Яңы еңеүҙәргә ҡанатландырып...07.04.2015
Өфөлә 13 тапҡыр Паралимпия, 18 тапҡыр донъя, 48 тапҡыр Европа чемпионы, еңел атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталованың II “Милләт йәштәре” йәмәғәт премияһы лауреаттары бүләкләнде.
Быйыл конкурс Рима Баталованың “Милләт йәштәре” төбәк йәмәғәт фонды тарафынан республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә “ МегаФон” компанияһы ярҙамында уҙғарылды. Ул мөмкинлектәре сикләнгән иң яҡшы йәш спортсыларҙы, тренерҙарҙы, инвалид бала тәрбиәләгән һәм спорт яратҡан йәш ғаиләләрҙе, хәйриә менән шөғөлләнеүселәрҙе, шулай уҡ инвалидтарҙың проблемаларын яҡтыртҡан киң мәғлүмәт сараларын асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.
Бәйгегә Башҡортостандың биш ҡалаһынан һәм 15 районынан 100-ҙән ашыу ғариза тапшырылғайны. Еңеүселәр ете номинацияла билдәләнде. Һөҙөмтәлә “Йыл алға китеше” номинацияһында былтыр йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионатында икенсе урынды яулаған Ксения Трякина иң яҡшыһы тип табылды. “Икһеҙ-сикһеҙ спорт” номинацияһында Екатерина Корнеева, Богдан Мозговой, Артур Сәйфетдинов еңеп сыҡты. “Паралимпия спорты өмөтө” тип Анна Крившина танылды. “Еңеү сере”н тренерҙар Ольга Байракова, Сергей Трухачев һәм Вячеслав Шамаев асты. “Чемпион тәрбиәләү” номинацияһында Өфөнән Булатовтар ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Сергей Алешин, Флүр Ғәлләмов һәм Ян Левит “Йөрәк ауазы буйынса” номинацияһында алдынғылыҡҡа өлгәште. Инвалидтарҙың проблемаларын яҡтыртҡан өсөн төп премия “Белебеевские известия” гәзите, “Юлдаш” радиоһы һәм “Горобзор” порталы коллективтарына тапшырылды.