Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡөҙрәтле ер – Хәйбулла
Әбүбәкер ауылында Әүлиә ҡәбере бар. Уның тураһында урындағы аҡһаҡал, ағинәйҙәр һөйләүенән, шәжәрә сығанаҡтарынан күп риүәйәттәр һаҡланған.

Билдәле булыуынса, Мөхәммәт пәйғәмбәре­беҙ үҙе Ағиҙел, Дим, Әй, Эйек, Танып, Сөн, Ашҡаҙар, Яйыҡ һәм башҡа йылғалар буйында төпләнгән ата-бабаларыбыҙ тарафына Ислам дине тәғлимәттәрен аңлатыу, төшөндөрөү маҡ­сатында өс сәхәбә ебәр­гән. Шуларҙың икәүһе хәҙерге Миәкә районының Илсеғол ауылы янын­дағы Нарыҫтауҙа ерләнгән, тиҙәр. 2011 йылда унда ҡомартҡы итеп матур, семәрле комплекс-кәшәнә төҙөлгән.
Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Х – ХI бы­уаттарҙа ислам иле, империяһы ҙур ҡеүәтҡә эйә була. Мәҫәлән, 980 – 1037 йылдарҙа идара иткән Бағдад ҡалаһы хәлифе Мәхмүт Газнави дин хәҡи­ҡәтен тыныс юл менән дә данлай. Иҡтисад, мәҙә­ниәт, сәнғәт, әҙәбиәт, тарих, философия, тәржемә эше, математика, астрономия һәм башҡа ғилми асыштарҙы юғары күтәрә.
Нәҡ ошо заманда Бағдад хәлифәтенән төрлө яҡтарға – Көньяҡ Уралдан Аралға саҡлы баш­ҡорт далаларына ебәрелгән сәхәбәләрҙең бере­һе хажи Хәким әл Бағдади була. Ошо изге Әүлиә ҡәберен күрергә халыҡ борон замандан күпләп йөрөй. Мосолмандар егелгән аттары, дөйәләре, каруандары менән бергә бер нисә көн Ташлы йылғаһы туға­йында ҡорбан салып, милли аш менән һыйланып, дини йолаларҙы үтәп, Әүлиәгә хөрмәтен, ихтирамын белдергән.
Мин белгән, күреп һөйләшкән, хәтирәләрен тыңлаған оло быуын шәхестәре араһында һу­ғыштан һуңғы йылдарҙа ауыл муллаһы булған, уҡымышлы, хөрмәтле Уйылдан Айса улы Сынбулатов (1886—1976 йылдар), Беренсе донъя һуғышында ҡатнашып, 1915 йылда ҡаты яраланып ҡайтҡан, танылған Ҡарғалы мәҙрәсәһен тамамлаған, тарих, әҙәбиәт фәндәрен яҡшы белгән, хөрмәтле олатай Ғәйнулла Мөхәрләм улы Билалов (1892—1970 йылдар), ауылдың иң өлкән аҡһаҡалы, зиһенле, уҡымышлы Сибәғәт Дуҫмөхәмәт улы Балдыбаев (1870 – 1960 йылдар) бар.
Алыҫтан юлланған мосолмандар аҙашмаған, сөнки Хәким тауының башында ялпаҡ таштар­ҙан һалынған, ике метр бейеклектәге таш өйөмө (ҡурған) юл күрһәтеп торған. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, бөгөн ул ҡомартҡы һаҡланмаған.
Риүәйәттәр буйынса, изге Әүлиә ҡәберен мосолмандар бик ҡәҙерләп йыһазландырған. Ғәрәпсә яҙылған таштар, кәшәнә лә булған, быға дәлилдәр ҙә бар.
ХХ быуаттың 60-сы йылдарында, замандаштар һөйләүенсә, Әүлиә ҡәбере өҫтөндәге, Хәким тауы башындағы таш өймәне емереп, мал фермаһы төҙөгәндә нигеҙ өсөн алғандар.
Тик 2011 йылда ҡәбергә мәрмәр таш ҡуйыл­ды, ошо айҡанлы күркәм сара булды. Унда ауыл халҡы, Өфөнән Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмов, Хәмзә мәсете имам-хатибы Дим хәҙрәт, ҡомартҡыны тәрбиәләп торған Зәйнулла Билалов, Юлай хәҙрәт Юнысов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Әбүбәкер урта мәк­тәбе уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны Ғәбит Мәхийән улы үҙ ғаиләһе исеменән ҡорбан салдырҙы, табын ойошторҙо.

Билал БИЛАЛОВ,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.





Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә