Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Көс-дәртегеҙ ташып торор. Уны яҡында­рығыҙ менән араларҙы көйләүгә йүнәлт­һәгеҙ, бик яҡшы булыр, сөнки тап был аҙнала киләсәктәге мөнәсәбәттәр үҫешенә нигеҙ һалына. Хаталарға юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ, уларҙың ҡиммәткә төшөүе бар.

БУҒА (20.04 — 20.05).
Хәл-ваҡиғаны үҙ ағышына ҡуйығыҙ. Уларға әүҙем йоғонто яһарға тырышыу кире эҙемтә бирер кеүек. Дуҫтарығыҙ менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ, серегеҙҙе аса күрмәгеҙ. Юғиһә тормошоғоҙҙағы ҡайһы бер йәшерен мәғлүмәт­тәрҙе сит-яттарға еткереүҙәре мөмкин.

ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06)
Шәхси тормошоғоҙға яңылыҡ индерергә ва­ҡыт. Үҙгәрештәр елен тойһағыҙ, ҡыйыу эшкә то­то­ноғоҙ. Һөйөү һәм ихтирамға ҡоролған ғаи­ләгеҙ хаҡында һүҙ бармаһа, үткәндәргә йәбешеп ят­мағыҙ. Киләсәккә план ҡороғоҙ, өр-яңы ҡарар­ҙар ҡабул итегеҙ, ижади хыялдарығыҙҙы тор­мошҡа ашырығыҙ.

ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Ғаилә хәлдәренең ҡатмарлашыуы ихтимал. Аҙна мөхәббәт менән нәфрәт осоро булараҡ хәтерҙә ҡалыр, моғайын. Шуға күрә үҙегеҙҙе ҡулда тоторға, хис-тойғоларҙы бер аҙ тыйырға кәңәш ителә. Уның ҡарауы, һөнәри эшмәкәр­лектәге ҡаҙаныштарығыҙ тейешенсә баһаланыр.

АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға байрам ойош­тороғоҙ. Сәйәхәт итергә, концерт, театрҙарға барырға мөмкин. Ғөмүмән, сағыуыраҡ йәшәгеҙ. Үҙегеҙҙе ысын арыҫландарса тоторға, ихлас, итә­ғәтле, изге күңелле, йомарт булырға тыры­шығыҙ.

ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыу еңел бул­маҫ. Яңы танышлыҡтар, осрашыуҙар өсөн ҡулай мәл түгел. Бурыстарығыҙҙы ҡайта­рырға тырышығыҙ. Артабанғы тормошоғоҙға был ҙур йоғонто яһар. Тиҙ арала ғына ҙур эш хаҡына ла иҫәп тоторға ярамай.

ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр бор­соу­ға һалыр. Уларҙы үҙегеҙ теләгәнсә үҙ­гәртергә ты­рышырһығыҙ, моғайын. Шул арҡала араларығыҙ һыуыныуы ихтимал. Ләкин ашыҡмағыҙ, ваҡиға­ларға ситтән күҙ һалығыҙ.

САЯН (23.10 — 21.11).
Яҡын арала мөхәббәт өлкәһенә ҡағылышлы хистәрегеҙ бурыс тойғоһо менән ауаздаш булыр. Үҙегеҙҙе ике ут араһында ҡалғандай хис итер­һегеҙ. Иғтибарығыҙҙы тамамланмаған эшкә, көн­дәлек мәшәҡәттәргә йүнәлтегеҙ. Борсолмағыҙ, был ваҡытлыса.

УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Мөхәббәт, танышыу, осрашыуҙар өсөн бик уңайлы аҙна. Осор сағыу, күңелле ваҡи­ғаларға бай булмаҡсы. Көткән өмөттәрегеҙ тулыһынса аҡланыр. Ҡаҡшаған мөнәсәбәт­тәрҙе яйға һалыу менән шөғөлләнергә мөмкин. Эшмәкәрлектә әллә ни әүҙемлек күрһәтмәгеҙ, күләгәлә ҡалып тороғоҙ, бер аҙ ял итегеҙ.

ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Тормоштан тулы ҡәнәғәтлек алып, ял итә ал­маҫһығыҙ, моғайын. Был мөхәббәт өлкә­һенә лә ҡағыла. Көндәрегеҙ йорт мәшәҡәте менән үтер. Өлкән йәштәге яҡындарығыҙҙың сәләмәт­леге ҡаҡшауы бар. Уларға иғтибар талап ителер. Эш­мәкәрлектә лә әллә ни һөҙөмтәлелек көтөл­мәй.

ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Бер урында ултырырға тура килмәҫ. Яҙ төрлө мажараларға этәрер. Яңы таныш­лыҡтың етди мөнәсәбәттәргә әүерелеүе ихтимал. Киләсәккә план төҙөмәгеҙ, хәлдәрҙе барыбер күҙаллай алмаҫһығыҙ. Шуға күрә тормошоғоҙ тыныс ҡына үҙ яйы менән барһын. Эш урынындағы яңы бәй­ләнештәр байтаҡ мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү мөмкинлеген бирер.

БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Оҙайлы мөнәсәбәттәр булдырыу, ғаилә ха­ҡын­да хәстәрлек күреү, үҫеш, күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн уңайлы аҙна. Тик ҡарарҙы ашы­ғыс ҡабул итеүҙән һаҡланығыҙ, һәр нәмәне ентекле уйлағыҙ. Матди хәлегеҙ ярайһы уҡ яҡ­шы­рыр, табыш алырһығыҙ, төҙөлгән килешеүҙәрегеҙ файҙа килтерер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә