Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы еңеүҙәргә ҡанатландырып...
Өфөлә 13 тапҡыр Паралимпия, 18 тапҡыр донъя, 48 тапҡыр Европа чемпионы, еңел атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталованың II “Милләт йәштәре” йәмәғәт премияһы лауреаттары бүләкләнде.

Быйыл конкурс Рима Баталованың “Милләт йәштәре” төбәк йәмәғәт фонды тарафынан республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә “ МегаФон” компанияһы ярҙамында уҙғарылды. Ул мөмкинлектәре сикләнгән иң яҡшы йәш спортсыларҙы, тренерҙарҙы, инвалид бала тәрбиәләгән һәм спорт яратҡан йәш ғаиләләрҙе, хәйриә менән шөғөлләнеүселәрҙе, шулай уҡ инва­лидтарҙың проблемаларын яҡтыртҡан киң мәғлүмәт сараларын асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.
Бәйгегә Башҡортостандың биш ҡала­һынан һәм 15 районынан 100-ҙән ашыу ғариза тапшырылғайны. Еңеүселәр ете номинацияла билдәләнде. Һөҙөмтәлә “Йыл алға китеше” номинацияһында былтыр йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионатында икенсе урынды яулаған Ксения Трякина иң яҡшыһы тип табылды. “Икһеҙ-сикһеҙ спорт” номинацияһында Екатерина Корнеева, Богдан Мозговой, Артур Сәйфетдинов еңеп сыҡты. “Паралимпия спорты өмөтө” тип Анна Крившина танылды. “Еңеү сере”н тренерҙар Ольга Байракова, Сергей Трухачев һәм Вячеслав Шамаев асты. “Чемпион тәрбиәләү” номинацияһында Өфөнән Булатовтар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Сергей Алешин, Флүр Ғәлләмов һәм Ян Левит “Йөрәк ауазы буйынса” номина­цияһында алдынғылыҡҡа өлгәште. Инвалидтарҙың проблемаларын яҡтырт­ҡан өсөн төп премия “Белебеевские известия” гәзите, “Юлдаш” радиоһы һәм “Горобзор” порталы коллективтарына тапшырылды.



Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә