, Еңеү көнө етһә, йөрәген усы менән ҡаплап, һыҙланып ултырыр ине. Аҫыл һөйәге тыуған яғынан алыҫта ятһа ла, ул ауған ерҙең тупрағын алып ҡайтып, һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәргә ҡуйылған һәйкәлгә һалдылар.
Әсәйемдең атаһын – Йәләл Сөләймән улы Рыҫҡолов олатайымды – шулай уҡ Дубиновканан яуға алып китәләр. Әйткәндәй, ул фин һуғышында ла ҡатнашҡан була. Әсәйем — уның берҙән-бер балаһы. 1943 йылда Ленинград блокадаһы ваҡытында олатайым хәбәрһеҙ юғала. Ошо хаҡта мәғлүмәт алыу менән өләсәйем әсәйҙе тыуған ауылына – Ейәнсура районындағы Ниязғолға — алып ҡайтып китә. Олатайҙан, хәлдәр еңел түгел, халыҡ күп ҡырыла, аслыҡ, аҙыҡ-түлек боҙ аша ғына килә, тип хат та килгән булған ул. Һиҙенгәндәй, һуғышҡа күҙ йәштәре аша киткән, ти, олатайым. Күрәһең, йөрәге менән тойғандыр инде. Нимә генә тимә, ул бит фин һуғышында яуҙарҙың ни тиклем мәрхәмәтһеҙ икәнлеген үҙ күҙе менән күргән була. Ленинград өлкәһендәге Колпинола туғандар ҡәберлеге бар, олатайҙың ғәзиз һөйәктәре шунда ята.
Минең өсөн Бөйөк Еңеү байрамы — иң тетрәндергес, тулҡынландырғыс байрамдарҙың береһе. Ҡәһәрле һуғыш атайым менән әсәйемде атайһыҙ иткән. Йылдар имен килһен, балалар аслыҡ, һуғыш күрмәһен, тип теләгән һәр саҡ өләсәй. Миллиондарса халыҡтың ҡанын ҡойған был яу. Илдең именлеген һаҡлау өсөн беҙ ҙә бар көсөбөҙҙө һалһаҡ ине. Улар бит беҙгә тыныс тормошто аманат итеп ҡалдырған!