Әбүбәкер ауылында Әүлиә ҡәбере бар. Уның тураһында урындағы аҡһаҡал, ағинәйҙәр һөйләүенән, шәжәрә сығанаҡтарынан күп риүәйәттәр һаҡланған. Билдәле булыуынса, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ үҙе Ағиҙел, Дим, Әй, Эйек, Танып, Сөн, Ашҡаҙар, Яйыҡ һәм башҡа йылғалар буйында төпләнгән ата-бабаларыбыҙ тарафына Ислам дине тәғлимәттәрен аңлатыу, төшөндөрөү маҡсатында өс сәхәбә ебәргән. Шуларҙың икәүһе хәҙерге Миәкә районының Илсеғол ауылы янындағы Нарыҫтауҙа ерләнгән, тиҙәр. 2011 йылда унда ҡомартҡы итеп матур, семәрле комплекс-кәшәнә төҙөлгән.
Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Х – ХI быуаттарҙа ислам иле, империяһы ҙур ҡеүәтҡә эйә була. Мәҫәлән, 980 – 1037 йылдарҙа идара иткән Бағдад ҡалаһы хәлифе Мәхмүт Газнави дин хәҡиҡәтен тыныс юл менән дә данлай. Иҡтисад, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт, тарих, философия, тәржемә эше, математика, астрономия һәм башҡа ғилми асыштарҙы юғары күтәрә.
Нәҡ ошо заманда Бағдад хәлифәтенән төрлө яҡтарға – Көньяҡ Уралдан Аралға саҡлы башҡорт далаларына ебәрелгән сәхәбәләрҙең береһе хажи Хәким әл Бағдади була. Ошо изге Әүлиә ҡәберен күрергә халыҡ борон замандан күпләп йөрөй. Мосолмандар егелгән аттары, дөйәләре, каруандары менән бергә бер нисә көн Ташлы йылғаһы туғайында ҡорбан салып, милли аш менән һыйланып, дини йолаларҙы үтәп, Әүлиәгә хөрмәтен, ихтирамын белдергән.
Мин белгән, күреп һөйләшкән, хәтирәләрен тыңлаған оло быуын шәхестәре араһында һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауыл муллаһы булған, уҡымышлы, хөрмәтле Уйылдан Айса улы Сынбулатов (1886—1976 йылдар), Беренсе донъя һуғышында ҡатнашып, 1915 йылда ҡаты яраланып ҡайтҡан, танылған Ҡарғалы мәҙрәсәһен тамамлаған, тарих, әҙәбиәт фәндәрен яҡшы белгән, хөрмәтле олатай Ғәйнулла Мөхәрләм улы Билалов (1892—1970 йылдар), ауылдың иң өлкән аҡһаҡалы, зиһенле, уҡымышлы Сибәғәт Дуҫмөхәмәт улы Балдыбаев (1870 – 1960 йылдар) бар.
Алыҫтан юлланған мосолмандар аҙашмаған, сөнки Хәким тауының башында ялпаҡ таштарҙан һалынған, ике метр бейеклектәге таш өйөмө (ҡурған) юл күрһәтеп торған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ул ҡомартҡы һаҡланмаған.
Риүәйәттәр буйынса, изге Әүлиә ҡәберен мосолмандар бик ҡәҙерләп йыһазландырған. Ғәрәпсә яҙылған таштар, кәшәнә лә булған, быға дәлилдәр ҙә бар.
ХХ быуаттың 60-сы йылдарында, замандаштар һөйләүенсә, Әүлиә ҡәбере өҫтөндәге, Хәким тауы башындағы таш өймәне емереп, мал фермаһы төҙөгәндә нигеҙ өсөн алғандар.
Тик 2011 йылда ҡәбергә мәрмәр таш ҡуйылды, ошо айҡанлы күркәм сара булды. Унда ауыл халҡы, Өфөнән Хәмзә хәҙрәт Ғәлләмов, Хәмзә мәсете имам-хатибы Дим хәҙрәт, ҡомартҡыны тәрбиәләп торған Зәйнулла Билалов, Юлай хәҙрәт Юнысов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Әбүбәкер урта мәктәбе уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны Ғәбит Мәхийән улы үҙ ғаиләһе исеменән ҡорбан салдырҙы, табын ойошторҙо.
Билал БИЛАЛОВ,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.