Йондоҙнамә03.04.2015
ҠУҘЫ (21.03 — 19.04).
Көс-дәртегеҙ ташып торор. Уны яҡындарығыҙ менән араларҙы көйләүгә йүнәлтһәгеҙ, бик яҡшы булыр, сөнки тап был аҙнала киләсәктәге мөнәсәбәттәр үҫешенә нигеҙ һалына. Хаталарға юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ, уларҙың ҡиммәткә төшөүе бар.
БУҒА (20.04 — 20.05).
Хәл-ваҡиғаны үҙ ағышына ҡуйығыҙ. Уларға әүҙем йоғонто яһарға тырышыу кире эҙемтә бирер кеүек. Дуҫтарығыҙ менән аралашҡанда һаҡ булығыҙ, серегеҙҙе аса күрмәгеҙ. Юғиһә тормошоғоҙҙағы ҡайһы бер йәшерен мәғлүмәттәрҙе сит-яттарға еткереүҙәре мөмкин.
ИГЕҘӘКТӘР (21.05 — 21.06)
Шәхси тормошоғоҙға яңылыҡ индерергә ваҡыт. Үҙгәрештәр елен тойһағыҙ, ҡыйыу эшкә тотоноғоҙ. Һөйөү һәм ихтирамға ҡоролған ғаиләгеҙ хаҡында һүҙ бармаһа, үткәндәргә йәбешеп ятмағыҙ. Киләсәккә план ҡороғоҙ, өр-яңы ҡарарҙар ҡабул итегеҙ, ижади хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ.
ҠЫҪАЛА (22.06 — 22.07).
Ғаилә хәлдәренең ҡатмарлашыуы ихтимал. Аҙна мөхәббәт менән нәфрәт осоро булараҡ хәтерҙә ҡалыр, моғайын. Шуға күрә үҙегеҙҙе ҡулда тоторға, хис-тойғоларҙы бер аҙ тыйырға кәңәш ителә. Уның ҡарауы, һөнәри эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштарығыҙ тейешенсә баһаланыр.
АРЫҪЛАН (23.07 — 22.08).
Үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға байрам ойоштороғоҙ. Сәйәхәт итергә, концерт, театрҙарға барырға мөмкин. Ғөмүмән, сағыуыраҡ йәшәгеҙ. Үҙегеҙҙе ысын арыҫландарса тоторға, ихлас, итәғәтле, изге күңелле, йомарт булырға тырышығыҙ.
ҠЫҘ (23.08 — 22.09).
Тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалыу еңел булмаҫ. Яңы танышлыҡтар, осрашыуҙар өсөн ҡулай мәл түгел. Бурыстарығыҙҙы ҡайтарырға тырышығыҙ. Артабанғы тормошоғоҙға был ҙур йоғонто яһар. Тиҙ арала ғына ҙур эш хаҡына ла иҫәп тоторға ярамай.
ҮЛСӘҮ (23.09 — 22.10).
Яҡындарығыҙ менән мөнәсәбәттәр борсоуға һалыр. Уларҙы үҙегеҙ теләгәнсә үҙгәртергә тырышырһығыҙ, моғайын. Шул арҡала араларығыҙ һыуыныуы ихтимал. Ләкин ашыҡмағыҙ, ваҡиғаларға ситтән күҙ һалығыҙ.
САЯН (23.10 — 21.11).
Яҡын арала мөхәббәт өлкәһенә ҡағылышлы хистәрегеҙ бурыс тойғоһо менән ауаздаш булыр. Үҙегеҙҙе ике ут араһында ҡалғандай хис итерһегеҙ. Иғтибарығыҙҙы тамамланмаған эшкә, көндәлек мәшәҡәттәргә йүнәлтегеҙ. Борсолмағыҙ, был ваҡытлыса.
УҠСЫ (22.11 — 21.12).
Мөхәббәт, танышыу, осрашыуҙар өсөн бик уңайлы аҙна. Осор сағыу, күңелле ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Көткән өмөттәрегеҙ тулыһынса аҡланыр. Ҡаҡшаған мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу менән шөғөлләнергә мөмкин. Эшмәкәрлектә әллә ни әүҙемлек күрһәтмәгеҙ, күләгәлә ҡалып тороғоҙ, бер аҙ ял итегеҙ.
ЫЛАҠ (22.12 — 19.01).
Тормоштан тулы ҡәнәғәтлек алып, ял итә алмаҫһығыҙ, моғайын. Был мөхәббәт өлкәһенә лә ҡағыла. Көндәрегеҙ йорт мәшәҡәте менән үтер. Өлкән йәштәге яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеге ҡаҡшауы бар. Уларға иғтибар талап ителер. Эшмәкәрлектә лә әллә ни һөҙөмтәлелек көтөлмәй.
ҺЫУҒОЯР (20.01 — 18.02).
Бер урында ултырырға тура килмәҫ. Яҙ төрлө мажараларға этәрер. Яңы танышлыҡтың етди мөнәсәбәттәргә әүерелеүе ихтимал. Киләсәккә план төҙөмәгеҙ, хәлдәрҙе барыбер күҙаллай алмаҫһығыҙ. Шуға күрә тормошоғоҙ тыныс ҡына үҙ яйы менән барһын. Эш урынындағы яңы бәйләнештәр байтаҡ мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү мөмкинлеген бирер.
БАЛЫҠ (19.02 — 20.03).
Оҙайлы мөнәсәбәттәр булдырыу, ғаилә хаҡында хәстәрлек күреү, үҫеш, күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн уңайлы аҙна. Тик ҡарарҙы ашығыс ҡабул итеүҙән һаҡланығыҙ, һәр нәмәне ентекле уйлағыҙ. Матди хәлегеҙ ярайһы уҡ яҡшырыр, табыш алырһығыҙ, төҙөлгән килешеүҙәрегеҙ файҙа килтерер.